Барбара Мак-Клинток

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Барбара Мак-Клинток
ингл. Barbara McClintock
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлығы Flag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Barbara[3]
Фамилия Макклинток[d]
Тыуған көнө 16 июнь 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[2][4][5]
Тыуған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Хартфорд[d], Хартфорд[d][1]
Вафат булыу көнө 2 сентябрь 1992({{padleft:1992|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})[2][4][5] (90 йәш)
Вафат булған урыны Америка Ҡушма Штаттары, Нью-Йорк, Саффолк[d], Хантингтон[d]
Һөнәр төрө генетик
Эшмәкәрлек төрө Генетика
Эш биреүсе Миссурийский университет[d]
Лаборатория в Колд-Спринг-Харбор[d]
Корнеллский университет[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы Лондонское королевское общество[d], Национальная академия наук США[d][6], Американская академия искусств и наук[d], Американское философское общество[d][7] һәм Американская ассоциация содействия развитию науки[d][7]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

стипендия Гуггенхайма[d] (1933)

cтипендия Мак-Артура[d] (1981)

премия Альберта Ласкера за фундаментальные медицинские исследования[d] (1981)

Нобелевская премия по физиологии и медицине[d] (1983)

премия Вольфа по медицине[d] (1981)

Национальный зал славы женщин[d] (1986)

Национальная научная медаль США[d] (1970)

медаль имени Томаса Ханта Моргана[d] (1981)

премия Луизы Гросс-Хорвиц[d] (1982)

Зал славы женщин Коннектикута[d] (2008)

Кимберовская премия по генетике[d] (1967)

премия Розенстила[d] (1977)

Grand Prix Charles-Leopold Mayer[d] (1982)

Уҡыу йорто Корнеллский университет[d]
школа Эразма[d]
Сельскохозяйственный колледж Корнелльского университета[d]
Тезисы докторской диссертации A Cytological and Genetical Study of Triploid Maize[d][8]
Ғилми етәксе Эмерсон, Роллинс Адамс[d]
Ҡултамға
Commons-logo.svg Барбара Мак-Клинток Викимилектә

Барбара Мак-Клинток (ингл. Barbara McClintock; 16 июнь 1902, Хартфорд, Коннектикут — 2 сентябрь 1992, Хантингтон, Нью-Йорк) — Американың цитогенетик ғалимы, физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы лауреаты. Мак-Клинток башлыса кукуруз цитогенетикаһын тикшереү менән шөғөлләнә.

Барбара Мак-Клинток кукуруз күҙәнәктәре хромосомаларын визуалләштереү ысулын эшләй һәм, микроскопик анализ ҡулланып, цитогенетикала күп һанлы фундаменталь асыштар яһай. Ул кукуруздың беренсе генетик картаһын төҙөй һәм хромосомалар участкаларының физик үҙсәнлектәрен тасуирлай, теломерҙар һәм центромерҙарҙың ролен күрһәтә, кукуруздың Көньяҡ Америка төрҙәренең цитогенетикаһы һәм этноботаникаһы буйынса күләмле тикшеренеүҙәр үткәрә, кукуруз миҫалында бер быуындан икенсеһенә тапшырылған генетик мәғлүмәттең репрессияһын һәм экспрессияһын аңлатыусы теорияны эшләй. 1951 йылда Мак-Клинток транспозондарҙы аса. Уның хеҙмәттәре 1960—1970-се йылдарҙа, Мак-Клинток 1940-сы йылдарҙа асҡан гендарҙың көйләнеү механизмы өйрәнелгәс, танылыу таба. 1983 йылда Мак-Клинток «мобиль генетик элементтарҙы асҡан өсөн» физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһына лайыҡ була.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Барбара Мак-Клинток Хартфордта (Коннектикут штаты, АҠШ) табип Томас Генри Мак-Клинток менән Сара Хенди Мак-Клинток ғаиләһендә тыуа. Уның тағы ике апаһы һәм бер ҡустыһы була. Барбара үҫмер саҡтан яңғыҙлыҡ ярата, холҡона бойондороҡһоҙлоҡ хас була.

Барбараны атаһы менән йылы мөнәсәбәттә була, әммә ҡаҡшау психикалы әсәһе менән ауыр аралаша.

Яҡынса өс йәштән мәктәпкә барғанға тиклем Мак-Клинток Массачусетста ҡәрҙәштәрендә йәшәй, сөнки ата-әсәһе фәҡирлектә көн күрә. Атаһы медицина практикаһы менән аҡса эшләй башлағас, ғаиләһенә ҡайта. 1908 йылда Мак-Клинтоктар Бруклин эргәһендәге Флэтбуш биҫтәһенә күсә. Барбараның атаһы «Standard Oil» компанияһы штатына ҡуйыла. Барбара Бруклиндағы «Эрасмус Холл» урта мәктәбенә уҡырға төшә, уны 1918 йылда тамамлай. 1919 йылда Корнелл ауыл хужалығы колледжына уҡырға инә.

Колледжда ботаника өйрәнә һәм 1923 йылда бакалавр дәрәжәһен ала. Генетика менән 1921 йылда был тема буйынса курс тыңлағандан һуң ҡыҙыҡһына башлай. Курсты үҫемлектәр селекционеры һәм генетик К. Б. Хатчинсон үткәрә.

