Эстәлеккә күсергә

Балыҡлы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балыҡлы
Ил

Рәсәй

Координаталар

53°05′39″ с. ш. 55°18′27″ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
ОКАТО коды

80 254 810 001

ОКТМО коды

80 654 410 101

ГКГН номеры

0524188

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Балыҡлы (Рәсәй)
Балыҡлы
Балыҡлы

Балыҡлы (рус. Балыклы) — Башҡортостандың Фёдоровка районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 677 кеше[1]. Почта индексы — 453296, ОКАТО коды — 80254810001.

Балыҡлы — ерһеҙ башҡорттарҙың этник яҡтан ҡатнаш тораҡ пункты. 1834 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа Ҡарғалынан (Сеидовский пасад ) аҫаба башҡорт ҡатламына ингән 205 Ҡаҙан татары йәшәгән Балыҡлы ауылы айырым теркәлә. Улар, башҡорттарҙан ер һатып алыу тураһындағы 1751 йылғы килешеүе нигеҙендә, был ауылға килеп төпләнгән була. 1795 йылғы V рәүиз материалдарында 65 ихатала 488 башҡорт, 21 ихатала 141 яһаҡ татары, 1 ихатала 4 служивый татар йәшәүе күренә. Һуңынан Сәйет биҫтәһенән мещандар һәм сауҙагәрҙәр килеп ултыра. Шул уҡ халыҡ иҫәбен алыуҙа Юрматы улусы Тәтегәс түбәһенең 22 йорто составында 319 башҡорт (147 ир-егет һәм 172 ҡатын-ҡыҙ) йәшәгән Балыҡлы ауылы айырым теркәлә. Был ауылдың 6 ир-егетенең икешәр ҡатын менән йәшәүе лә билдәләнә. Башҡорттар 13 ихатала йәшәй. 1850 йылғы рәүиз материалдарында 17 ихатала 385 (186 ир-егет һәм 199 ҡатын-ҡыҙ) башҡорт күрһәтелә. Яһаҡ татарҙарынан торған дәүләт крәҫтиәндәре төркөмө (153) айырым иҫәпкә алына[2].

1842 йылда 522 кешегә ужым игене — 512, яҙғы иген 1824 бот сәселә[3]. 1920 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу 1-се Балыҡлылағы 296 ихатала 1495 башҡорт һәм 2-се Балыҡлылағы 78 ихатала 383 татарҙың йәшәүе тураһында мәғлүмәт теркәлә. Хәҙерге ваҡытта Фёдоровка районында бер генә Балыҡлы ауылы бар[2].

Балыҡлы ауылында XVIII—XX быуат башында 1-се йәмиғ мәсете эргәһендә мәҙрәсә эшләй.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 677 296 381 43,7 56,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]