Балғыуаҡ
Балғыуаҡ | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Genista L. | ||||||||||||||
Төрҙәре | ||||||||||||||
|
Балғыуаҡ (лат. Genísta) —— ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Ботаник яҙма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡыуаҡ һәм ярым ҡыуаҡ. Һабағы күтәрелеүсән йәки төҙ, ҡуйы төклө йәки төкһөҙ, бейеклеге 60—150 см тиклем. Буяу балғыуағы япраҡтары ланцет йәки йомортҡа‑ланцет формаһында, герман балғыуағы — оҙонса йәки эллиптик, йөнтәҫ, һеңерсәләре буйынан‑буйына төклө. Сәскәһе тәлгәш сәскәлектә, һары, алтынһыу һары төҫтә, йомортҡа-эллипс йәки йөрәк формаһындағы елкән, төклө йәки төкһөҙ кәмәле. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡуҙаҡ, июль—августа өлгөрә.
О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация |
Таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҡынса 75 төрө билдәле, Европала, Көнбайыш Азияла, Урта диңгеҙҙә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Герман Б. киң япраҡлы-ылыҫлы урманда һәм уның ситтәрендә үҫә, Нуриман районында табылған. Буяу балғыуағы республикабыҙҙың бөтә биләмәһендә һирәкләнгән урмандарҙа, аҡландарҙа, ҡомло һәм аҡбурлы битләүҙәрҙә таралған.
Файҙаланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балғыуаҡ составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, флавоноидтар бар; халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Буяу балғыуағы — ағыулы үҫемлек; япраҡтарынан, һабаҡтарынан, сәскәләренән туҡымалар өсөн һары буяу алына.
Сығанаҡтар http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/1525-bal-yua(недоступная ссылка) https://ru.wikipedia.org/w/index.php?tit
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был мәҡәләнең өлөшө әлегә яҙылмаған. |
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Балғыуаҡ GRIN сайтында мәғлүмәт (инг.) (Тикшерелеү көнө: 10 июнь 2009)
- Балғыуаҡ: «Тормош энциклопедияһы» сайтында мәғлүмәт(EOL) (инг.) (Тикшерелеү көнө: 10 июнь 2009)
- Балғыуаҡ — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2009)
- Дрок // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 июнь 2009)
- Дрок в Биологическом энциклопедическом словаре (Тикшерелеү көнө: 11 июнь 2009)
Был ботаника буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |