Балыҡ майы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Балыҡ майы
Рәсем
 Балыҡ майы Викимилектә
Атлантик тәрәс

Балыҡ (атап әйткәндә, тәрәс) майы — балыҡтан алына торған май — мәҫәлән, 1,3—2,2 кг тартҡан тәрәстең бауырынан етештерелә. Һалҡын һыулы донъя океанының диңгеҙҙәрендәге балыҡтарҙан — скумбриянан, сельдтән, башҡа һимеҙ балыҡтарҙан күпләп алына.

Етештереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәрәс майын башлыса Норвегияла етештерәләр. XIX быуат уртаһында фармацевт Петер Мёллер (норв. Peter Möller, 1793—1869) Норвегияның көнбайышында йәшәгән һәм тәрәс балығы бауыры майын даими ҡулланған халыҡтың сәләмәтерәк булыуын асыҡлаған[1][2], ул балыҡ майы һата башлаған, шуға тиклем был май тире эшкәртеүгә тотонола торған булған.

Күп күләмдә һәм юғары техник камиллыҡ менән балыҡ майы етештереүсе икенсе ил — АҠШ.

Балыҡ майын юғары технологиялы сәнәғәт ысулы менән дә, айырым балыҡсы төркөмдәр иһә бик примитив ысулдар менән етештерә. Сәнәғәт ысулы тотоу менән үк тәрәсте таҙартып, бауырын алып етештерелеүе менән айырыла. Шәхси етештереүселәр балыҡты тотоп, мискәгә йыя бара ла, бер ни тиклем ваҡыттан ғына ярға сыға, шуға күрә балыҡ майының төҫө лә, тәме лә үҙгәргән булып сыға. Уны ҡыҙыл май тип атайҙар.

СССР-ҙа балыҡ майы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Совет ғалимдары аҙыҡта майҙар кислотаһы етмәү тураһында гипотеза иғлан итә, бынан һуң хөкүмәт илдә күләмле профилактик саралар ойоштора. Балыҡ майы балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә балаларға мотлаҡ бирелә башлай. Был 1970 йылдан диңгеҙ бысраныу сәбәпле тыйыу тураһында указ сыҡҡанға тиклем дауам итә. 1997 йылда указ ғәмәлдән сығарыла.

Медицинала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Капсулаға һалынған медицина балыҡ майы

Балыҡ майының төп ҡиммәте — уларҙағы туйындырылмаған майҙар кислотаһы миҡдары (Омега-3) йөрәк сирҙәре аҙыуын тотҡарлай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Колупаева Е. А., Беляева Л. М Современный взгляд на рыбий жир // Медицинские новости. — 2013. — № 10. — С. 40—41.
  2. World class processing of Möller's omega 3 products. web.archive.org (16 октябрь 2016). Дата обращения: 12 декабрь 2018.