Байтимеров Әбүбәкир Хөсәин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Байтимеров Әбүбәкир Хөсәин улы
Заты ир-ат
Тыуған көнө 25 май 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (79 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Балаҡатай районы, Билән
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты

Байтимеров Әбүбәкир Хөсәин улы (рус. Байтимиров Абубакир Хусаинович) (25 май 1941 йыл) — партия һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Милләте — башҡорт [1]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әбүбәкир Хөсәин улы Байтимеров 1941 йылдың 25 майында БАССР-ҙың Балаҡатай районы Билән ауылында донъяға килгән.

Билән урта мәктәбен һәм 1968 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған, зоотехник белемле.[2]

Хеҙмәт эшсәнлеген 1960 йылда Билән совхозында башлай.

1960 - 1963 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1968 - 1971 йылдарҙа Билән совхозында зоотехник, баш зоотехник булып эшләй.

1971-72 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренү институтында тәжрибә-етештереү хужалығы баш зоотехнигы.

1972 йылда йәнә Билән совхозында баш зоотехник.

1974 - 1978 йылдарҙа совхоз директоры.

1978-84 йылдарҙа - КПСС-тың Балаҡатай райкомында икенсе секретарь.

1984 - 1996 йылдарҙа-халыҡ депутаттарының Балаҡатай район Советы башҡарма комитеты рәйесе, район хакимиәте башлығы [3].

1996-2001 йылдарҙа - Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығының Дәүләт ветеринария инспекцияһы башлығы.

Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996) [4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 95.
  2. Байтимиров Абубакир Хусаинович//Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 ISBN 5-8258-0204-5
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 27
  4. Байтимиров Абубакир Хусаинович

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 95.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]