Бала-саға (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Детвора
Жанр:

рассказ

Автор:

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле:

урыҫ телендә

Яҙылған йылы:

1886

Публикация:

1886

Wikisource-logo.svg Әҫәр тексы Викикитапханала

«Бала-саға» — Антон Павлович Чеховтың 1886 йылда яҙылған хикәйәһе. 1886 йылдың20 ғинуарында "Петербург гәзите"нең 19-сы һанында (Сәхнә) өҫтәмә исеме һәм А. Чехонте ҡултамға-псевдонимы менән тәүге тапҡыр нәшер ителә. Яҙыусының йола традицион раштыуа хикәйәһе драматизмын йомшартыусы ижад ынйыларының береһе.

Сюжеты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хикәйәләү төнгә яҡын кистә үҙҙәре генә өйҙә тороп ҡалған балаларҙың, өлкәндәр юҡлыҡтан файҙаланып, йоҡларға ятмай, лото уйнағанын күҙәтеү-һүрәтләмәһенән ғибәрәт.

Яҙылыу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҙыусының сюжет идеяһы, моғайын, Воскрессенск ҡалаһында фатирға төшкән артиллерия батареяһы командиры полковник Б. И. Маевский һәм уның ғаилә ағзалары менән осрашҡандан һуң тыуғандыр. Михаил Чехов бер мәл былай тип яҙҙы "… полковниктың иҫ киткес балалары — Аня, Соня һәм Алеша менән минең ағайым Антон Павлович бик дуҫлашты һәм үҙенең «Бала-саға» хикәйәһендә уларҙы һүрәтләне.

Баҫмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антон Павлович тере саҡта хикәйәһе бер нисә тапҡыр баҫылып сыҡҡан:

  • Тәүге баҫмаһы 1886 йылдың 20 ғинуарында "Петербург гәзите"ндә донъя күрә.
  • 1886 йылда «Сыбар хикәйәләр» йыйынтығында.
  • А. С. Суворин 1889—1895 йй. «Бала-саға» йыйынтығында баҫып сығарған .
  • 1899—1901 йй. А. Ф. Маркс нәшер иткән А. П. Чеховтың Әҫәрҙәр йыйынтығында.

Беренсе баҫманан һуң эшләнгән төҙәтмәләр күп булмаған. Мәҫәлән, «Сыбар хикәйәләр» йыйынтығы өсөн (Сәхнә) тигән өҫтәмә исем алынған.

Яҙыусы үҙе тере саҡта уҡ хикәйә болгар, венгр, дат, немец, поляк, румын, серб-хорват һәм чех телдәренә тәржемә ителгән.

Тәнҡитселәр фекере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хикәйәне күп кенә тәнҡитселәр ыңғай баһалай. Мәҫәлән, «Урыҫ байлығы» әҙәби журналының тәнҡитсеһе Леонид Оболенский былай тип яҙған: "Чехов әфәнденең балалары һәм бала күңеле таң ҡалдырғыс һүрәтләнгән. «Урыҫ фекере» журналында В. А. Гольцев үҙенең бер мәҡәләһендә "Бала-саға"ла «балаларҙың холоҡ һыҙаттары нескә итеп билдәләнгән» тип телгә алған. Лев Толстой шулай уҡ «Бала-саға» хикәйәһен Чеховтың иң яҡшы хикәйәләренең береһе тип иҫәпләгән.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]