Корнелл университетында ҡатын-ҡыҙҙарға генетика буйынса махсуслашыу тыйылған булғас, рәсми магистрлыҡ (1925) һәм докторлыҡ (1927) дәрәжәләре уға ботаника буйынса бирелә.

Диплом эшен эшләгәндә һәм аспирантлыҡ практикаһында Мак-Клинток кукуруз цитогенетикаһын өйрәнеү төркөмөн ойоштороуға өлөш индерә.

1931 һәм 1932 йылдарҙа йәй Мак-Клинток Миссури университетында генетик Льюис Стэдлер менән бергә эшләй. 

1933—1934 йылдарҙа Германияла уҡый. 1936 йылда Льюис Стэдлер уны Миссури университетының ботаника кафедраһына профессор ассистенты вазифаһына саҡыра.

Бында Мак-Клинток кукуруз хромосомаларына рентген нурланышы тәьҫирен тикшерә.

1941 йылда Барбара Карнеги институтының генетика кафедраһына тикшеренеүсе вазифаһына ҡабул ителә.

Бер йылдан Мак-Клинток Колд-Спринг-Харбор лабораторияһына алына.

1957 йылда Мак-Клинток Милли ғилми фондтан һәм Рокфеллер фондынан Көньяҡ Америкала кукурузды тикшереү менән шөғөлләнеүгә субсидиялар ала. 1962 йылда ул кукуруздың Көньяҡ Америка төрҙәрен тикшереү буйынса эшләгән дүрт ғалимдан торған төркөмгә етәксе итеп тәғәйенләнә.

1967 йылда Мак-Клинток Карнеги институтындағы вазифаһынан китә һәм институттың почётлы ағзаһы итеп һайлана.

Мак-Клинтоктың асыштары 1960— 1970-се йылдарҙа танылыу таба.

Барбара Мак-Клинток Нобель лекцияһын уҡый (8.12.1983)

1971 йылда Мак-Клинток АҠШ президенты Ричард Никсон ҡулынан милли ғилми миҙал ала. 1973 йылда Колд Спринг Харбор лабораторияһы корпустарының береһенә уның исеме бирелә. 1981 йылда Мак-Артурҙар фондынан тәүге стипендия алыусы була, йыл һайын $60 000 күләмендәге был стипендия биш йыл буйы түләнеп тора, Альберт Ласкер премияһы, медицина буйынса Вольф премияһы һәм Томас Хант Морган миҙалы (Маркус Роудс менән берлектә) менән бүләкләнә. 1982 йылда Мак-Клинтокҡа Колумбия университетының премияһы тапшырыла.

1983 йылдың 10 октябрендә Барбара Мак-Клинток утыҙ йылдан ашыу яһаған асышы өсөн физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы менән билдәләнә. Мак-Клинток — физиология һәм медицина буйынса был премияға яңғыҙ категорияла лайыҡ булған беренсе ҡатын-ҡыҙ.

Төп публикациялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «A cytological and genetical study of triploid maize». (1929)
  • «A Correlation of Cytological and Genetical Crossing-Over in Zea Mays». (1931)
  • «The order of the genes C, Sh, and Wx in Zea Mays with reference to a cytologically known point in the chromosome». (1931)
  • «The stability of broken ends of chromosomes in Zea Mays». (1941)
  • «Neurospora: preliminary observations of the chromosomes of Neurospora crassa». (1945)
  • «The origin and behavior of mutable loci in maize». (1950)
  • «Induction of instability at selected loci in maize». (1953)
  • «Some parallels between gene control systems in maize and in bacteria». (1961)
  • «Chromosome constitution of races of maize. Its significance in the interpretation of relationships between races and varieties in the Americas». (1981)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #119046660 // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 data.bnf.fr: اوپن ڈیٹا پلیٹ فارم, платформа відкритих даних, платформа открытых данных, plateforme de données ouvertes, piattaforma di dati aperti, Opendata-Plattform, otevřená data platforma, åben-data-platform, տվյալների բաց շտեմարան, platforma za odprte podatke, plataforma de datos abierta, plataforma de dados aberta, платформа адкрытых дадзеных, платформа на отворените данни, platforma otwartych danych, ашық деректер платформасы, ачык маалыматтарды платформа, açıq data platforma, ochiq ma'lumotlar platforma, açık verilerin platformu, платформа отвореног података, platforma otvorenih podataka, platforma otvorenog podataka, platforma otvorených údajov, πλατφόρμα ανοικτών δεδομένων, platformu atklātā datu, platforma atvira duomenų, platvormi avatud andmete, avoimen datan foorumi, nyílt adatok platformja, პლატფორმა ღია მონაცემები, платформа за отворени податоци, нээлттэй мэдээллийн тавцан, platformă de date deschise, platformo de malferma datumoj, open data platform, плятформа адкрытых зьвестак, Усьтэм даннойёслэн платформазы — 2011.
  3. http://profiles.nlm.nih.gov/ps/retrieve/Narrative/LL/p-nid/45
  4. 4,0 4,1 Encyclopædia Britannica
  5. 5,0 5,1 SNAC
  6. http://www.nasonline.org/member-directory/deceased-members/52803.html
  7. 7,0 7,1 Notable Names Database — 2002.
  8. http://cornell.worldcat.org/title/cytological-and-genetical-study-of-triploid-maize/oclc/64683107

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]