Балаларҙың тыныслыҡ һәйкәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балаларҙың тыныслыҡ һәйкәле
япон. 原爆の子の像
Нигеҙләү датаһы 5 май 1958
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Садако Сасаки[d]
Дәүләт  Япония
Административ-территориаль берәмек Накадзима-тё[d] һәм Хиросима (префектура)[d]
Урын Хиросималағы Тыныслыҡ мемориаль паркы
Булдырыусы Kikuchi Kazuo[d][1] һәм Икэбэ, Киёси[d][1]
В память о Садако Сасаки[d]
Һүрәтләнгән объект Садако Сасаки[d] һәм orizuru[d]
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫы
Рәсми сайт whc.unesco.org/en/list/7…
Модель Садако Сасаки[d]
Карта
 Балаларҙың тыныслыҡ һәйкәле Викимилектә

Балаларҙың тыныслыҡ һәйкәле (япон. 原爆の子の像) — Хиросиманы атом бомбаһына тотоу ваҡытында зыян күргән Садако Сасаки һәм башҡа меңдәрсә бала иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монумент Хиросима ҡалаһының тыныслыҡ паркында урынлашҡан. Ул япон балаларының, шул иҫәптән Садако Сасакиҙың синыфташтары йыйған аҡсаға рәссамдар Кадзуо Кикути һәм Киеси Икэбэ проекты буйынса эшләнгән. Атом бомбаһы балалары исемле һәйкәл 1958 йылдың 5 майында (Японияла балалар көнө) асыла.

Садако монументтың өҫкө өлөшөндә, ҡулына торна-оригами тотоҡан килеш һынландырылған. Һәйкәл тирәләй бөтә донъянан көн һайын меңдәрсә торна-оригами һауаға осорола. Боронғо япон йолаһы буйынса, кем мең торна эшләй, ул теләк теләй һәм уның хыялы мотлаҡ тормошҡа аша. Торна-оригамиҙар уларҙы эшләгән һәм һауаға осороу өсөн һәйкәлгә килгән балалар атом һуғышын теләмәй. Көн һайын һәйкәл эргәһенән мең торна-оригами осороу тардицияһы Садаконың мең дана эшләп өлгәрмәйенсә, лейкемиянан вафат булып ҡалыуы менән бәйле. Әммә 1955 йылдың авгусында уҡ ҡыҙҙың маҡсатына өлгәшеүенә ҡарамаҫтан, торналарҙы эшләүен дауам итеүе билдәле. Үкенескә күрә, уның теләге тормошҡа ашмай, ул 1955 йылдың 25 октябрендә 12 йәшендә вафат була.

Статуя формаһы буйынса торнаға оҡшаған бронза постаментта тора. Ул ел иҫкән һайын эленеп ҡуйылған тыныслыҡ ҡыңғырауы һелкенеүенән зыңғырлай. Ике өлөшөнә лә физика өлкәһендә Нобель премияһы лауреаты Хидеки Юкава үҙ аҡсаһын бирә.

Һәйкәл нигеҙендә ҡара мәрмәр плитаға япон телендә түбәндәге текст яҙылған:

これはぼくらの叫びです これは私たちの祈りです 世界に平和をきずくための
Корэ ва бокура но сакэби дэсу. Корэ ва ватаситати но инори дэсу. Сэкай ни хэйва о кидзуку тамэ но.
Это наш крик. Это наша молитва. Ради установления мира во всем мире.

Оҡшаш монументтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бындай уҡыусылар йыйған аҡсаға төҙөлгән һәйкәл шулай уҡ Санта-Фела (АҠШ) бар, ул 1995 йылда Сиэтлда (АҠШ) атом бомбардировкаларының 50 йыллығы иҫтәлегенә асыла.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 http://www.pcf.city.hiroshima.jp/kids/KPSH_J/hiroshima/sadako/sadako_a_1.html