Балабан (әзербайжан музыка ҡоралы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балабан
изображение
Классификация

Телле музыкаль инструменттар Ике таяҡлы ағас тынлы музыкаль инструменттар с двойной тростью

Диапазон:

[[Файл:|170x250px|ундецима]]

Туғандаш инструменттар

Дудук
Шви
Гуань
Дудка
Дудуки
Кавал
Най
Пири
Тютяк
Хитирики

Балабан (әзерб. Balaban, лезг. кфил, фарс. دودوک йәки بالابان; Narmeh-ney, төр. Balaban йәки Mey, үзб. Balaban[1]), йә ҡайһы саҡта баламан[2][3] — телле ағастан яһалған ике таяҡлы тынлы музыка ҡоралы. 9 уйнау тишектәренән торған торбанан ғибәрәт. Әзербайжандарҙың, үзбәктәрҙең һәм ҡайһы бер төньяҡ кавказ халыҡтарының халыҡ уйын ҡоралы[1][4][5] [6][7] тынлы музыкаль инструмент…[1]. Әзербайжанда шулай уҡ балабанды дюдюк (әзерб. düdük) тип атайҙар[8]. Конструкцияһы һәм яңғырашы буйынса балабанға дудук (Әрмәнстан), Грузияла — дудуки яҡын тора[4].

Хроматик тауыш сығарыу һәм кәрәкле күләмдә өрөү көсөн табыу маҡсатында, тишектәрҙе өлөшләтә ҡаплау алымын ҡулланалар. Балабан тауышы йомшаҡ, еңелсә ҡалтырауыҡ һәм баҙыҡ тембрлы. Ғәҙәттә 2 балабан ҡулланалар — береһендә көй уйнайҙар, икенсеһендә — эҙмә-эҙлекле орган пунктын. Ҡайһы саҡта икенсеһенә һуҡма инструменттар (деф йәки нагару) ҡушыла. Балабанда йыр, бейеү көйҙәре, пьесалар башҡарыла. Балабан оркестрҙарға һәм халыҡ уйын ҡоралдары ансамбленә ҡушылып уйнай.

Әзербайжан тикшеренеүсеһе Ҡасимов дәлилләүе буйынса, Мингечаур территорияһында хәҙерге балабандың прототибы тип һаналған б. э. т. I быуатҡа ҡараған һөйәктән эшләнгән тынлы музыка ҡоралы табылған[5].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡорал атамаһы «бала», йәғни бәләкәй һәм «бан», йәғни әтәстәр ҡысҡырыуы һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән, һәм был музыка ҡоралының характерлы тембры менән бәйле[2].

Ҡоралдың эшләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балабан

Баҡыла үткән Новруз байрамында ашуғтар.
1990 йылғы совет маркаһында әзербайжан халыҡ музыка ҡоралдары (шул иҫәптән баламан)
Әзербайжан ағас тынлы музыка ҡоралы - Ике телле балабан, Баҡы, Әзербайжан тарих музейы

Балабанды нигеҙҙә абрикос, сәтләүек, тут һәм груша ағасынан етештерәләр. Был осраҡта ағас махсус станокта эстән соҡоп эшкәртелә. Һуңынан уны етен һәм зәйтүн майы. менән майлайҙар һәм оҙайлы ваҡыт дауамында билдәле бер температурала киптерәләр. Балабандың әҙер корпусының бырау ярҙамында уң яғында 8 һәм тиҫкәре яғында бер тишек тишелә. Ҡамыштан билдәле бер күләмдәге мөштөк әҙерләнә. Бер яҡтан ул йәйпәк сплющен булған, шуның арҡала балабанды «ясты балабан» (әзерб. yastı balaban—яҫы балабан) тип атайҙар. [2].

Яңғырашы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзербайжан балабаны диапазоны кесе октаваның «соль» нотаһынан икенсе октаваның «до» нотаһына тиклем көйҙө үҙ эсенә алған. Был диапазонды бер нисә көйгә күтәреү мөмкинлеге бары тик башҡарыусының оҫталығынан торған[2]. Балабан көй рәте ундецима диапазонлы диатоник рәт булған. Хроматик көйҙө сығарыу маҡсатында, башҡарыусы, кәрәкле өрөү көсөн һайлап, тишектәрҙе өлөшләтә япҡылап уйнаған. Балабан тауышы йомшаҡ, кларнеттың түбәнге регистрҙа яңғырашын хәтерләтеп, еңелсә ҡалтырауыҡ, баҙыҡ тембрлы. Сығарған көйө киҫкен булғанлыҡтан, тышта ғына уйналған зурнанан айырмалы рәүештә, балабанда йышыраҡ осраҡта бүлмәлә уйнайҙар[4]

Башҡарыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзербайжан балабаны оркестрҙар, ансамблдәр составында, шулай уҡ ашуғ фольклор төркөмдәрендә һәм башҡа төркөмдәрҙә киң ҡулланыла[2].

