Баранов Владимир Борисович
Баранов Владимир Борисович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 16 сентябрь 1934 |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Вафат булған көнө | 3 август 2023[1] (88 йәш) |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эш урыны | Институт проблем механики РАН[d] |
Уҡыу йорто | МДУ-ның механика-математика факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Георгий Иванович Петров[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Баранов Владимир Борисович (16 сентябрь 1934 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәйҙең механика өлкәһендә эшләгән ғалимы. Физика-математика фәндәре докторы, профессор.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эшсе-электрик Борис Иванович Баранов һәм фабрика хеҙмәткәре Людмила Вениаминовна (ҡыҙ фамилияһы Коган) ғаиләһендә тыуған. Атаһы матур тауышҡа эйә, үҙешмәкәр хор солисы була, уның ҡыҙ туғандары музыкаль белемгә эйә була һәм музыкаль педагог булып эшләй.
Урта мәктәпте көмөш миҙал менән тамамлай (1952). Шул уҡ йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы ҡарамағындағы Музыка училищеһының беренсе курсын профессор Ю. И. Янкелевичтың скрипка класы буйынса тамамлай. Мәскәү дәүләт университетының ҡыллы квартеты составында Халыҡ-ара студенттар һәм йәштәр фестиваленың «Камера ансамблдәре» бүлеге буйынса лауреаты көмөш миҙалы ала (Мәскәү, 1957).
Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай (1957). Г. И Петровтың уҡыусыһы. Аспирантураға уҡырға инә (1957), ғаилә хәле буйынса ситтән тороп уҡыу формаһына күсә һәм 1958 йылдан ғилми-тикшеренеү институты-1-ҙә (хәҙер — М. В. Келдыш исемендәге ғилми тикшеренеү үҙәге) эшләй башлай. Өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр (1958—1966). Фән кандидаты (1962), диссертацияһының темаһы: «Об уравнениях магнитной гидродинамики для полностью ионизованного газа и некоторые задачи, связанные с анизотропией свойств переноса»[2]
1966 йылдан СССР Фәндәр академияһының Йыһанды тикшереүҙәр институтында (ИККИ) эшләй, өлкән фәнни хеҙмәткәр, лаборатория мөдире була (1986).
Физика-математика фәндәре докторы (1970), диссертацияһының темаһы: «Гидродинамические течения анизотропной плазмы»[3]
1987 йылдан — СССР Фәндәр академияһының механика проблемалары институтында, «Физик газ динамикаһы» лабораторияһы мөдире, 2007 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр.
Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гидроаэромеханика, магнитлы гидродинамика, плазма физикаһы, космос газ динамикаһы. Төп хеҙмәттәре күсереү үҙенсәлектәре изотропияһын боҙоусы көслө магнит ҡырҙарында плазманың гидродинамик ағымына, плазма өсөн гидродинамик тигеҙләмәләрҙе нигеҙләүҙең фундаменталь проблемаларына, планета-ара һәм йондоҙ-ара мөхиттәрҙең үҙ-ара тәьҫирләшеү моделен төҙөүгә, космос шарттарында осраған башҡа физик күренештәрҙең гидродинамик моделен булдырыуға бағышлаған.
Ҡыҙыҡлы фәнни һөҙөмтә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Вояжер — 1» һәм «Вояжер — 2» Америка йыһан аппараттары 2004 йылдың декабрендә һәм 2007 йылдың сентябрендә Ҡояштан ярашлы рәүештә 84 а. е. һәм. 94 а. е. алыҫлыҡта (1 а. е. — Ерҙән Ҡояшҡа тиклемге алыҫлыҡ) Ҡояш еле тотҡарланыуҙың һуҡма тулҡыны менән киҫешә. Бер нисә процентҡа тиклем аныҡлыҡ менән был алыҫлыҡ В. Б. Баранов тәҡдим иткән (авторҙаш менән) Ҡояш еленең Ҡояш системаһын уратып алған йондоҙ-ара мөхит менән үҙ-ара тәьҫирләшеүенең математик моделендә был киҫешеүҙән 25 йыл тиерлек элек алдан әйтелә.
