Бакунин Александр Васильевич
Бакунин Александр Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 7 апрель 1924[1] |
Тыуған урыны | Тундрино, Сельское поселение Тундрино[d], Сургутский район[d], Тобольский округ[d], Урал өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2 апрель 1999[1] (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Екатеринбург, Рәсәй |
Эш урыны |
Урал дәүләт техник университеты[d] Иҡтисад институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһе) А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d] Институт истории и археологии УрО РАН[d] |
Уҡыу йорто | А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d] |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Аспиранттар | Запарий, Владимир Васильевич[d] һәм Личман, Борис Васильевич[d] |
Уҡыусылар | Запарий, Владимир Васильевич[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Бакунин Александр Васильевич (7 апрель 1924 йыл — 2 апрель 1999 йыл) — совет ғалимы, педагог һәм тарихсы, тарих фәндәре докторы (1968), профессор (1969). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Александр Васильевич Бакунин 1924 йылдың 7 апрелендә Урал өлкәһеСорғот районы Тундрино ауылында тыуа.
1939 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. 1939—1942 йылдарҙа Тобольск педагогия училищеһында уҡый. 1942 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы сафына саҡырыла һәм фротнҡа ғәмәлдәге армияға ебәрелә.[2].
1945 йылда Совет армияһы сафынан демобилизацияланғандан һуңТөмән өлкәһе Ялуторовский районының Яңы Лыбаевск ете йыллыҡ мәктәбендә хәрби әҙерлек буйынса уҡытыу бүлеге мөдире булып эшләй башлай. 1946—1947 йылдарҙа Төмән педагогия институтының тарих факультетына уҡый. 1947—1951 йылдарҙа А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университетының тарих-филология факультетында белем ала[2].
1951—1978 йылдарҙа С. М. Киров исемендәге Урал политехник институтында педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә: 1951—1954 йылдарҙа — ассистент, 1954—1958 йылдарҙа — марксизм-ленинизм кафедраһы уҡытыусыһы, 1958—1962 йылдарҙа — КПСС тарихы кафедраһы доценты, 1962 −1964, 1966—1976 йылдарҙа — КПСС тарихы кафедраһы мөдире, 1964—1966 йылдрҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1976—1978 йылдарҙа — КПСС тарихы кафедраһы профессоры. 1955—1956 йылдарҙа М. В. Ломоносов исемендәге МДУ ҡарамағындағы ижтимағи фәндәр уҡытыусыларының квалификацияһын күтәреү институтында белемен камиллаштыра[2].
1978 йылдан 1983 йылға тиклем — Тарих секторы мөдире, 1983—1988 йылдарҙы — СССР ФА-ның Урал ғилми үҙәге Иҡтисад институтында тарих бүлеге мөдире була, «Урал тарихы» күп томлығын булдырыусыларҙың береһе. 1988—1999 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Тарих һәм археология институтында ғилми эш менән шөғөлләнә: 1988—1989 йылдарҙа — ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары, 1989—1992, 1994—1999 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр, 1992—1994 йылдарҙа — ватан тарихы бүлегенең ғилми консультанты. Бер үк ваҡытта 1981 йылдан 1984 йылға тиклем — Урал дәүләт университеты тарих факультетының КПСС тарихы кафедраһы мөдире була[2].
1956 йылда — тарих фәндәре кандидаты, 1968 йылда тарих фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 1959 йылда — доцент, 1969 йылда профессор ғилми исеме бирелә[2].
Фәнни һәм педагогик эшмәкәрлегенән тыш, ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнә: 1946—1949 йылдарҙа ТПИ һәм А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университетының комсомол комитеты секретары урынбаҫары була, 1952 −1978 йылдарҙа — Свердловск ҡалаһының Киров районы КПСС район комитеты ағзаһы, штаттан тыш лектор, КПСС-тың Свердловск өлкә комитеты фәнни-методик советы ағзаһы, «Китап яратыусылар» йәмғиәтенең «Сәйәси китап» секцияһы рәйесе, СССР тарихсыларының милли комитеты ағзаһы. 1954—1962 йылдарҙа УПИ партия комитеты секретары була. 1960—1961 йылдарҙа — КПСС-тың Свердловск ҡала комитеты ағзаһы. 1979—1980, 1984—1985 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Урал ғилми үҙәге Иҡтисад институтының партия бюроһы ағзаһы. 1970—1990 йылдарҙа — РСФСР-ҙың «КПСС һәм фәнни-техник прогресс» Проблемалы советы етәксеһе, КПСС Үҙәк комитеты ҡарамағындағы Марксизм-ленинизм институт эргәһендәге КПСС тарихы буйынса Бөтә Союз координация советы ағзаһы, УрДУ-ның докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса махсуслашҡан советының рәйес урынбаҫары[2].
А. В. Бакунин 72 фән кандидаты, 18 фән докторы әҙерләгән, 370-тән ашыу ғилми эш авторы[2].
РСФСР Юғары Советы президиумының 1984 йылдың 23 июлендәге Указы менән «тарих фәнен үҫтереүҙәге һәм фәнни кадрҙар әҙерләүге ҡаҙаныштары өсөн» А. В. Бакунинға РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелә.
1999 йылдың 2 апрелендә Екатеринбургта вафат була. Широкореченск зыяратының почетлы секцияһында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почёт Билдәһе» ордены (1971)
- «Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы (1961)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. Ламин — Новосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Уральский государственный университет в биографиях / сост. В. А. Мазур; редкол.: В. В. Блажес [и др.]; под общ. ред. А. В. Подчиненова; [авт. биогр. ст. Н. М. Анненкова и др.]. — 3-е изд., испр. и доп. — Екатеринбург : Изд-во Урал. ун-та, 2010. — 616 с. — ISBN 978-5-7996-0550-6
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Уральский государственный университет в биографиях / сост. В. А. Мазур; редкол.: В. В. Блажес [и др.]; под общ. ред. А. В. Подчиненова; [авт. биогр. ст. Н. М. Анненкова и др.]. — 3-е изд., испр. и доп. — Екатеринбург: Изд-во Урал. ун-та, 2010. — 616 с. — ISBN 978-5-7996-0550-6
- Уральская историческая энциклопедия / Рос. акад. наук. Урал. отд-ние. Ин-т истории и археологии; [Гл. ред. В. В. Алексеев]. — Екатеринбург: Академкнига, 2000. — 637 с. — ISBN 5-7691-0795-2
- Ученые Уральского научного центра Академии наук СССР : Биобиблиогр. указ. / Центр. б-ка УНЦ; [Составители О. А. Былинкина и др.]. — Свердловск: УНЦ АН СССР, 1987. — 395 с.
- 7 апрелдә тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 2 апрелдә вафат булғандар
- 1999 йылда вафат булғандар
- Екатеринбургта вафат булғандар
- Урал дәүләт университетын тамамлаусылар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Урал дәүләт университеты уҡытыусылары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Тарих фәндәре докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр