Барбара Стэнвик
Барбара Стэнвик | |
Barbara Stanwyck | |
| |
Исеме |
Руби Кэтрин Стивенс |
---|---|
Тыуған көнө | |
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | |
Вафат урыны |
Санта-Моника, Калифорния, АҠШ |
Гражданлығы | |
Һөнәре |
актёр |
Карьераһы |
1927—1986 |
IMDb | |
Барбара Стэнвик Викимилектә | |
Барбара Стэнвик (ингл. Barbara Stanwyck, ҡыҙ фамилияһы Руби Кэтрин Стивенс (Ruby Catherine Stevens), 16 июль 1907 йыл — 20 ғинуар 1990 йыл) — Американың 1930—1940 йылдарҙа киң популярлыҡ яулаған актёры.
Дүрт йәшендә ата-әсәһеҙ ҡалған Стэнвик төрлө ғаиләләрҙә тәрбиәләнә, бала саҡтан бик күп эшләй. Уның бер режиссёры, Жак Турнеур, Стэнвик тураһында шулай тип әйткән: «Ул ике нәмә менән йәшәй, һәм уларҙың икеһе лә — эш». Стэнвик үҙенең профессиональ карьераһын 1923 йылда, 16 йәшендә, башлай (хорҙа йырлаған ҡыҙ роле) һәм артабан бер нисә йыл дауамында пьесаларҙа уйнай. Үҙенең беренсе төп ролен "Бурлеск"та уйнай (1927) һәм Бродвей йондоҙо булып таныла. Киноға Стэнвик ныҡлап 1930 йылда килә (Франк Капрҙың «Ял итеү өсөн ханымдар» романтик драмаһында), бынан һуң уға башҡа төп ролдәр тәҡдим итә башлайҙар.
Стэнвиктың актёрлыҡ карьераһы кинола ла, телевидениела ла уңышлы була. Ул дүрт мәртәбә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» категорияһында «Оскар» премияһына лайыҡ була, ә телевидениелағы эше өсөн Алтын глобус һәм «Эмми» премиялары менән бүләкләнә. Кинематографиялағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн актёр Голливуд дан аллеяһында Йондоҙ ҡуйыуға һәм «Оскар»ҙың һәм «Алтын глобустың» махсус наградаларына лайыҡ була.
Баласаҡ йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыуған саҡта Руби исемен алған буласаҡ актёр Нью-Йоркта 1907 йылдың 16 июлендә ташсы Байрон Стивенс ғаиләһендә донъяға килгән. Байрондың ата-әсәһе АҠШ-тан Бөйөк Британиянан күсеп килгәндәр. Рубиның әсәһе Кэтрин Макги милләте буйынса ирланд ҡатыны. Ғаиләлә биш бала үҫә һәм Руби иң кесеһе була. 1910 йылда, ҡыҙға өс йәш булған саҡта, уның әсәһе бер иҫерек этеп ебәреп, трамвай аҫтына эләгә һәм вафат булып ҡала. Күп тә үтмәй аталары, ғаиләһен ҡалдырып, Панама каналын төҙөргә китеп бара. Шул китеүҙән ул ҡайтмай, 191-се йылдар тирәһендә вафат булып ҡала. Ата-әсәһеҙ ҡалған Рубины һәм уның Малкольм исемле[1] ағаһын бер ғаиләгә аҫрауға алалар. 1915 йылда, Рубиға һигеҙ йәш тулғас, өлкән апаһы Милдред өс йылға үҙенә ала. Быға тиклем дә апалары үҙенең ҙур булмаған килеменән туғандарына ярҙам итеп тора.
Карьера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ун өс йәшендә Руби мәктәптәге уҡыуҙы ташлай ҙа эшләй башлай — универмагта һатып алынған нәмәне төрөүсе була, телефон компанияһында аҙнаһына 14 кенә долларға хеҙмәтсе булып та эшләй, һуңынан уны ваҡытлыса машинистка урынына Манхеттендағы "Remick Music Company"на тауыш яҙҙырыу студияһына алалар. Эштәге коллегаһы һорауы буйнса Руби «Strand Roof» төнгө клубында бейей башлай. Уға тиҙ арала иғтибар итәләр һәм ул 1923 йылда Зигфельд шоуында һәм Шуберт театрында сығыш яһай башлай.
