Байназар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Байназарово битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Байназар
Байназар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән районы

Координаталар

53°17′39″ с. ш. 57°32′38″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Цифровые идентификаторы
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 810 001

ОКТМО коды

80 619 410 101

Байназар (Рәсәй)
Байназар
Байназар
Байназар (Башҡортостан Республикаһы)
Байназар

Байназар (рус. Байназарово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1313 кеше[1]. Почта индексы — 453591, ОКТМО коды — 80619425.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Ағиҙел йылғаһының ике ярында урынлашҡан.

Ағиҙел йылғаһы аша аҫылма күпер

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусына ҡараған ауылдарҙың иң боронғоһо — Байназар ауылы. Хәҙер ул Башҡортостандың Бөрйән районына ҡарай, Байназар ауыл советы биләмәһе үҙәге.

Өфө наместничествоһының 1786 йылғы картаһында утар булараҡ күрһәтелгән. 1812 йылда бында хәҙерге Әбйәлил районы 1-се Асҡар ауылынан 30 ғаилә күсеп килгән. Улар Таңатар йылғаһы буйлап күскән тиҙәр. Биш йыл үтеүгә тағы 3, 1858 й. — 14 ғаилә килгән. Шулар араһында Асҡар Бейешевтың ейәне — Аллағол Мөхәмәтйәр улы ла булған. 12 ғаилә бер йылдан тәүге йәшәгән еренә күсә.

Байназар ауылына 1-се Асҡарҙан күсеп килгән Түңгәүер ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған, тинек инде. Бында шулай уҡ Әбделмәмбәттән, Үҙәндән ҡарағай-ҡыпсаҡтар ҙа күсенгән.

Байназар ауылы 1816 йылдағы рәүиз мәғлүмәте буйынса 64 йәше тулған йорт старшинаһы Байназар Ильясов исемен йөрөтә. Һуңынан уның урынына бер туған ҡустыһы Алтынбай Ильясов килгән. Байназарҙың улдары күп булған. VII рәүиз мәғлүмәтенән: өлкән улы Иҫәнғолға 39 йәш, Ҡарағолға — 21 йәш, Сәйфелмөлөккә — 5.

Ауылда старшина Байназарҙан 33 йәшкә кесе булған 1785 йылғы Байназар Татлыбаев та (уның улы Ғәйнетдин) йәшәгән. Был исемдәрҙең күпселеге Ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуында билдәләнгән.

Ауылдағы халыҡ һаны арта барған: 1816 й. 39 хужалыҡта — 273, 1859 й. 81 хужалыҡта — 528, 1920 й. 274 хужалыҡта — 1152 кеше йәшәгән.

Ауыл Ағиҙел йылғаһының ике ярында ла урынлашҡан.

1850 й. халыҡтың бер өлөшө Ҡағы йылғаһы буйына күсенеп киткән һәм 6 хужалыҡта 36 кеше йәшәгән утар барлыҡҡа килгән. Был утар үҙәге Әхмәт ауылында булған (Әбйәлил районы) Түңгәүер улусына ҡараған.

Ә төп ауыл — Байназар — үҙәге Билал ауылында (Баймаҡ районы) урынлашҡан Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусына ингән.

Байназарҙар малсылыҡ, бигерәк тә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән. 556 кеше йәшәгән 87 хужалыҡта 433 ат, 280 һыйыр, 232 һарыҡ, 39 кәзә булған. Әммә был мул тормош күрһәткесе түгел.

Малсылыҡ үҫеше түбәнгә тәгәрәгән, шуның өсөн халыҡ һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнергә мәжбүр булған. XIX быуаттың 50-се йй. халыҡта 14 солоҡ һәм 9 умарта булған).

Ер эшкәртеүгә яңы ғына тотонғандар. 1842 й. бөтөн халыҡҡа ҡарата 16 бот ужым һәм 450 бот яҙғы ашлыҡ сәселгән.

Байназарҙарҙың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1805—1807 йй. Рәсәй батшалығының создаштары Франция менән һуғышҡанда башҡорт полктары составында Байназарҙан Аслан Байрамғәлин, Рафиҡ Атанғолов ҡатнашҡан.

1812 й. Ватан һуғышында байназарҙарҙың ҡатнашыуы тураһында түбәндәге факттар һөйләй. Парижды алыуҙа ҡатнашҡан 15-се башҡорт полкы составында үҙен аямай, батырҙарса зауряд-хорунжий Килдеғол Игелек улы Ибраһимов, көмөш миҙалдар менән бүләкләнгән рядоойҙар Буранғол Әбделкәримов, Ҡорманғәли Миңлейәров, Рәхмәтулла Мерәҫов, Ишназар Дәүләткилдин һәм Ишбулат Наурыҙбаев һуғышҡан. Сирбай Байрамғол улы Әмиров яу ҡырында башын һалған.

Байназарҙан күсеп сыҡҡан халыҡ Лубаҙа-Тамаҡ йылғаһы буйында һәм Арастауҙа үҙҙәренең айырым утарҙарын үҙаллы ауыл дәрәжәһенә еткергән. Нәбиулла (бөгөн — Нәби) һәм Мораҙым ауылдары 1843—1847 йылдарҙа бына шулай барлыҡҡа килгән[2].