100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы һәм авторҙашы.
Педагогик эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1966 йылдан МДУ-ның механика-математика факультетында уҡыта, бер үк ваҡытта аэромеханика һәм газ динамикаһы кафедраһы доценты, профессоры (1976). «Гидроаэромеханика», «Введение в магнитную гидродинамику», «Введение в кинетическую теорию газов», «Космическая газовая динамика». махсус курстарын уҡый. Газ динамикаһы һәм аэромеханика буйынса махсус семинар етәксеһе. 16 фән кандидаты әҙерләй, шуларҙан 5-һе фән докторы булып китә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- С. А. Чаплыгин исемендәге премия лауреаты,
- «Сорос профессоры» (1994—2000), Мәскәүҙең профессорҙар гранты (2001—2006).
- ««Почёт Билдәһе» ордены (1972),
- РФА-ның Г. И. Петров исемендәге миҙалы (2006),
- Космонавтика Федерацияһының М. В. Келдыш исемендәге миҙалы.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡатыны — Зародзинская Ирена Здиславовна (13.07.1931) — музыкант.
- Ҡыҙы — Тихонова, Юлия Владимировна (1958) — документаль кино һәм телевидение сценарисы, телепрограммалар авторы.
- Улы — Баранов Игорь Владимирович (1961) — МДУ-ның механика-математика факультетын тамамлаған. Структур лингвистика өлкәһендә бер нисә йыл эшләй. Әлеге ваҡытта шағир, әҙәби тәржемәсе һәм «Францисканцев» нәшриәте директоры[4] The Institute of Contemporary Development эксперты.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Баранов В. Б. «Исследование простых волн в плазме с анизотропным давлением», Изв. АН СССР, МЖГ, № 2, 1970 г.
- Баранов В. Б., Краснобаев К. В., Куликовский А. Г. «Модель взаимодействия солнечного ветра с межзвездной средой», ДАН СССР, т.104, № 1, 1970 г.
- Baranov V.B., Lebedev M.G., Ruderman M.S. «Structure of the region of the solar wind — interstellar medium interaction and its influence on H atoms penetrating the solar wind», Astrophys. Space Sci., v. 66, pp. 441—451, 1979.
- Баранов В. Б., Ермаков М. К., Лебедев М. Г. «Некоторые результаты расчёта трёхкомпонентной модели взаимодействия солнечного ветра с межзвездной средой», Письма в Астрон. ж., т.7, № 6, 1981 г.
- Баранов В. Б., Лебедев М. Г. "Самосогласованная газодинамическая модель обтекания ионосферы кометы солнечным ветром с учётом эффекта «нагружения», Письма в Астрон. ж., т.12, № 7, 1986 г.
- Baranov V.B., Lebedev M.G. «The interaction between the solar wind and the comet P/Halley atmosphere: observations versus theoretical predictions», Astron. Astrophys., v. 273, pp. 695—706, 1993.
- V.B. Baranov, Yu.G. Malama «Model of the solar wind interaction with the local interstellar medium: numerical solution of self-consistent problem», J. Geophys. Res., v. 98, No A9, 1993.
- V.B. Baranov, V.V. Izmodenov, Yu.G. Malama «On the distribution function of H atoms in the problem of the solar wind interaction with the local interstellar medium», J. Geophys. Res., v. 103, No A5, 1998.
- V.B. Baranov «On the problem of fluid dynamics foundation for applications in the space physics», Astrophys. Space. Sci., v. 274, pp. 3 — 16, 2000.
