Чалкау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Бакчауыл битенән йүнәлтелде)
Чалкау
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Пермь крайы

Муниципаль район

Барҙы районы

Координаталар

56°59′33″ с. ш. 55°36′34″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Телефон коды34261
Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

59, 81, 159

ОКАТО коды

57 204 000 036

ОКТМО коды

57 604 407 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Чалкау (Рәсәй)
Чалкау
Чалкау
Чалкау (Пермь крайы)
Чалкау

Чалкау (Салҡау, Бакчауыл[1]) — Пермь крайының Барҙы районындағы башҡорт ауылы, Барҙы ауыл биләмәһенә керә. Почта индексы — 618153, ОКАТО коды — 57204807004.

Ауыл район үҙәге Барҙы ауылынан яҡынса 7 км төньяҡтараҡ урынлашҡан.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың 14 октябрендә уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 85 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 36 ир һәм 49 ҡатын-ҡыҙ[2].

2005 йылда ауылда 147 кеше йәшәгән[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 28 йортонда 90 ир һәм 67 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[4]. 1834 йылда 34 йортта 94 ир һәм 85 ҡатын-ҡыҙ, ә 1859 йылда 39 йортта 164 ир һәм 131 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән[4].

Ауылда йәмиғ мәсете һәм уның эргәһендә «күп йылдарҙан бирле» эшләп килгән мосолман мәктәбе булған[4]. 1868 йылда мәктәптә 17 малай һәм 12 ҡыҙ белем алған[4].

Ауылдың билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Нәсүр Йөрөшбаев — Германияла йәшәүсе журналист, Башҡортостан киностудияһында төшөрөлгән «Звуки курая над Сеной» фильмының сценарий авторы һәм режиссеры, Германияның Лейпциг ҡалаһында башҡорт яуғирҙары иҫтәлегенә стела ҡуйылыуын донъяға ашырыусы йәмәғәт эшмәкәре;

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 366. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  2. Численность и размещение населения Пермского края. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
  3. Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района». Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап. 2009.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]