Байраҡлы мәсете (Белград)
Мәсет | |
Байраҡлы мәсете (Белград)
| |
Мәсет Викимилектә |
Байраҡлы мәсете (сер. Бајракли џамија / džamija Bajrakli, төр. Bayraklı Camii) — Белград ҡалаһындағы ғәмәлдәге берҙән-бер мәсет (Сербия).
Ҡасандыр Белградта 100-ҙән ашыу мәсет һәм башҡа намаҙ уҡыу өсөн урындар күп була. Әммә тик бер генә ислам дини архитектура ҡомартҡыһы, ғәмәлдәге Байраҡлы мәсете беҙҙең көндәргә тиклем килеп етә[1], ул Евремов Господар урамының 11-се йортонда урынлашҡан. Ҡасандыр Байраҡлы мәсете ҡаланың Зейрека тип аталған сауҙа өлөшөндә йәшәгән сауҙагәрҙәрҙең һәм һөнәрселәрҙең тәбәнәк бәләкәй өйҙәренән өҫтөнлөк иткән була.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡынса 1575 йылда төҙөлә, һәм Ғосман империяһы идара иткән Сербияла 273 мәсеттән серб башҡалаһында берҙән-бер мәсет була.
Мәсеттең исеме төрөк теленән Bayrak — «флаг», Bayraklı — «флаглы» килеп сыҡҡан.
Сербияны австралиялылар оккупациялаған ваҡытта (1717—1739), мәсет рим-католик сиркәүе итеп үҙгәртелә; ләкин төрөктәр Белградты яңынан яулап алғандан һуң, йәнә мәсеткә әйләнә.
2004 йылдың 18 мартында Косовалағы ыҙғыштар ваҡытында, албанлылар серб сиркәүҙәрен яндырғанға яуап итеп, яндырыла. Һуңынан тергеҙелә.
Төрөктәр хакимлығы аҫтында ҡалған XVII быуаттағы Белградтың ентекле тасуирламаһы һаҡланған, уны ғосман сәйәхәтсеһе-һүрәтләүсеһе Эвлия Челеби яҙған, ул үҙенең китабында ҡалала ислам архитектураһы объекттарының күп булыуын билдәләй. XIX быуаттың икенсе яртыһында Байраҡлы мәсетен тарихсылар Константин Иречек һәм Джузеппе Барбанти-Бродано, шулай уҡ географ һәм этнограф Феликс Каниц һүрәтләй. Фараз ителеүенсә, Байраҡлы мәсете XVII быуатта төрөк солтаны Сөләймән II (1687—1691) ҡарары буйынса иҫке намаҙ уҡыу урынында төҙөлә. Замандаштары әйтеүенсә, уны тәүҙә Чохажи-хажи Алия, ә һуңынан Хөсәйен-чохажи тип атайҙар. Хәҙерге исемен мәсет XVIII быуат аҙағында XIX быуат башында ала. Ҡаланың төп мәсете булараҡ, унда мөвәҡәт, һижрәт буйынса изге көндәрҙе билдәләүсе кеше хеҙмәт итә. Уға сәғәт механизмын хеҙмәтләндереү, манараға флаг элеү йөкмәтелә, был ҡаланың бөтә намаҙ уҡый торған урындарында намаҙ башланыуын аңлата.
XIX быуатта серб Обреновичтар династияһы — кенәз Михаил һәм король Александр идара иткән осорҙа — мәсеттә әленән-әле тергеҙеү эштәре бара.
1868 йылда реставрацияларҙың береһе башлана, кенәз Михаил мәғариф һәм сиркәү эштәре министрына ҡалала булған мәсеттәрҙең иң ҡулайлыһын табырға һәм уны мосолмандар намаҙының ғәмәлдәге урыны булһын өсөн тейешле саралар күрергә ҡуша. Мәсет бинаһын ғына түгел, ә уның эске ихатаһындағы ҡаралтыларҙы ла ремонтлау планлаштырыла. Мәғариф һәм сиркәү эштәре министры 1868 йылдың 10 майында Сербия Кенәзлегенең Дәүләт советына түбәндәге йөкмәткеле акт ебәрә:
Белградта йәшәгән һәм үҙҙәренең эштәре менән шөғөлләнгән мосолмандар дини йыуанысһыҙ ҡалмаһын өсөн, Уның Ғали йәнәптәре бындағы мәсеттәрҙең береһен ғибәҙәт йолаларын башҡарыу өсөн тәртипкә килтерергә рәхим итеп бойороҡ бирҙе. Был юғары бойороғона ярашлы иң маҡсатлыһы тип «Байраҡлы» мәсете һайланды, һәм төҙөлөш министры, минең үтенес менән, уны һәм уның эргәһендәге хужа йәшәйәсәк йортто ҡарарға белгестәр ебәрҙе….
