Багратион йорто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Багратион йорто
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Волковыск
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Страница на сайте Глобус Беларуси globus.tut.by/volkovysk/…
Карта

«Багратион йорто» (бел. Дом Баграціёна) — XIX быуаттың усадьба архитектура ҡомартҡыһы, Белоруссияның Гродно өлкәһе Волковыск ҡалаһында урынлашҡан. Был йорт ҡала ситендә Багратион урамында тора, 10-сы йорт. Багратион йорто Беларусь Республикаһы дәүләт тарихи-мәҙәни ҡиммәттәре исемлегенә ингән[1].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йорт 1805 йылда төҙөлгән[2][3]. Риүәйәттәр буйынса бында 1812 йылда Рәсәй армияһының П. И. Багратион етәкснелек иткән 2-се армияһы штабы торған[4].

XIX быуаттың икенсе яртыһында — ҡала дауаханаһы, ҡарттар өсөн приют, аҙаҡ; XX быуат башында йорт шәхси хужалар ҡулында булған.

Икенсе донъя һуғышы осоронда бина өлөшләтә емерелә. 1949 йылда йорт тергеҙелә, эске планы үҙгәртелә. Бинала Петр Иванович Багратион исемендәге Волковыск хәрби-тарихи музейы (тыуған яҡты өйрәнеүсе булараҡ нигеҙ һалына-1935 йылда), Икенсе донъя һуғышында талана, 1948 йылда тергеҙелә)[3].

1950 йылда йортҡа инер алдынан П. И Багратиондың бронза бюсты тора (авторы- З. Азгур, ә 1957 йылда бинаға — мемориаль таҡтаташ беркетелгән[5][2].

Беларусь Республикаһы Министрҙар Советы ҡарарына ярашлы 2007 йылдың 14 майында Багратион йорто Беларусь Республикаһы дәүләт тарихи-мәҙәни ҡиммәттәре исемлегенә республика әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ[6]тарихи объекты булараҡ индерелгән[6].

Архитектура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер ҡатлы ағас йорт тура мөйөш формаһында төҙөлгән, бейек вальмалы ҡыйыҡ менән ябылған. Үҙәк өлөшө мезонинлы, ул дүрт колонналы таш портик менән һыҙатланған, фронтоны дуғалай бөгөлгән. Ул йорт үҙенең үҙенсәлекле портигы менән тирә-йүндәге башҡа йорттарҙан айырылып тора. Портик өҫтөндә уның киңлеге оҙонлоғонда балкон — балконға мезониндан сығыла. Фасады штукатурланған. Планлаштырыуы анфилада фораһында, йорт үҙәгендә — баҫҡыслы вестибюль[2][3].

Музей[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Усадьбала П. И. Багратион исемендәге хәрби-тарихи музей эшләй. Элекке бина Волковыск район башҡарма комитеты ҡарары менән 1949 йылдың 15 февралендә музейға тапшырыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Архітэктура Беларусі: даведнік Энцыклапедычный. — Мн.: БелЭн, 1993. — С. 620: іл. — ISBN 5-85700-078-5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]