Эстәлеккә күсергә

Бад-тибира

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бад-тибира
Рәсем
Нигеҙләүсе Эн-Менлуана[d]
Культура Шумерҙар
Дәүләт  Ираҡ
Административ-территориаль берәмек Ди-Кар[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Урын Эш-Шатра[d]
Карта

Боронғо Ике йылға араһы

Бад-тибира йәки Бад-тибиру (шум. bad3-tibiraki — «Баҡырсылар нығытмаһы»[1] йәки «Тимерселәр ҡәлғәһе»[2], хәҙер  Тель әл-Мадаин[3]) — көньяҡ Месопотамиялағы иң боронғо шумер ҡалаларының береһе, Итурунгаль каналында урынлашҡан.

Ниппур батшалар исемлегенә ярашлы, Бад-тибира  Шумерҙың  туфанға тиклемге биш ҡалаһының икенсеһе була, унда өс легендар  батша — Энменлуанна, Энменгаланна һәм Думузи көтөүсе — идара итә.

Инаннаның тамуҡҡа төшөүе тураһындағы иртә осор шумер  тексында  Э-муш-каламма тигән ҡала ғибәҙәтханаһы телгә алына. Был тарихта Инанна йәһәннәмдәге иблистәрҙән  уның фәҡирлектә йәшәгән  кинйә улы һәм Бад-тибираны ҡурсалаусы  Лулалды  һайламауҙарын ялбара. Һөҙөмтәлә, улар Кулабта муллыҡта йәшәгән   Думузиҙы һайлай. Туфандан һуң Урукта идара иткән «балыҡсы» ҡушаматлы Думузиҙан  айырыр өсөн, был Думузиға  «көтөүсе»[4]  тигән ҡушамат тағалар[5].

Аккадбатшалығы урынлашҡас, Бад-тибира Дур-гургурри тип йөрөтөлә башлай.   "Тимер эшендәгеләр" (гугурре) гильдияһының төп торамаһы булған Дур-гургурриҙан һалымдар йыйыу   [6] Хаммурапиҙың хатлашыуҙарында ла һүрәтләнә [7]. Эллин осоронда   Паутибибл йәки Пантибибл (бор. грек. Παντιβίβλος) тип йөрөтөлә, был Берос, Аполлодор Афинский һәм  Абиден хеҙмәттәрендә теркәлгән. Ҡаланың Патибира тигән икенсе атамаһы «Тимерселәр каналы» тигән мәғәнәне бирә. Шуға Бад-тибираның боронғо тимерселәрҙең картвель  ҡәбиләһенә ингән тибарендарға ҡағылышы булыуы ихтимал. Был ҡәбилә шул заманда уҡ Урта диңгеҙ буйына сыҡҡан һәм Табал тигән сүр-хет батшалығын нигеҙләгән.

Әл-Мадаин түбәһендә Урҙың өсөнсө династияһынан Амар-Синдың яҙмалары булған кирбес яртылары һәм янған кирбес киҫәктәре табылған, был ҡаланың янғындан һәләк булыуы тураһында һөйләй[8]. Ҡала ҡулдан ҡулға күсә, уға  Ларса батшаһы Син-иддинам да, Исин батшаһы Липит-Иштар ҙа хужа була[9].

  1. Albright W. F., Lambdin T. O. The Evidence of Language // The Cambridge Ancient History I, part 1. — Cambridge University Press, 1971. — С. 150. — ISBN 0-521-07051-1.
  2. Hallo William W., William Kelly Simpson. The Ancient Near East: A History. — New York: Harcourt Brace Jovanovich, Inc., 1971. — С. 32.
  3. Vaughn E. Crawford. The Location of Bad-Tibira // Ur in Retrospect. In Memory of Sir C. Leonard Woolley. — весна-осень 1960. — Т. 22. — С. 197, прим. 7. Надёжное определение зависит от восстановления разграбленных фрагментов надписей Энтемены, появившихся на чёрном рынке без провенанса. Ранние раскопки на холме Мадаин рядом с руинами Лагаша произведённые после сообщения торговца об одной из надписей, оказались безуспешными: см. H. de Genouillac Fouilles de, ii:139.
  4. Inana's descent to the nether world. The Electronic Text Corpus of Sumerian Literature. 2017 йыл 8 июль архивланған.
  5. Vaughn E. Crawford. The Location of Bad-Tibira // Ur in Retrospect. In Memory of Sir C. Leonard Woolley. — весна-осень 1960. — Т. 22. — С. 197.
  6. King L. W. The Letters And Inscriptions Of Hammurabi, King Of Babylon About B.C. 2200. — Т. 3. — С. 21, прим. 2.
  7. King L. W., Hall H. R. Egypt and Western Asia in the Light of Recent Discoveries. — New York, 2005. — С. 306f.
  8. Vaughn E. Crawford. The Location of Bad-Tibira // Ur in Retrospect. In Memory of Sir C. Leonard Woolley. — весна-осень 1960. — Т. 22. — С. 198.
  9. Ferris J. Stephens 52.2 (June 1932):182-185) p. 183. A Newly Discovered Inscription of Libit-Ishtar. — Journal of the American Oriental Society, июнь 1932. — Т. 52.2. — С. 183.