Байтурина Вазифа Хәмит ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Байтурина Вазифа Хамитовна битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Байтурина Вазифа Хәмит ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 25 ғинуар 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Баймаҡ районы
Вафат булған көнө 21 апрель 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (66 йәш)
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Почёт ордены

Байтурина Вазифа Хәмит ҡыҙы (25 ғинуар 1939 йыл21 апрель 2005 йыл) — комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1982—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981, 1986) һәм Почёт Билдәһе (1976) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вазифа Хәмит ҡыҙы Байтурина 1939 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Ольховка ауылында тыуған. Күп балалы ғаиләлә Вазифа — иң кесеһе, йәғни унынсыһы, була[1]. Әсәһе ауылда абруйлы кешеләрҙән һанала, ауыл Советына ла һайлана[1]. Старатель булып эшләгән атаһы, ҡыҙ беренсе класта уҡый башлағас, вафат булып ҡала. Рудник ҡасабаһының Ольховка ауылында дүрт класс тамамлағандан һуң, Баймаҡта урта белем ала.

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын (1962), ВЛКСМ-дың Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары комсомол мәктәбен (1966), Свердловск партия мәктәбен (1971) тамамлай[2].

1962—1965 йылдарҙа БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йылайыр урта мәктәп-интернатында урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 1965 йылда ВЛКСМ-дың Баймаҡ райкомына секретарь вазифаһына тәҡдим ителә. Ике йылдан Өфөгә, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары итеп үрләтелә (1966—1971). 1971—1976 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Артабан партия органдарында эшләй: 1976—1977 йылдарҙа — КПСС-тың Өфө ҡала комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, 1977—1982 йылдарҙа — КПСС-тың Өфө ҡала комитеты секретары. 1977 йылдан алып РСФСР-ҙың «Белем» йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы идараһеның президиумы ағзаһы (1985 йылға тиклем), 1980—1985 йылдарҙа — БАССР-ҙың X саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1982 йылдан 1990 йылға тиклем — БАССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесенең урынбаҫары. 1985—1990 йылдарҙа — БАССР-ҙың XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1990—1997 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай секретариатында ойоштороу бүлеге мөдиренең урынбаҫары[2].

Бер нисә йыл Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы идараһы ағзаһы була.

Вазифа Хәмит ҡыҙы Байтурина 2005 йылдың 21 апрелендә вафат була[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]