Байназар
Ауыл | |
Байназар Байназар | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Цифровые идентификаторы | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Байназар (рус. Байназарово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1313 кеше[1]. Почта индексы — 453591, ОКТМО коды — 80619425.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 29 саҡрым
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Белорет): 118 саҡрым.
Ауыл Ағиҙел йылғаһының ике ярында урынлашҡан.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусына ҡараған ауылдарҙың иң боронғоһо — Байназар ауылы. Хәҙер ул Башҡортостандың Бөрйән районына ҡарай, Байназар ауыл советы биләмәһе үҙәге.
Өфө наместничествоһының 1786 йылғы картаһында утар булараҡ күрһәтелгән. 1812 йылда бында хәҙерге Әбйәлил районы 1-се Асҡар ауылынан 30 ғаилә күсеп килгән. Улар Таңатар йылғаһы буйлап күскән тиҙәр. Биш йыл үтеүгә тағы 3, 1858 й. — 14 ғаилә килгән. Шулар араһында Асҡар Бейешевтың ейәне — Аллағол Мөхәмәтйәр улы ла булған. 12 ғаилә бер йылдан тәүге йәшәгән еренә күсә.
Байназар ауылына 1-се Асҡарҙан күсеп килгән Түңгәүер ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған, тинек инде. Бында шулай уҡ Әбделмәмбәттән, Үҙәндән ҡарағай-ҡыпсаҡтар ҙа күсенгән.
Байназар ауылы 1816 йылдағы рәүиз мәғлүмәте буйынса 64 йәше тулған йорт старшинаһы Байназар Ильясов исемен йөрөтә. Һуңынан уның урынына бер туған ҡустыһы Алтынбай Ильясов килгән. Байназарҙың улдары күп булған. VII рәүиз мәғлүмәтенән: өлкән улы Иҫәнғолға 39 йәш, Ҡарағолға — 21 йәш, Сәйфелмөлөккә — 5.
Ауылда старшина Байназарҙан 33 йәшкә кесе булған 1785 йылғы Байназар Татлыбаев та (уның улы Ғәйнетдин) йәшәгән. Был исемдәрҙең күпселеге Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуында билдәләнгән.
Ауылдағы халыҡ һаны арта барған: 1816 й. 39 хужалыҡта — 273, 1859 й. 81 хужалыҡта — 528, 1920 й. 274 хужалыҡта — 1152 кеше йәшәгән.
Ауыл Ағиҙел йылғаһының ике ярында ла урынлашҡан.
1850 й. халыҡтың бер өлөшө Ҡағы йылғаһы буйына күсенеп киткән һәм 6 хужалыҡта 36 кеше йәшәгән утар барлыҡҡа килгән. Был утар үҙәге Әхмәт ауылында булған (Әбйәлил районы) Түңгәүер улусына ҡараған.
Ә төп ауыл — Байназар — үҙәге Билал ауылында (Баймаҡ районы) урынлашҡан Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусына ингән.
Байназарҙар малсылыҡ, бигерәк тә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән. 556 кеше йәшәгән 87 хужалыҡта 433 ат, 280 һыйыр, 232 һарыҡ, 39 кәзә булған. Әммә был мул тормош күрһәткесе түгел.
Малсылыҡ үҫеше түбәнгә тәгәрәгән, шуның өсөн халыҡ һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнергә мәжбүр булған. XIX быуаттың 50-се йй. халыҡта 14 солоҡ һәм 9 умарта булған).
Ер эшкәртеүгә яңы ғына тотонғандар. 1842 й. бөтөн халыҡҡа ҡарата 16 бот ужым һәм 450 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән.
Байназарҙарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1805—1807 йй. Рәсәй батшалығының создаштары Франция менән һуғышҡанда башҡорт полктары составында Байназарҙан Аслан Байрамғәлин, Рафиҡ Атанғолов ҡатнашҡан.
1812 й. Ватан һуғышында байназарҙарҙың ҡатнашыуы тураһында түбәндәге факттар һөйләй. Парижды алыуҙа ҡатнашҡан 15-се башҡорт полкы составында үҙен аямай, батырҙарса зауряд-хорунжий Килдеғол Игелек улы Ибраһимов, көмөш миҙалдар менән бүләкләнгән рядоойҙар Буранғол Әбделкәримов, Ҡорманғәли Миңлейәров, Рәхмәтулла Мерәҫов, Ишназар Дәүләткилдин һәм Ишбулат Наурыҙбаев һуғышҡан. Сирбай Байрамғол улы Әмиров яу ҡырында башын һалған.