Кенәз Михаилдың 1868 йылдың май айында сығарылған күрһәтмәһенә ярашлы, мәғариф һәм сиркәү эштәре министры хужаға йылына 240 талер, ә мәзингә 120 талер түләргә бурыслы, ә мәсетте хеҙмәтләндергән башҡалар мәсеткә ҡараған күсемһеҙ килемдәр (ваҡыфтар) менән файҙалана ала. Байраҡлы мәсетенә беренсе имам һәм беренсе мәзин шул уҡ 1868 йылда тәғәйенләнә.
Ике донъя һуғышы осоронда мәсеттә реставрация эштәре ҡала мэрияһы тарафынан да үткәрелә, ә 1935 йылда ул тәүге тапҡыр Белградтың боронғо биналарын һаҡлау тураһындағы дәүләттең Указы менән һаҡ аҫтына алына. Икенсе донъя һуғышынан һуң да мәсетте Белград ҡалаһының халыҡ комитеты һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын ғилми өйрәнеү һәм һаҡлау Институты бер нисә тапҡыр реставрациялай, ә 1960 йылдарҙан башлап Белград ҡалаһының мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау институты яҡлай. 2004 йылдағы боҙолған урындарҙан һуң таш фасадты һәм тәҙрәләрҙе төҙөкләндерәләр. Хәҙер мәсет тулыһынса тергеҙелгән һәм эшләп тора.
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙенең архитектураһы яғынан мәсет кәмбәҙе, манараһы, ҙур стеналары һәм күп булмаған тәҙрә,ишектәре менән берҙәм куб формаһындағы бина. Төҙөлөш материалдары сифатында башлыса таш ҡулланылған, ә фасадтың ҡайһы бер сегменттары таш һәм балсыҡтан эшләнгән. Мәсеттең нигеҙе квадрат, ә көмбәҙ менән һигеҙмөйөшлө яҡтылыҡ ҡыуышлығын киреһенсә көнсығыш стилендәге аркалар һәм ябай биҙәкле терәткесле нишалар тотоп тора. Фасадта тәҙрәләр ассимметрик урынлашҡан, ләкин яҡтылыҡ ҡыуышлығының һәр һигеҙ яғында берәр тәҙрә бар. Көмбәҙҙең элементтары һәм тәҙрә уйымдары бинала һыныҡ аркалар менән тамамлана. Мәсеттең тышҡы төньяҡ-көнбайыш стенаһына конус башлы тар түңәрәк манара төкәтеп төҙөлгән. Өҫтә, манара әйләнәһендә балкон үтә. Унан мәзин диндарҙарҙы намаҙға саҡыра. Мәсеттең залында, ишек ҡаршыһында ислам диненең намаҙ өсөн изге урыны (михраб) урынлашҡан, бинаның көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, изге Мәккә ҡалаһы юнәлешендә бай биҙәкле көмбәҙ менән ҙур булмаған ниша тора. Михрабтан уң яҡта, көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә, ағас кафедра урынлашҡан (мөнбәр). Инеү урынының өҫ яғында ағас галерея урынлашҡан (мәхфил), унан балконға сығырға мөмкин[2].
