Эстәлеккә күсергә

Байтурин Дәүләтша Мөхәмәтйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байтурин Дәүләтша Мөхәмәтйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 РСФСР
 Башҡорт АССР-ы
Тыуған көнө 14 февраль 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Буранбай ауылы, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 19 апрель 1980({{padleft:1980|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (75 йәш)
Вафат булған урыны Шүлкә, 1-се Этҡол ауыл советы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Байтурин Дәүләтша Мөхәмәтйән улы (14 февраль 1905 йыл — 19 апрель 1980 йыл) — сәйәси золом ҡорбаны, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Батырлыҡ өсөн», «Мәскәүҙе обороналаған өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнеүсе.

Дәүләтша Мөхәмәтйән улы Байтурин 1905 йылдың 14 февралендә Буранбай ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районында) тыуған. Мәктәптә 7 класс белем алғас, Темәс башҡорт педагогия училищеһында уҡый. Уны тамамлағандан һуң, 1929 йылдан Баймаҡ районының Аҡморон ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Фарсы, латин, урыҫ, үзбәк, ҡаҙаҡ, төркмән телдәрен яҡшы белгән.

Дәүләтша Мөхәмәтйән улы 1935 йылда Йомағолова Йәмилә Ғәлим ҡыҙына өйләнә. Өйләнгәндән һуң, Хисмәт ауылында баҫыу ҡараусы булып эшләй. Уны «халыҡ дошманы» тип ғәйепләп, 10 йылға хөкөм итәләр. Әсәһе Сәхирә кире ҡаға торған документтар йыйып тапшырғас, ул тотҡонлоҡтан ҡотола. 1937 йылда репрессиялар ваҡытында ғаиләһе менән Үзбәкстанға китергә мәжбүр була. Унда 2 йыл йәшәгәс, тыуған яғына әйләнеп ҡайта.

1941 йылдың авгусында Дәүләтша Байтурин фронтҡа китә, минометсы һәм пулемет расчетында була. 1943 йылда яраланып, ай ярым госпиталдә ята. Госпиталдән һуң разведчик була. Ул Курск дуғаһындағы һуғыштарҙа, Мәскәүҙе обороналауҙа һәм Берлинды алыуҙа ҡатнаша. Еңеү көнөн ул Берлинда ҡаршылай.

1945 йылдың авгусында Дәүләтша Мөхәмәтйән улы Байтурин хеҙмәт иткән полкты Алыҫ Көнсығышҡа япондарға ҡаршы һуғышҡа ебәрәләр. 1946 йылдың сентябрендә тыуған яғына ҡайта. Сталиндан рәхмәт хаты ала.

Һуғыштан һуң Дәүләтша Мөхәмәтйән улы Хисмәт ауылында колхозда эшләй. Һуңынан урман хужалығына эшкә урынлаша һәм пенсияға тиклем шунда эшләй. 1980 йылда Баймаҡ районының Коммунар (Шүлкә) ауылында вафат була.

Ул Йәмилә Ғәлим ҡыҙы менән 10 бала тәрбиәләп үҫтерә (Байтурина Зәһүрә Дәүләтша ҡыҙы, Абдуллина Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
  • «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
  • Государственное автономное научное учреждение «Институт стратегических исследований Республики Башкортостан»[1]
  • Память народа официальный сайт[2]