Баженов һәм Казаков һәйкәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Баженов һәм Казаков һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 2007
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Урын Царицыно[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза һәм гранит[d]
Карта
 Баженов һәм Казаков һәйкәле Викимилектә

Казаков һәм Баженов һәйкәле — скульптура композицияһы, Мәскәүҙә рус архитекторҙары М. Ф. Казаков һәм В. И. Баженовҡа арналған һәйкәл. 2007 йылда асылған.

Торған урынының адресы: Мәскәү ҡалаһы, Дольская урамы,1-се йорт (Царицыно усадьбаһы).

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баженов Василий Иванович (1738—1799) — рус архитекторы, архитектура теоретигы, рәссам, классицизм вәкиле, масон, урыҫ псевдоготика һөйөүсеһе. Рәсәй академияһы ағзаһы, сәнғәт академияһының вице-президенты. В. И. Баженов Царицыно һарай комплексын, Боровицкий убаһындағы Ҙур Кремль һарайын һәм башҡа биналарҙың проекттарын эшләгән.

Матвей Федорович Казаков (1738—1813) — рус архитекторы, император Екатерина II идара иткән йылдарҙа Мәскәү үҙәген палладиан стилендә төҙөкләндерә. Рус псевдоготика вәкилдәренең береһе. Мәскәүҙә Ҙур Царицыно һарайы проектын эшләгән.

2007 йылдың 1 сентябрендә Царицыно музей-ҡурсаулығында архитекторҙар Матвей Федорович Казаковҡа һәм Василий Иванович Баженовҡа һәйкәл асыла. Скульптура композицияһы ҡуйыу урыны Ҙур һарай янындағы майҙансыҡта, галерея-ҡойма янында, һайлана. Һәйкәлдең авторы-скульптор Леонид Михайлович Баранов һәм архитекторы М. М. Посохин. Екатерина резиденцияһын улар төрлө ваҡытта проектлауға ҡарамаҫтан (башта Баженов, аҙаҡ Казаков), улар бер һәйкәлдә һүрәтләнә.

Скульптура композицияһы Ҙур һарай һәм Икмәк йорто араһында урынлашҡан. Архитекторҙар үҙҙәренең дәүерендәге кейемдә, сәстәре лә шул замандағыса, улар ҡаралтылар проекты тураһында фекер алышҡан итеп күрһәтелгән. Василий баженов уң ҡулына һыҙмалар төргәге тотҡан, Матвей Казаков — шпага менән эшләпәһен ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырған. Архитекторҙар араһында ҡоролманың тимер макеты ҡуйылған. Композиция тәпәшәк киң түңәрәк постаментҡа баҫтырылған.

Автор статуяһында архитекторҙарҙың портреттарын оҡшаш итеп һүрәтләгән. Һәйкәл ҡуйылғандан һуң уларҙың салбарҙары, аяҡ кейеме тонировкаланған. Баженовтың мундир ҡыҙыл төҫкә, ә Казаковтыҡы — йәшел төҫтә.

Граниттан эшләнгән постаментта: «Архитекторҙар Василий Баженов, Матвей Казаков»-тип яҙылған.

Техник мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Скульптура композицияһы бронзанан эшләнгән, түңәрәк постаменты — гранит.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Памятники монументального искусства Москвы: справ. изд. / Департамент культурного наследия г. Москвы. — М.: ООО «Милк Эдженси», 2016. — 404 с.: с. 264. ISBN 978-5-9907078-1-8.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]