Эстәлеккә күсергә

Байков Виталий Әнүәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байков Виталий Әнүәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 24 февраль 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Серафимовка, Серафимовка ауыл советы, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Өфө дәүләт авиация техник университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]

Байков Виталий Әнүәр улы (24 февраль 1955 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997)[1]. Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты[2].

Виталий Әнүәр улы Байков 1955 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Туймазы районы Серафимовка ҡасабаһында[2] тыуған.

1977 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1982 йылдан Өфө авиация институтында (хәҙер Өфө дәүләт авиация техник университеты) эшләй, артабанғы йылдарҙа төрлө вазифалар биләй — инженер, аспирант, ассистент, өлкән ғилми хеҙмәткәр, профессор[2], 1998 йылдан башлап — математика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2005 йылдан алып «РН—УфаНИПИнефть» (хәҙер «РН-БашНИПИнефть») ЯСЙ-ла (ғилми-тикшеренеү һәм проектлау институты) генераль директоры урынбаҫары булып эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни тикшеренеүҙәре ҡыр теорияһы, һыҙыҡлы булмаған механикала тулҡын процестары һәм дифференциаль тигеҙләмәләрҙе төркөмләп анализлау менән бәйле. В. Ә. Байковтын Бҡатнашлығында математик физиканың һәм механиканың төрлө өлкәләрендә ҡулланылған дифференциаль тигеҙләмәләрҙе үҙгәртеүҙең яҡынлаштырылған төркөмдәре теорияһы уйлап табыла[1].

150-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. «Вестник УГАТУ» журналы мөхәрриәте ағзаһы[2].

Төп ғилми хеҙмәттәре:

Методы возмущений в групповом анализе. М., 1991 (авторҙаш); Уравнения математической физики. М.; Ижевск, 2003 (авторҙаш).