Байрамғолов Юлай Ғайнулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байрамғолов Юлай Ғайнулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 ноябрь 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (89 йәш)
Тыуған урыны Тайыш ауылы, Йонос ауыл советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер, ғалим, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Уҡыу йорто Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d] (1970)

Байрамғолов Юлай Ғайнулла улы (25 ноябрь 1934 йыл — 18 сентябрь 2010 йыл) — ғалим-инженер, сиҙәм күтәреүсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1970). Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юлай Ғайнулла улы Байрамғолов Башҡорт АССР-ы Мәсетле районы Тайыш ауылында 1934 йылдың 11 ноябрендә тыуған.

1953 йылда Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле урта мәктәбен, 1958 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын Мәсетле машина-трактор станцияһында механик-контролер булып башлай.

1961 йылда комсомол юлламаһы менән Ҡаҙаҡ ССР-ына сиҙәм ерҙәрҙе күтәрергә китә, Ҡостанай өлкәһенең Весело-Подольск совхозында баш инженер булып эшләй.

1966 йылда Өфө ҡалаһына ҡайта һәм Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эш башлай. Бер үк ваҡытта Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡыта.

1990 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институтында һәм Башҡорт дәүләт аграр университетында өлкән уҡытыусыһы, доцент вазифаларында уҡыта.

2010 йылдың 18 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡытыу менән берлектә ғилми эшмәкәрлеге Башҡорт дәүләт аграр университетының Механика факультеты төҙөлөш-юл, коммуналь һәм ауыл хужалығы машиналары кафедраһында техник фәндәр докторы, профессор Иофинов А. П. ғилми етәкселегендә алып барыла[1].

1970 йылда «техник фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

Үҫемселек тармағын комплекслы механизациялау өсөн урындағы төбөк шарттарына тура килгән машиналар системаһын төҙөү һәм ҡулланыуға индереүҙә ҡатнаша. Мал аҙығын үҫтереү, йыйып алыу һәм һаҡлауҙың яңы технологияларын, бөртөклө иген культураларын сәсеү һәм урып-йыйыу ваҡытында яғыулыҡ-майлау сығымдарын кәметеү маҡсатында рациональ агрегаттар йыйылмаһы составын һәм эшкәртеү технологияһын төҙөй һәм ауыл хужалығында ҡулланыуға өлгәшә. Машина-трактор паркын һөҙөмтәле файҙаланыу тураһында тәҡдимдәр индерә.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.: илл.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]