Баженов ауыл Советы (Бөрө районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баженов ауыл Советы
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Баженов
Административ-территориаль берәмек Бөрө районы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008

Баженовский сельсове́т — Бөрө районы составындағы административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы), 2008 йылда бөтөрөлгән. Почта индексы — 452461. ОКАТО коды — 80213804000. Бахтыбай ауыл биләмәһе менән берләштерелгән.

Ауыл Советы территорияһы буйлап Ағиҙел йылғаһы аға.

Ауыл Советы составында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баженов ауылы — административ үҙәк, Үләй ауылы, Вязовка (2005 йылға тиклем — ҡасаба[1][2][3]), Самосадка[4] ауылдары. 2006 йылда Гребени[5] ауылы бөтөрөлә (Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 21 июнендәге 329-з һанлы «Тораҡ пункттарын булдырыу, берләштереү, бөтөрөү һәм статустарын үҙгәртеүгә, административ үҙәктәрен күсереүгә бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Законы, ст. 4, п.10 а).)

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрендәге 49-з һанлы «Айырым ауыл Советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарын тапшырыуға бәйле Башҡортосьан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһындағы» Законында ст.1 п. 11) түбәндәге юлдар бар[6]:

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:


«Бахтыбай» атамаһын һаҡлап, Бахтыбай һәм Баженов ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәген Бахтыбай ауылында урынлаштырырға. Баженов ауыл Советының Баженов, Үләй, Вязовка, Самосадка ауылдарын Бахтыбай ауыл Советы составына индерергә.
Бахтыбай ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Баженов ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға.

Баженов ауыл Советы 2008 йылда Бөрө ҡалаһы, Бурны ауыл Советы, Күсәкәй ауыл Советы , Бахтыбай ауыл Советы, Суслов ауыл Советы муниципаль берәмектәренә сиктәщ урынлашҡан була ("Башҡортостан Республикаһының 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы» Законы (ред. 19.11.2008).[7].

Күренекле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байдимирова Эдита Мифодиевна — герой-әсә, Баженов ауыл Советы хакимиәтенең техник хеҙмәткәре[8]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. (ред. от 29.12.2006) "О ВНЕСЕНИИ ИЗМЕНЕНИЙ В АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНОЕ УСТРОЙСТВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН В СВЯЗИ С ОБРАЗОВАНИЕМ, ОБЪЕДИНЕНИЕМ, УПРАЗДНЕНИЕМ И ИЗМЕН …
  2. (ред. от 16.07.2008) "О ГРАНИЦАХ, СТАТУСЕ И АДМИНИСТРАТИВНЫХ ЦЕНТРАХ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ В РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН
  3. (ред. от 29.12.2006) "О ВНЕСЕНИИ ИЗМЕНЕНИЙ В АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНОЕ УСТРОЙСТВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН В СВЯЗИ С ОБРАЗОВАНИЕМ, ОБЪЕДИНЕНИЕМ, УПРАЗДНЕНИЕМ И ИЗМЕН …
  4. (ред. от 16.07.2008) "О ГРАНИЦАХ, СТАТУСЕ И АДМИНИСТРАТИВНЫХ ЦЕНТРАХ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ В РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН
  5. (ред. от 29.12.2006) "О ВНЕСЕНИИ ИЗМЕНЕНИЙ В АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНОЕ УСТРОЙСТВО РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН В СВЯЗИ С ОБРАЗОВАНИЕМ, ОБЪЕДИНЕНИЕМ, УПРАЗДНЕНИЕМ И ИЗМЕН …
  6. Закон Республики Башкортостан от 19.11.2008 № 49-з «Об изменениях в административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан в связи с объединением отдельных сельсоветов и передачей населённых пунктов»
  7. (ред. от 16.07.2008) "О ГРАНИЦАХ, СТАТУСЕ И АДМИНИСТРАТИВНЫХ ЦЕНТРАХ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ В РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН
  8. О НАГРАЖДЕНИИ МНОГОДЕТНЫХ МАТЕРЕЙ МЕДАЛЬЮ "МАТЕРИНСКАЯ СЛАВА