Байназарҙан күсеп сыҡҡан халыҡ Лубаҙа-Тамаҡ йылғаһы буйында һәм Арастауҙа үҙҙәренең айырым утарҙарын үҙаллы ауыл дәрәжәһенә еткергән. Нәбиулла (бөгөн — Нәби) һәм Мораҙым ауылдары 1843—1847 йылдарҙа бына шулай барлыҡҡа килгән[2].
Байназар ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Теркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1786 | Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы | Өфө наместничествоһы | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | улусы | өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | улусы | Бөрйән-Түңгәүер кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | ![]() |
1926 | улусы | Бөрйән-Түңгәүер кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | ![]() |
1935 | Байназар ауыл советы | Бөрйән районы | Башҡорт АССР-ы | ![]() |
1941 | Байназар ауыл советы | Бөрйән районы | Башҡорт АССР-ы | ![]() |
1990 | Байназар ауыл советы | Бөрйән районы | Башҡортостан Республикаһы | ![]() |
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Байназарҙан Беренсе Бөтөн Донъя һуғышында түбәндәге ир-егет ҡатнашҡан: Салауатов (Нотоғулла) Мөтиғулла Шахнияз улы (1892 й.), Назаров Мөхәмәҙиә Әбсәләм улы (1894 й.), Мансуров Нәжметдин Хәйретдин улы (1894 й.), Маликов Рамаҙан Абдулла улы (1892 й.), Ҡасҡынов Салауат Мөфтәхетдин улы (1890 й.), Ҡоҙашев Хәмит Ғәле улы (1890 й.), Идалин Мостафа Б. (1892 й.), Исламғолов Ғәлиәхмәт (1892 й.), Дәүләтшин Нурәхмәт Дәүләтша улы (1892 й.), Байназаров Ағзам Абдулла улы (1893 й.), Алтынбаев Ғибәҙулла Канифулла улы (1892 й.), Айытбаев Фазлетдин Заһретдин улы (1895 й. Әтек), Үтәбаев Рәсүл Насырйән улы (1895 й.) һ.б[3]
Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң Бөрйән-Түңгәүер кантоны биләмәләренә ингән. Граждандар һуғышы йылдарында башҡорт милли хәрәкәте үҙәктәренең береһе (1920—1921 йй. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы) булған. Байназар ауылы янында 1 мең кешенән торған баш күтәреүселәр отряды хәрәкәт иткән. Ҡыҙылармеецтар ауылдың 18 кешеһен атып үлтергән[4].
1924 йылда Иҫке Собханғолда ла мәктәп асыла, 1925 йылда Байназар, Байғаҙы, Ғәҙелгәрәй, Әтек мәктәптәре эш башлай.
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөрйән районы 35 ауыл араһынан халыҡ сағыштырмаса күп йәшәгән ауылдар: Иҫке Собханғол (3,7 мең, 1989) һәм Байназар (1,2 мең кеше) Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[5] | 2009[5] | 2010[6] |
1361 | ↗1426 | ↘1313 |
- Милли состав
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002)|мәғлүмәттәренә ярашлы, башҡорттар һаны 99 % тәшкил иткән[5]
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Баязитова Әминә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы (17 декабрь 1946 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре, уҡытыусы — методист, юғары категориялы уҡытыусы.
- Баязитов Роберт Ишдәүләт улы (2 ноябрь 1939 йыл) — комсомол, партия һәм мәғариф ветераны. 1985—2004 йылдарҙа Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе директоры. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең (1988) атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979).
- Буранғолов Йәмил Айҙар улы (19.06.1958), журналист. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1995).
- Зәйнуллин Ғәриф Әхмәҙиә улы (15 сентябрь 1951 йыл — 4 декабрь 2002 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1987).
- Ғарифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы — башҡорт шағиры. 2000 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы (26.01.1927) — Японияға ҡаршы һуғыш хәрәкәттәрендәге ҡыйыулығы өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены[7], «Батырлыҡ өсөн»[8], «Германияны еңгән өсөн», «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.
- Иманғолова Зөләйха Сәхи ҡыҙы (7.04.1948 йыл Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылы) — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.
- Ишбулатов Мөнир Сибәғәт улы (19 ғинуар 1935 йыл — 23 октябрь 2010 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, яҙыусы. 1994 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы[1]. Мәләүез районының Булат Рафиҡов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (2007).
