Балтас (Аҙнаҡай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Балтас
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ үҙәге Балтачевское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Балтачевское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423302

Балтас (Ҡыпсаҡ; татар. Балтач, рус. Балтачево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.

География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл Стәрле йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан көньяҡҡа табан 14 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауыл башта Ҡыпсаҡ тип атала. Ауылда юрмый ырыуы башҡорттарының һәм яһаҡлы татарҙар йәшәй. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Тымытыҡ улусы составына керә[3].

XX быуат башында ауылда 3 һыу тирмәне, баҙар, 2 мәсет, мәктәп теркәлгән[2].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1935 йылдан — Тымытыҡ районы, 1958 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[2].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1816 йылда ауылда 33 яһаҡлы татар, 67 хеҙмәтсе татар; 1870 йылда — 566 дәүләт крәҫтиәндәре һәм башҡорттар иҫәпләнгән[3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [2])
1897192019261938194919581970197919892000
1047136311481133712514596478459409

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 ОКТМО
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Татарская энциклопедия.
  3. 3,0 3,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир — Уфа: Китап, 2009. — Б. 562. — 600 б. — ISBN 978-5-295-04952-1.