Рубины дуҫтары драматург Уиллард Мак менән таныштырғандан һуң, ул ҡыҙҙы үҙенең «Элемтә» («Петля») исемле яңы постановкаһына саҡыра һәм актёрлыҡ оҫталығына өйрәтә башлай. Нәҡ Мак тәҡдиме менән Руби Барбара Стэнвик псевдонимын алды. 1926 йылдың 20 октябрендә Бродвейҙа спектаклдең премьераһы бик ҙур уңыш менән үтте. Барбараның уйнауы тәңкитселәрҙең һоҡланыулы баһаламаларына лайыҡ булды. Шул саҡта актриса үҙенең сәхнә партнеры Рекс Черримен менән осраша башлай. Артабан уның менән кинопродюсер Боб Кейн ҡыҙыҡһынып китә һәм Барбараға «Бродвей төндәре» («Ночи Бродвея») исемле телһеҙ фильмда ҙур булмаған бейеүсе ролен бирә. Был картина уның дебюты була. 1944 йылда Стэнвик, 400 мең доллар эш хаҡы алып, Голливудтың иң юғары хаҡ түләнмәле актрисаһы була.
Кинокарьераһының ахырында Стэнвик «Ҙур үҙән» («Большая долина») телесериалдында төшә. Был роле өсөн уға Эмми премияһын килтерә. Аҙаҡҡы мәртәбә «Династия» (6 миҙгел) культ сериалында һәм уның «Колби ғаиләһе» («Семья Колби») спин-оффында күренә. Стэнвик экстравагантлы һәм бик аҡыллы Констанс Колби ролен кәүҙәләндерә, әммә беренсе сезон аҙағында Стэнвик продюссерҙар менән конфликтҡа инеү сәбәпле сериалды ташлап китә. Икенсе сезонда уның персонажын кадр артында һәләк итергә мәжбүр булалар. Бынан һуң Стэнвик кинофильмдарҙа уйнамай.
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Актёр һәм продюссер Фрэнк Фэй менән беренсе никахында уларҙың бер балаһы тыуа. Икенсе мәртәбә ул кейәүгә актёр Роберт Тэйлорға сыға. Ике никахы ла Барбара өсөн айырылышыу менән тамалана.
Вафат булыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стэнвик 1990 йылдың 20 ғинуарында Санта — Моника клиникаларының береһендә йөрәк һәм үпкә сирҙәренән вафат була.
Фильмография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылы | рус телендә | Оригинал телендә | Роле |
1985—1987 | Династия 2: Колби ғаиләһе | The Colbys | Констанс Колби |
1985 | Династия | Dynasty | Констанс Колби |
1983 | Тёрнда йырлаусылар | The Thorn Birds | Мэри Карсон |
1962 | Йүнһеҙ квартал буйлап йөрөүҙәр | Walk on the Wild Side | Джо Кортни борделенең «хужабикәһе» |
1954 | Монтананан мыл батшабикәһеы | Cattle Queen of Montana | Сьерра-Невада Джонс, мал сәнәғәтсеһе |
1954 | Үлтереү шаһиты | Witness to Murder | Шерил Дрэйпер |
1953 | Титаник | Titanic | Джулия Стерджес |
1953 | Хафа | Jeopardy | Хелен Стилвин |
1952 | Төндәге бәрелеш | Clash by Night | Мэй Дойл д’Амато |
1951 | The Man with a Cloak | Лорна Бонти | |
1950 | To Please a Lady | Регина Форбс | |
The Furies | Ванс Джеффордс | ||
No Man of Her Own | Хелен Фергюсон | ||
Досье Тельмы Джордан | The File on Thelma Jordon | Тельма Джордан | |
1949 | East Side, West Side | Джесси Борн | |
The Lady Gambles | Джоан Филлипс Бут | ||
1948 | Ғәфү итегеҙ, Һеҙ: яңылыштығыҙ | Sorry, Wrong Number | Леона Стивенсон |
B.F.'s Daughter | Полин Фултон Бретт | ||
1947 | Берәҙәк бүре | Cry Wolf | Сандра Маршалл |
Башҡа төрлө мөхәббәт | The Other Love | Карен Дункан | |
