Байгилде ауыл Советы (Дүртөйлө районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Байгилде ауыл Советы
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәк Байгилде
Административ-территориаль берәмек Дүртөйлө районы
Сәғәт бүлкәте Екатеринбург ваҡыты
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2008
Почта индексы 452306
Номер тамғаһы коды 02 һәм 102

Байгилде ауыл Советы Дүртөйлө районы составындағы 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе (муниципаль берәмек тибы). Почта индексы — 452306. ОКАТО коды — 80224808000. Иҫке Яндыҙ ауыл Советы менән берләштерелә.

1997 йылда ойошторола[1].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Усман, Ҡаҙкүл күлдәре, Ағиҙел, Яубазы йылғалары

Ауыл Советы составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Байгилде ауылы— административ үҙәге,Йәлдәк, Ҡаҙы-Йәлдәк ауылдары

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының 1997 йылдың 21 февралендәге «Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районының Байгилде ауыл Советын ойоштороу тураһындағы» 78-з һанлы Законы белдерә[2]:

Статья 1

Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Иҫке Яндыҙ ауыл Советын бүлеү юлы менән Байгилде ауылында административ үҙәген урынлаштырып, Башҡортостан Республикаһының Дүртөйөлө районы Байгилде ауыл Советын ойошторорға. Образовать Байгильдинский сельсовет Дюртюлинского района Республики Башкортостан с центром в селе Байгильдино путём разделения Староянтузовского сельсовета Дюртюлинского района Республики Башкортостан.

Статья 2 Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Байгилде ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы билдәләргә.

Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 19 ноябрҙәге 49-3 һанлы «Айырым ауыл советтарын берләштереү һәм тораҡ пункттарҙы тапшырыу менән бәйле Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» Законы, ст.1 п.[3]:)20) г)

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:
Иҫке Яндыҙ ауылында административ үҙәге менән, «Иҫке Яндыҙ» атамаһын һаҡлап, Иҫке Яндыҙ һәм Байгилде ауыл Советтарын берләштерергә.

Байгилде ауыл Советының Байгилде, Йәлдәк, Ҡаҙы-Йәлдәк ауылдарын Иҫке Яндыҙ ауыл Советы составына индерергә.
Иҫке Яндыҙ ауыл Советының сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Иҫәп мәғлүмәттәренән Байгилде ауыл Советын алып ташларға

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2008 йылға Борай һәм Бөрө райондары, Яңы Кәңгеш ауыл Советы, Иҫке Яндыҙ ауыл Советы муниципаль берәмектәр менән сиктәш: («Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәктәре, сиктәре һәм статусы тураһында» 2004 йылдың 17 декабрендәге 126-з һанлы Законы")[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]