- Ҡарамышева Таңһылыу Фаяз ҡыҙы — башҡорт шағиры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Яҙыусылар союзы ағзаһы (1994).
- Маликова Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы (1 май 1941 йыл) — ғалим-зоотехник, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу һәм аҙыҡ технологиялары лабораторияһында баш ғилми хеҙмәткәр.
- Мырҙағолова Бикә Сәләхетдин ҡыҙы (3 март 1923 йыл — 16 ғинуар 2010 йыл) — уҡытыусы, хеҙмәт һәм тыл ветераны. Башҡортостандың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Науразбаев Иҙрис Хәмит улы (25 июль 1942 йыл) — механизатор, хеҙмәт ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәр.
- Салауатов Хәйҙәр Әбүбәкир улы (10 июль 1945 йыл) — рационализатор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, механизатор, иретеп йәбештереүсе.
- Салауатова Хәсбиямал Сабит ҡыҙы (29.01.1921 йыл Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылы) – атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.
- Сөйәрғолов Муллайән Зыяитдин улы (21 ноябрь 1934 йыл) — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986). Театр эшмәкәрҙәре Союзы ағзаһы (1984).
Байназар ауылында уҡығандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғарифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы 1968 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Мәһәҙей ауылында тыуа, ишле ғаиләлә етенсе бала була.
Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Байназар урта мәктәбен тамамлағас, Белорет һөнәрселек училищеһендә тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Артабан баласаҡ хыялы Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына алып килә. Ундағы «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләнә.
Университетты тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған районының Ҡолғона ауыл мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып башлай. Ун йылдан ашыу ғүмерен мәғәриф өлкәһенә арнай. 2002 йылдан Бөрйән районы «Таң» гәзитендә бүлек мөдире булып эшләй.
«Гөрләүек», «Йондоҙ асам» шиғыр китаптары авторы. «Баҙал» ижади төркөмгә етәкселек итә. Әҙәбиәт өлкәһендә 80-се йылдарҙан. Үҙенең шиғриәте менән халҡы күңелендә ныҡлы урын биләгән инде. 2000 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Айһылыуҙың шиғырҙары дөйөм йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе, республика матбуғатында даими баҫылып тора.
Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡурыуҙы тауы
Бөрйәндә яҙып алынған «Бабсаҡ менән Күҫәк» эпосында шул райондың Байназар ауылы эргәһендәге Ҡурыуҙы тауының атамаhына түбәндәгесә аңлатма бирелә:
Мәсем хандың ғаиләһен арыҫлан һәләк итә. Ҡайғынан башын юғалтҡан хан үҙенең һылыу ҡыҙын арыҫлан ҡолағын киҫеп алып килгән батырға кейәүгә бирергә вәғәҙә итә. Бабсаҡ бей арыҫландың уң ҡолағын киҫеп алған. Әммә Ҡараҡөлөмбәт арыҫландың икенсе ҡолағын алдараҡ килтереп еткергән. Көнсөл Ҡараҡөлөмбәт Бабсаҡ бейҙе үлтерә һәм дошманлашҡан ырыуҙың бөтөн кешеһен ҡырып бөтөрә. Тик «бер йән» (шунан: бөрйән һүҙе килеп сыҡҡан, тиҙәр), бер имсәк бала ғына тере ҡалған була. Ул бала, үҫеп ир-егет ҡорона ингәс, Күҫәк батыр булып таныла һәм үҙенең Бабсаҡ батырҙың улы икәнен белә. Ҡараҡөлөмбәттән ул бик ҡаты үс алған: Байназар ауылы янындағы тауҙа, дошманын ҙур ҡаҙанға һалып, тереләй ҡурырға бойорған. Шунан бирле был тау Ҡурыуҙы тауы тип йөрөтөлә икән.
Викидәреслектә мәҡәләләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Науразбай тауы — Кәлтәгәү йылғаһының тамағында ҡалҡыу урын.
- Супаҡ соҡоро
Байназар ауылы тураһында ваҡытлы матбуғат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ History of the village of Baynazarovo
- ↑ Д. АЛЛАБИРҘИН."Таң" № 61,62,88, май-июнь 2014
- ↑ Командировка.ру / Россия / Байназарово
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Тәүге сығанаҡтан архивланған 20 август 2014. 20 август 2014 тикшерелгән.
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Байназар Викимилектә |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |