Байдаков Владимир Георгиевич
Владимир Георгиевич Байдаков | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Полетаево, Сосновка районы (Силәбе өлкәһе), СССР |
Ғилми даирәһе |
физик, математик |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
физика-математика фәндәре докторы |
Ғилми исеме |
профессор |
Награда һәм премиялары | |
![]() | |
---|---|
![]() |
Владимир Байдаков |
Байдаков Владимир Георгиевич (11 апрель 1946, Полетаево, Сосновка районы, Силәбе өлкәһе, СССР) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, физигы һәм педагогы, метастабиль фаза хәлдәренең йылы физикаһы өлкәһендә белгес, физик-математика фәндәре докторы (1987), профессор (1989). Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең йылы физика Институтының директоры (2002—2019). Фән һәм техника өлкәһендә РФ дәүләт премияһының лауреаты (1999). Рәәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Байдаков Владимир Георгиевич 1946 йылдың 11 апрелендә Силәбе өлкәһенең Полетаево ауылында тыуа.
1970 йылда ул яҡшы билдә менән С.М. Киров исемендәге Урал политехник институтының физик-техник факультетын тамамлай һәм аспирантураға уҡырға инә. 1973 йылда — кандидатлыҡ [1], ә 1986 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай [2]. 1987 йылда профессор дәрәжәһенә лайыҡ була.
1973 йылдан алып Владимир Байдаков РФА Урал бүлексәһенең йылы физика институтында ғилми-административ эшмәкәрлек менән булыша: 1973–1986 йылдарҙа – кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән һәм алдынғы ғилми хеҙмәткәр, 1987 йылдан 1998 йылға тиклем – криогеника һәм энергетика лабораторияһының мөдире, 1998–2002 йылдарҙа – фән буйынса директор урынбаҫары. 2002 йылдан 2019 йылға тиклем Байдаков РФА Урал бүлексәһенең йылы физика институтының директоры булып эшләй[3].
1986 йылдан 1999 йылға тиклем Свердловск инженер-педагогика университетының дөйөм физика кафедраһының профессоры, 1990–1992 йылдарҙа – мөдире булып эшләй.
1992 йылдан алып Урал дәүләт университетының профессоры, молекуляр физика һәм йылы массаһы алмашыу буйынса лекциялар курсын уҡый [3].
Уҡытыу һәм ғилми эшмәкәрлегенән башҡа Владимир Георгиевич йәмәғәт эше менән дә булыша: РФА УрБ физика-техника фәндәре буйынса берләштерелгән ғилми кәңәшмәһенең ағзаһы була, матдәләрҙең йылы физика сифаттары буйынса Рәсәй милли комитетының ағзаһы, «Йылы физика һәм йылы энергетика» комплекс мәсьәләһе буйынса Урал бүлексәһе кәңәшмәһенең ағзаһы була, докторлыҡ диссертациялары буйынса Урал дәүләт техник университеты ҡарамағындағы кәңәшмә ағзаһы, «Scientific World Journal: Atomic and Molecular Physics» журналының мөхәррирҙәр коллегияһының ағзаһы[3].
Владимир Байдаков етәкселегендә туғыҙҙан ашыу кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡлана, 400 тирәһе ғилми эштәр авторы, шул иҫәптән биш монография.
1999 йылдың 29 сентябрендә Рәсәй Президенты указы буйынса «"Метастабильные состояния жидкости: фундаментальные исследования и приложения к энергетике" эштәр циклы өсөн» Владимир Байдаков фән һәм техника өлкәһендә РФ дәүләт премияһы менән бүләкләнә.
2008 йылдың 5 май көнөндә Рәсәй Президенты указы буйынса «Ватан фәненә һәм ғилми кадрҙар әҙерләүгә ҙур өлөш индергән өсөн» Владимир Байдаков Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре исеменә лайыҡ була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп сығанаҡ:[3]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008[4])
- Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы (1999[5])
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Байдаков, Владимир Георгиевич . РГБ. Дата обращения: 18 август 2020.
- ↑ Байдаков, Владимир Георгиевич . РГБ. Дата обращения: 18 август 2020.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Биографияларҙа Урал дәүләт университеты / сост. В. А. Мазур ; редкол.: В. В. Блажес [и др.] ; под общ. ред. А. В. Подчиненова ; [авт. биогр. ст. Н. М. Анненкова и др. ]. – 3-е изд., испр. и доп. – Екатеринбург : Изд-во Урал. ун-та, 2010 г. — 616 с. — ISBN 978-5-7996-0550-6
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 05.05.2008 г. № 681 . Президент России. Дата обращения: 20 август 2020.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 29 сентября 1999 года № 1307 . Президент России. Дата обращения: 20 август 2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уральский государственный университет в биографиях / сост. В. А. Мазур ; редкол.: В. В. Блажес [и др.] ; под общ. ред. А. В. Подчиненова ; [авт. биогр. ст. Н. М. Анненкова и др. ]. – 3-е изд., испр. и доп. – Екатеринбург : Изд-во Урал. ун-та, 2010 г. — 616 с. — ISBN 978-5-7996-0550-6
- Уральская историческая энциклопедия / Рос. акад. наук. Урал. отд-ние. Ин-т истории и археологии; [Гл. ред. В. В. Алексеев]. - Екатеринбург : Академкнига, 2000 г. — 637 с. — ISBN 5-7691-0795-2
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ПРОФЕССОР В.Г. БАЙДАКОВҠА — 70 . Уральское отделение Российской академии наук. Дата обращения: 20 август 2020.
- 11 апрелдә тыуғандар
- 1946 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Сосновка районында (Силәбе өлкәһе) тыуғандар
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- РФ Дәүләт премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса физиктар
- СССР педагогтары
- СССР физиктары
- Рәсәй педагогтары
- Рәсәй физиктары
- Урал дәүләт техник университетын тамамлаусылар
- Рәсәй дәүләт профессиональ-педагогика университеты уҡытыусылары
- Урал дәүләт университеты уҡытыусылары