Байназар ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Биләмә берәмектәренә инеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Теркәү йылы Улус, ауыл советы Өйәҙ, кантон, район Губерна, Республика Дәүләт
1786 Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусы Өфө наместничествоһы Ырымбур губернаһы Рәсәй Империяһы
1816 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1834 -се йорт -се Башҡорт кантоны Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1847 -се йорт -се Башҡорт кантоны, өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1859 -се йорт -се Башҡорт кантоны, өйәҙе Ырымбур губернаһы Рәсәй империяһы
1895 улусы өйәҙе Өфө губернаһы Рәсәй империяһы
1920 улусы Бөрйән-Түңгәүер кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы Coat of arms of the Russian Soviet Federative Socialist Republic.svg РСФСР
1926 улусы Бөрйән-Түңгәүер кантоны Автономлы Башҡорт ССР-ы СССР СССР
1935 Байназар ауыл советы Бөрйән районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1941 Байназар ауыл советы Бөрйән районы Башҡорт АССР-ы СССР СССР
1990 Байназар ауыл советы Бөрйән районы Башҡортостан Республикаһы Рәсәй флагы Рәсәй Федерацияһы

Ауылдың XX быуаттағы үҫеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Байназарҙан Беренсе Бөтөн Донъя һуғышында түбәндәге ир-егет ҡатнашҡан: Салауатов (Нотоғулла) Мөтиғулла Шахнияз улы (1892 й.), Назаров Мөхәмәҙиә Әбсәләм улы (1894 й.), Мансуров Нәжметдин Хәйретдин улы (1894 й.), Маликов Рамаҙан Абдулла улы (1892 й.), Ҡасҡынов Салауат Мөфтәхетдин улы (1890 й.), Ҡоҙашев Хәмит Ғәле улы (1890 й.), Идалин Мостафа Б. (1892 й.), Исламғолов Ғәлиәхмәт (1892 й.), Дәүләтшин Нурәхмәт Дәүләтша улы (1892 й.), Байназаров Ағзам Абдулла улы (1893 й.), Алтынбаев Ғибәҙулла Канифулла улы (1892 й.), Айытбаев Фазлетдин Заһретдин улы (1895 й. Әтек), Үтәбаев Рәсүл Насырйән улы (1895 й.) һ.б[3]

Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң Бөрйән-Түңгәүер кантоны биләмәләренә ингән. Граждандар һуғышы йылдарында башҡорт милли хәрәкәте үҙәктәренең береһе (1920—1921 йй. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы) булған. Байназар ауылы янында 1 мең кешенән торған баш күтәреүселәр отряды хәрәкәт иткән. Ҡыҙылармеецтар ауылдың 18 кешеһен атып үлтергән[4].

1924 йылда Иҫке Собханғолда ла мәктәп асыла, 1925 йылда Байназар, Байғаҙы, Ғәҙелгәрәй, Әтек мәктәптәре эш башлай.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөрйән районы 35 ауыл араһынан халыҡ сағыштырмаса күп йәшәгән ауылдар: Иҫке Собханғол (3,7 мең, 1989) һәм Байназар (1,2 мең кеше) Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Халыҡ иҫәбе
2002[5]2009[5]2010[6]
136114261313
Милли состав

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002)|мәғлүмәттәренә ярашлы, башҡорттар һаны 99 % тәшкил иткән[5]

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Байназар ауылында уҡығандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ғарифуллина Айһылыу Рәжәп ҡыҙы 1968 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Мәһәҙей ауылында тыуа, ишле ғаиләлә етенсе бала була.

Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Байназар урта мәктәбен тамамлағас, Белорет һөнәрселек училищеһендә тегенсе һөнәрен үҙләштерә. Артабан баласаҡ хыялы Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына алып килә. Ундағы «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләнә.

Университетты тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған районының Ҡолғона ауыл мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып башлай. Ун йылдан ашыу ғүмерен мәғәриф өлкәһенә арнай. 2002 йылдан Бөрйән районы «Таң» гәзитендә бүлек мөдире булып эшләй.

«Гөрләүек», «Йондоҙ асам» шиғыр китаптары авторы. «Баҙал» ижади төркөмгә етәкселек итә. Әҙәбиәт өлкәһендә 80-се йылдарҙан. Үҙенең шиғриәте менән халҡы күңелендә ныҡлы урын биләгән инде. 2000 йылдан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союздары ағзаһы. Айһылыуҙың шиғырҙары дөйөм йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе, республика матбуғатында даими баҫылып тора.

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөрйән районы. Ҡурыуҙы тауы
  • Ҡурыуҙы тауы

Бөрйәндә яҙып алынған «Бабсаҡ менән Күҫәк» эпосында шул райондың Байназар ауылы эргәһендәге Ҡурыуҙы тауының атамаhына түбәндәгесә аңлатма бирелә:

Мәсем хандың ғаиләһен арыҫлан һәләк итә. Ҡайғынан башын юғалтҡан хан үҙенең һылыу ҡыҙын арыҫлан ҡолағын киҫеп алып килгән батырға кейәүгә бирергә вәғәҙә итә. Бабсаҡ бей арыҫландың уң ҡолағын киҫеп алған. Әммә Ҡараҡөлөмбәт арыҫландың икенсе ҡолағын алдараҡ килтереп еткергән. Көнсөл Ҡараҡөлөмбәт Бабсаҡ бейҙе үлтерә һәм дошманлашҡан ырыуҙың бөтөн кешеһен ҡырып бөтөрә. Тик «бер йән» (шунан: бөрйән һүҙе килеп сыҡҡан, тиҙәр), бер имсәк бала ғына тере ҡалған була. Ул бала, үҫеп ир-егет ҡорона ингәс, Күҫәк батыр булып таныла һәм үҙенең Бабсаҡ батырҙың улы икәнен белә. Ҡараҡөлөмбәттән ул бик ҡаты үс алған: Байназар ауылы янындағы тауҙа, дошманын ҙур ҡаҙанға һалып, тереләй ҡурырға бойорған. Шунан бирле был тау Ҡурыуҙы тауы тип йөрөтөлә икән.

Викидәреслектә мәҡәләләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Байназар ауылы тураһында ваҡытлы матбуғат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4(рус.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]