- Баранов В. Б., Измоденов В. В. «Модельные представления о взаимодействии солнечного ветра со сверхзвуковым потоком межзвёздной среды. Предсказание и интерпретация экспериментальных данных», Изв. РАН, сер. МЖГ, № 5, 2006
- Баранов В. Б. «Газодинамика и магнитная гидродинамика взаимодействия межпланетной и межзвездной сред. Теория и эксперимент.» Изв. Саратовского университета, сер. Математика, механика, информатика, т. 8, стр. 18—24, 2008.
- Baranov V.B. «Possible physical properties of the flow in the vicinity of the heliopause», Adv. Space Res., v. 44, pp. 471—477, 2009.
- Baranov V.B. «Kinetic-fluid perspective on modeling the heliospheric/interstellar medium interface», Space Sci. Rev., v. 143, pp. 449—464, 2009.
- Baranov V.B. «Kinetic — hydrodynamic models of the solar wind interaction with the partially ionized supersonic flow of the local interstellar gas: predictions and interpretations of the experimental data», Space Sci. Rev., v. 142, pp. 23 — 72, 2009.
- Баранов В. Б. «Некоторые газодинамические модели физических явлений, встречающихся в условиях космического пространства», Изв. РАН, сер. МЖГ, № 3, 2011.
- Баранов В. Б., Рыжов Ю. А. « Ученый, учитель, гражданин и друг. К 100-летию со дня рождения академика Г. И. Петрова», Вестник РАН, т. 82, № 5, стр. 450, 2012.
- Баранов В. Б. «Влияние токов Холла на проникновение магнитного поля через тангенциальные разрывы в незамагниченную плазму в физических условиях космического пространства», Письма в АЖ, т. 39, № 11, стр. 878—883, 2013.
- Baranov V.B., Ruderman M.S. «On the effect of transport coefficient anisotropy on the plasma flow in heliospheric interface», MNRAS, v. 434, pp. 3202 — 3207, 2013.
- Баранов В. Б., Лебедев М. Г. «Распределение плотности протонов солнечного ветра и „нагруженных“ ионов в ударном слое перед ионосферой кометы», Письма в АЖ, т. 40, № 10, стр. 714—722, 2014.
- Алексашов Д. Б., Баранов В. Б., Лебедев М. Г., «Трехмерная магнитогидродинамическая модель взаимодействия солнечного ветра с кометными атмосферами», Изв. РАН, сер. МЖГ, № 1, стр. 109—119, 2015.
- Baranov V.B., Alexashov D.B., Lebedev M.G. «Magnetic fields near spacecraft-explored comets:3D MHD numerical simulation», MNRAS, v. 449, pp. 2268—2273, 2015.
- Lebedev M.G., Baranov V.B., Alexashov D.B. «Interaction of low-activity comets with the solar wind», Earth, Moon, Planets, v. 116, pp. 159—179, 2015.
- Баранов В. Б. Гидроаэромеханика и введение в магнитную гидродинамику. — М.: Издательство Московского университета, 2018. — 256 с. — ISBN 978-5-19-011354-9.
Башҡа хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Роман «ИЗ XX В XXI ВЕК: ИСТОРИЯ ОДНОЙ ЖИЗНИ». Москва: «Флинта», 2009. ISBN 978-5-9765-0847-7
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- профиль на сайте ММФ МГУ
- профиль на сайте Личности 2021 йыл 5 ноябрь архивланған.
- профиль на сайте Мир без границ 2021 йыл 5 ноябрь архивланған.
- база выпускников Академический музыкальный колледж 2022 йыл 10 август архивланған.
- профиль на сайте www.mathnet.ru
- Баранов В. В.: Где граница Солнечной системы? Видео.
- 16 сентябрҙә тыуғандар
- 1934 йылда тыуғандар
- Мәскәүҙә тыуғандар
- 3 августа вафат булғандар
- 2023 йылда вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- МДУ-ның механика-математика факультеты уҡытыусылары
- МДУ-ның механика-математика факультетын тамамлаусылар