Баймиев Алексей Хәниф улы
| Баймиев Алексей Хәниф улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 23 апрель 1971 (55 йәш) |
| Тыуған урыны | Тәтешле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | ғалим, университет уҡытыусыһы |
| Эш урыны |
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты БДМУ |
| Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
| Ғилми дәрәжә | биология фәндәре докторы[d] |
Баймиев Алексей Хәниф улы (23 апрель 1971 йыл) — молекуляр биолог. Биология фәндәре докторы (2007).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Хәниф улы Баймиев 1971 йылдың 23 апрелендә БАССР-ҙың Тәтешле районы Түбәнге Балтас ауылында тыуған[1]. 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң Биохимия һәм генетика институтында эшләй башлай: 2003 йылдан алып — өлкән, 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр; бер үк ваҡытта 2006 йылдан башлап — Башҡорт педагогия университетында уҡыта. 2008 йылдан алып — Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта[1].
Фәнни эшмәкәрлеге ризобияларҙың биологик күп төрлөлөгөн һәм филогенияһын, бүлбе бактерияларының ҡуҙаҡлылар менән үҙ-ара тәьҫир итешеүенең молекуляр нигеҙҙәрен өйрәнеүгә арналған. А. Х. Баймиев 26 төр ҡуҙаҡлыларҙа углевод бәйләүсе лектиндарҙың эҙмә эҙлелеген кодҡа һалыусы ген участкаларын клонлаштыра һәм секвенирлай; бер үк ризобиялар менән симбиозға инеүсе үҫемлектәрҙә структураһы менән углевод бәйләүсе эҙмә-эҙлелеккә һәм үҙенсәлектәре менән ябай шәкәрҙәргә оҡшаш лектиндарҙың булыуын, гибрид лектиндарҙың ҡуҙаҡлыларҙың киҫешеүле инокуляцияһы даирәһен киңәйтеү һәләтен асыҡлай[1].
А. Х. Баймиев — 98 фәнни хеҙмәт авторы, шулай уҡ ул ике халыҡ-ара уйлап табыу патентына эйә[2].
Төп ғилми эштәре:
- Влияние природных и гибридных лектинов на взаимодействие бобовых растений с ризобиями //Прикладная биохимия и микробиология. 2008. Т.44. № 6 (авторҙаш);
- Симбиотические реакции корней облепихи, трансгенных по гену лектина гороха посевного //Физиология растений. 2010. Т.57. № 1 (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй фәндәр академияһы биология фәндәре бүлегенең Рәхмәт хаты (2007)[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 Баймиев Алексей Хәниф улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 1 2 Баймиев А. Х. 2019 йыл 12 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баймиев Алексей Хәниф улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.