Мәсеттең эске биҙәлеше бик ябай. Стеналар һыланмаған, шуның өсөн ҡайһы материалдан төҙөлгәнлеге күренеп тора. Уларҙы геометрик орнаменттар менән биҙәлгән айырым паннолар, шулай уҡ Ҡөрьәндән шиғыр юлдары менән изге яҙмалар төшөрөлгән матур таҡталар, тәүге хәлифтәрҙең исемдәре һәм Аллаһтың бөйөк эштәре һаналған семәрле ғәрәп каллиграфиялы сәхифәләр биҙәй. Элек мәсеткә һәр аркала берәр көмбәҙ булған, өс аркалы портал аша ингәндәр. Мәсет ихатаһында доға ҡылырға килгән диндарҙарға тәһәрәт алыу өсөн фонтан урынлашҡан. Байраҡлы мәсете Белградта ислам мәҙәниәтенең төп усағы булып тора. Хәҙерге ваҡытта уны Господар Евремов урамында күп ҡатлы йорттар араһынан еңел генә күреп булмай.
Байраҡлы мәсете 1946 йылда дәүләт тарафынан һаҡ аҫтына алынған мәҙәниәт ҡомартҡыһы исемлегенә инә, ә 1979 йылда ул айырым әһәмиәтле мәҙәниәт ҡомартҡыһы булып иғлан ителә («Службенигласник» СРС ҡарары, 14/79).[3].
Фотоһүрәттәр галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Байраҡлы мәсетенең тышҡы күренеше
-
Мәсеттең тышҡы күренеше
-
Мәсеттең тышҡы күренеше
-
Мәсеттең тышҡы күренеше
-
Мәсеттең тышҡы күренеше
-
Мәсеттең тышҡы күренеше
-
Мәсеттең тышҡы күренеше
-
Мәсеттең тышҡы күренеше
-
Мәсеттең тышҡы күренеше
-
Мәсеттең тышҡы күренеше
-
Мәсеттең тышҡы күренеше
-
Мәсеттең интерьеры
-
Мәсеттең интерьеры
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Е. Челебија, Путопис: одломци о југословенским земљама I, Сарајево 1979. (17. век; Истанбул 1896)
- Ф. Каниц, Србија — земља и становништво, књ.1, Београд 1986. (Лајпциг 1909)
- А. И. Хаџић, Бајракли џамија у Београду, Годишњак Музеја града Београда бр.4, Београд 1957.
- Ж. П.Јовановић, Из старог Београда, Београд 1964.
- Р. Самарџић, Нови век: доба турске власти 1521—1804, у: Историја Београда 1, Београд 1974.
- Д.Ђурић Замоло, Београд као оријентална варош под Турцима 1521—1867, Београд 1977.
- А. Талунџић, Бајракли џамија у Београду, Мост — часопис за образовање, науку и културу бр.183, 94-нова серија, Мостар 2005.
- С. Богуновић, Архитектонска енциклопедија Београда XIX и XX века, Београд 2005.
- М.Ђ. Милићевић, Топографске белешке, у: Стари Београд — путописи из XIX века, Београд 2005.
- С.и Д. Вицић, Поздрав из Београда 1895—1941, књ. 1, Београд 2008.
- Бајракли џамија, досије споменика културе, Документација Завода за заштиту споменика културе града Београда.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Завод за заштиту споменика културе града Београда, каталози 2011,Бајракли џамија, аутор Хајна Туцић — Бајракли џамија (1-4)
- ↑ М.Ђ. Милићевић, Топографске белешке, у: Стари Београд — путописи из XIX века, Београд 2005.
- ↑ Одлука, «Сл. гласник СРС» бр. 14/79
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Abdulah Talundžić, Bajrakli džamija u Beogradu
- Бајракли џамија на званичном сајту Београда.
- Локација на ВикиКарти
- Зашто нисмо одбранили Бајракли џамију («Политика», 18. мај 2010)
- Ожиљци насиља и дање на Бајракли џамији («Политика», 29. март 2011)
- Завод за заштиту споменика културе града Београда, каталози 2011, Бајракли џамија, аутор Хајна Туцић(недоступная ссылка)
- Завод за заштиту споменика културе града Београда, каталог културних добара(недоступная ссылка)
- Ријасет исламске заједнице Србије, 10.10.2013(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)
- Cultural Heritage Without Borders, András Riedlmayer, Harvard University, 15 April 2004. page 12, (10.10.2013)(недоступная ссылка)(недоступная ссылка)