Байназар (Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байназар
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы һәм Ырымбур өлкәһе

Байназар (рус. Байназарово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округындағы бөткән ауыл.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байназар ауылы Ҡыуандыҡ ҡала округындағы башлыса башҡорттар (88 %) йәшәгән Яңы Ракитянка ауылынан[1] 12 км алыҫлыҡта, Һаҡмар ҡушылдығы Ҡороған йылғаһының үрендә урынлашҡан[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Байназар ауылы Ырымбур губернаһының 1871 йылғы «Список населенных мест» тигән һүҙлегендә башҡорт ауылы булараҡ билдәләнгән. Һуңғы тапҡыр административ һүҙлектәрҙә 1968 йылда телгә алына, тимәк, ауыл шул ваҡыттан йәшәүҙән туҡтаған[2].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылдың атамаһы башҡорт телендәге Байназар антропонимынан барлыҡҡа килгән, тип яҙа Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында. Ауылдың рәсми булмаған йәнә ике исеме була: беренсеһе — Ҡороған башы, йәғни йылғаның инеше; икенсеһе — Йомағужа[3].

Әйткәндәй, Башҡортостанда ла Байназар ауылы бар тип яҙа С. М. Стрельников, республикабыҙҙың Бөрйән районындағы ауылды күҙҙә тотоп. Ул ауыл да антропонимдан — 1816 йылдағы рәүиз мәғлүмәте буйынса 64 йәше тулған йорт старшинаһы Байназар Ильясов исемен йөрөтә[4].

Байназар исеме үҙе 2 өлөштән тора - тәүге өлөшө башҡорт телендәге бай һүҙенән, икенсе өлөшө назар иһә ғәрәп теленән - ҡараш, иғтибар;яҡшылыҡ, яҡшы ниәт тигәнде аңлата[5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. 2,0 2,1 Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.
  3. Топоним происходит от баш кирского мужского личного имени Байназар. В Бурзянском районе Башкортостана есть д. Байназарово. Селение имело еще и два неофициальных наименования. Первое — Кураган-башы (Кураган-баш) — переводится «Исток Кураганки» (башкирское баш — «верховье», «исток», -ы — аффикс принадлежности) и указывает на местоположение. Другое — Юмагузино — связано с башкирским мужским именем Йомагужа — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.
  4. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4
  5. Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 29-сы бит

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4
  • Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 29-сы бит