Байморатов Фаяз Гәрәй улы
Байморатов Фаяз Гәрәй улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр |
Тыуған көнө | 16 декабрь 1967 (56 йәш) |
Тыуған урыны | Ғәлиәкбәр, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Байморатов Фаяз Гәрәй улы (16 декабрь 1967 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фаяз Гәрәй улы Байморатов 1967 йылдың 16 декабрендә Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. 1984 йылда Ғәлиәкбәр урта мәктәбен тамамлағас, Мәләүез ҡалаһында 109-сы урта һөнәри техник училищеһында уҡый. Совет Армияһында хеҙмәт итә.
1988 йылдан «Ишембай ер аҫты скважиналарын ремонтлау цехы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфө ер аҫты һәм скважиналарҙы ремонтлау идаралығында быраулаусы ярҙамсыһы, 1990 йылдан — «Черногорнефтегаз» ЯСЙ-һында (Мәскәү), һуңыраҡ 2018 йылға тиклем — «Нарьянмарнефтегаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә (Ненец автономиялы округы) быраулаусы булып эшләй. Хаҡлы ялда, хеҙмәт ветераны.
Фаяз Гәрәй улы Байморатов ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша. Ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр йырсыһы[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баймуратов Фаяз Гареевич // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 85. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.