Балабанда уйнағанда, башҡарыусы ике ҡулының бармаҡтары менән тишектәрҙе йә асып йә ҡаплап уйнай. Балабандан көй сығарыу маҡсатында, башҡарыусы ауыҙ ҡыуышлығына һауа һулай һәм ҙур оҫталыҡ менән ирендәр араһындағы мөштөккә йүнәлтә. Тишектәр буйынса бармаҡтары менән хәрәкәт итеп, музыкант көйҙөң теләнгән бейеклегенә өлгәшкән. Ҡоралдың музыкаль ҡоролошо һәм көй бейеклеге мөштөккә кейҙерелгән ҡамыт ярҙамында көйләнә[2].

Балабан саз һәм һуҡма инструменттар ашуғ ансамблен тәшкил итә, тынлы халыҡ ансамбле тип балабан оҙатыуындағы гоша зурнаны (ике зурна) әйтергә була[5].

Популярлаштырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзербайжан йыр конкурсы Евровидение конкурсында балабан ике Әзербайжан йырында ҡулланылған: йыр Сабина Бабаеваның «When the Music Dies»[10]һәм Дилара Кязимованың «Start a Fire» йырҙарында[11][12].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзербайжан музыкаһы Әзербайжан халыҡ музыкаһы Әзербайжан музыка ҡоралдары

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Толковый словарь русского языка Кузнецова. 1 е изд е: СПб.: Норинт. С. А. Кузнецов. 1998 … 2012 йыл 9 июль архивланған. БАЛАБА́Н -а; м. Әзербайжандарҙың, үзбәктәрҙең һәм башҡа Төньяҡ Кавказ халыҡтарының халыҡ тынлы телле инструмент.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Меджнун Керимов. Атлас традиционной азербайджанской музыки. Бабалан
  3. Музыкальная энциклопедия. Азербайджанская музыка. Под ред. Ю. В. Келдыш. Т. 1. А — М.: Советская энциклопедия, 1973.

    Широко распространены духовые — тутэк, баламан, или балабан, зурна

  4. 4,0 4,1 4,2 Музыкальная энциклопедия. Баламан. Под ред. Ю. В. Келдыш. Т. 1. А — М.: Советская энциклопедия, 1973
  5. 5,0 5,1 5,2 К. А. Касимов. Народы Азербайджанской Советской Социалистической Республики. Азербайджанцы. Народное творчество / Под редакцией Б. А. Гарданова, А. Н. Гулиева, С. Т. Еремяна, Л. И. Лаврова, Г. А. Нерсесова, Г. С. Читая. — Народы Кавказа: Этнографические очерки: Издательство Академии наук СССР, 1962. — Т. 2. — С. 158. — 684 с.

    Азербайджанские духовые народные инструменты двух типов — флейтового и гобойного. Н числу первых относится тутек —— пастушеская свирель простейшей конструкции, к числу вторых — балабан(26), разновидность цилиндрического гобоя. Оба инструмента имеют двойной тростниковый мундштук и одинаковое количество пальцевых отверстий. Разницу в звуке создает различное устройство звуковых каналов. К числу гобойных инструментов относится и зурна, коничесая форма канала которой сообщает её звуку резкость. Поэтому балабан чаще употребляется в помещении, зурна — на воздухе. Своеобразный и сильный звук зтих инструментов делает их любимыми народными инструментами. Саз с балабаном и ударным инструментом составляли ашугский ансамбль, а тар с кеманчей и бубном сопровождали исполнение певцов мугамов — ханенде, духовым же народным ансамблем можно считать гоша зурна (две зурны) в сопровождении балабана.



    26. На территории древнего поселения Мингечаур обнаружен духовой музыкальный инструмент, сделанный на кости, относящийся к I в. до н. э., который является прототипом современного балабана.

  6. Сергей Александрович Токарев. Основы этнографии: Учеб. пособие для ист. специальностей вузов. — Высшая школа, 1968. — С. 311. — 359 с.

    Из других духовых инструментов у армян был парканзук (волынка), его предпочитали гусаны. У грузин — саламури (свирель), соинари (флейта), гудаствири (волынка), у азербайджанцев — тутек (свирель), балабан (гобой).

  7. Глоссарий. Термины, встречающиеся в тексте. Народы Азербайджанской ССР / Под редакцией Б. А. Гарданова, А. Н. Гулиева, С. Т. Еремяна, Л. И. Лаврова, Г. А. Нерсесова, Г. С. Читая. — Народы Кавказа: Издательство Академии наук СССР, 1962. — Т. 2. — С. 637.

    Балабан (балабан) — үзбәктәрҙең һәм башҡа Төньяҡ Кавказ халыҡтарының гобой тибындағы

  8. Encyclopaedia Iranica. Balaban. 2011 йыл 5 август архивланған.: «BĀLĀBĀN, a cylindrical-bore, double-reed wind instrument about 35 cm long with seven finger holes and one thumb hole, played in eastern Azerbaijan in Iran and Soviet Azerbaijan (where it is also called düdük).»
  9. Charming Sounds of the Balaban Saadat Abdullayeva.  (рус.)
  10. Sabina Babayeva to sing «When The Music Dies» in Baku. Eurovision.tv.
  11. Dilara Kazimova — Start A Fire (Eurovision 2014 Azerbaijan) 2014 йыл 17 март архивланған.. // Mid.az. 16.03.2014.
  12. It is time to «Start A Fire» for Dilara Kazimova // Eurovision.tv.

Ҡалып:Азербайджанские музыкальные инструменты Ҡалып:Духовые музыкальные инструменты