Банников Василий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Банников Василий Васильевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Принадлежность СССР
Тыуған көнө 1 ноябрь 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Стәрлетамаҡ кантоны, Ергән
Вафат булыу көнө 12 декабрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (26 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Өфө
Ерләнгән урыны Өфө
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
орден Славы III степени орден Славы II степени орден Славы I степени
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]

Банников Василий Васильевич (1 ноябрь 1925 йыл — 12 декабрь 1951 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, уҡсылар полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Дан орденының тулы кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ба́нников Васи́лий Васи́льевич 1925 йылдың 1 ноябрендә Стәрлетамаҡ кантоны[1] Ергән ауылында тыуған. Мордва. Тулы булмаған урта белемле. 1944 йылдан КПСС ағзаһы. Хәрби хеҙмәткә тиклем колхозда эшләгән.

Совет Армияһына Мәләүез районы хәрби комиссариаты тарафынан 1943 йылдың февралендә саҡырыла.

Артиллерия училищеһы янында ҡыҫҡартылған курстарҙы тамамлай. 1943 йылдың февраленән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана һәм бер тапҡыр контузия ала.

1945 йылда старшина Василий Банников демобилизациялана. Өфө ҡалаһында йәшәгән.

1951 йылдың 12 декабрендә Василий Васильевич Банников хәрби госпиталдә вафат була. Өфө ҡалаһында ерләнгән.[2].

Батырлығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1944 йылдың 11 апрелендә 82-се айырым гвардия танкыға ҡаршы истребителдәр дивизионының (74-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 8-се гвардия армияһы, 3-сө Украина фронты) орудие расчеты командиры гвардия сержанты Василий Банников Украинаның Одесса өлкәһе Овидиополь ҡалаһының көньяҡ-көнбайышында барған һуғыштарҙа батырлыҡ күрһәтә. Уҡсы подразделениеларҙың һөжүменә ҡушылып ул һалдаттары менән биш пулемет нөктәһен юҡҡа сығара, взводҡа яҡын гитлер һалдатын юҡ итә. 1944 йылдың 13 апрелендә шул уҡ урында дошман контратакаларын кире ҡаҡҡанда расчеттың башҡа номерҙары сафтан сыға. Гвардия сержанты Банников бер үҙе дошманға ут яуҙырыуын дауам итә. Дошмандың биш пулеметын һәм егерменән артыҡ һалдатын юҡ итә.

1944 йылдың 8 июнендәге приказ менән немец-фашист баҫҡынсыларына ҡаршы һуғыштарҙа командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия сержанты Банников Василий Васильевич 3-сө дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 64990).

1944 йылдың 6 авгусында Польшаланың Магнушев ҡалаһы янында 82-се айырым гвардия танкыға ҡаршы истребителдәр дивизионының (74-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 8-се гвардия армияһы, 1-се Белоруссия фронты) батыр гвардеец үҙе командалыҡ иткән расчет менән штурм орудиеһын яндыра. 1944 йылдың 12 авгусында өс дошман танкыһы совет подразделениеларының хәрби рәттәренә бәреп инә. Ҡурҡыу белмәҫ яугир-артиллерист танкыларҙың береһен сафтан сығара, ә ҡалғандары кире сигенә.

1944 йылдың 10 сентябрендә немец-фашист баҫҡынсыларына ҡаршы һуғыштарҙа командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн приказ менән гвардия сержанты Банников Василий Васильевич 2-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 4199).

1945 йылдың 21-24 апрелендә Гитлер Германияһының башҡалаһы Берлинда барған урам һуғыштарында гвардия өлкән сержанты Василий Банников командалыҡ иткән орудие расчеты батырлыҡ күрһәтә. Улар ете ут нөктәһен, һигеҙ дотты һәм егерменән артыҡ гитлерсыны юҡ итә. 1945 йылдың 30 апрелендә Банниковтың орудие расчеты штурм төркөмөнә ярҙам итеп бер пулеметты сафтан сығара һәм ундан артыҡ дошман һалдатын юҡ итә.

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 15 майындағы Указы менән немец-фашист баҫҡынсыларына ҡаршы һуғыштарҙа командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия өлкән сержанты Банников Василий Васильевич 1-се дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 1160) һәм Дан орденының тулы кавалеры була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дан орденының өс дәрәжәһе.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Несокрушимые. Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. Уфа.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]