Ике миссис Кэрролл | The Two Mrs. Carrolls | Салли Мортон Кэрролл | |
1946 | Калифорния | California | Лили Бишоп |
Кәләш ботинкаларҙа булған | The Bride Wore Boots | Салли Уоррен | |
Марта Айверстың сәйерле мөхәббәте | The Strange Love of Martha Ivers | Марта Айверс | |
Минең репутация | My Reputation | Джессика Драммонд | |
1945 | Коннектикуттағы Раштыуа | Christmas in Connecticut | Элизабет Лейн |
1944 | Икеләтә страховка | Double Indemnity | Филлис Дитрихсон |
1943 | Тән һәм фантазия | Flesh and Fantasy | Джоан Стенли |
Шоуҙан ҡыҙ | Lady of Burlesque | Дебора Хупл | |
1942 | The Gay Sisters | Фиона Гейлорд | |
The Great Man’s Lady | Ханна Семплер | ||
1941 | Елле генә | Ball of Fire | Кэтри О’Ши |
Һин тик минеке | You Belong to Me | Доктор Хелен Хант | |
Джон Доу менән танышығыҙ | Meet John Doe | Энн Митчелл | |
Леди Ева | The Lady Eve | Джин Харрингтон | |
1940 | Ошо төндө хәтереңдә ҡалдыр | Remember the Night | Ли Линдер |
1939 | Алтын малай | Golden Boy | Лорна Мун |
Юнион Пасифик | Union Pacific | Молли Монахан | |
1938 | Тиле мисс Ментон | The Mad Miss Manton | Мельса Ментон |
Always Goodbye | Марго Вестон | ||
1937 | Ике кеше өсөн иртәнге аш | Breakfast for Two | Валентайн Рэнсом |
Стелла Даллас | Stella Dallas | Стелла Мартин Даллас | |
This Is My Affair | Лил Дарея | ||
Internes Can’t Take Money | Джанет Хели | ||
1936 | Һабан һәм йондоҙҙар | The Plough and the Stars | Нора Клитеро |
Банджо минең тубыҡтарымда | Banjo on My Knee | Перл Эллиот Холли | |
Ағаһының ҡатыны | His Brother’s Wife | Рита Уилсон Клейбурн | |
Кәләш ташлай | The Bride Walks Out | Кэролайн Мартин | |
Гарсиаға хат | A Message to Garcia | Рафаэлита Мадерос | |
1935 | Анни Окли | Annie Oakley | Анни Окли |
Ҡыҙыл салют | Red Salute | Дрю ван Аллен | |
Ҡыҙыл кейемдәге ҡатын | The Woman in Red | Шелби Баррет Ватт | |
1934 | Йәшерелгән кәләш | The Secret Bride | Рут Винсент |
A Lost Lady | Мериэн Омсби Форрестер | ||
Леди-уйнаусы | Gambling Lady | Леди Ли | |
1933 | Мәңгегә йөрәктә | Ever in My Heart | Мэри Арчер Уилбрант |
Бәләкәй битле | Baby Face | Лили Пауэрс | |
Улар тураһында һөйләйҙәр | Ladies They Talk About | Нан Тейлор | |
Генерал Йендең әсе сәйе | The Bitter Tea of General Yen | Меган Дэвис | |
1932 | Һатып алыу хаҡы | The Purchase Price | Джоан Гордон |
So Big! | Селина Пик де Лонг | ||
Shopworn | Китти Лейн | ||
Тыйылған нәмә | Forbidden | Лулу Смит | |
1931 | The Miracle Woman | Флоренс Фаллон | |
Төнгө бағыусы | Night Nurse | Лора Харт | |
Ун центлыҡ бейеү | Ten Cents a Dance | Барбара О’Нил | |
Рөхсәт ителмәгән | Illicit | Анна Винсент Ивс | |
Урланған алтын-көмөштәр | The Stolen Jools | жена Фрэнка Фэя[en] | |
1930 | Бродвей төндәре | Ladies of Leisure | Кей Арнольд |
1929 | Мексика розаһы | Mexicali Rose | Мексика розаһы |
Ябыҡ ишек | The Locked Door | Энн Картер | |
1927 | Бродвей төндәре | Broadway Nights | Бейеүсе |
Наградалары Һәм номинациялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Награда | Йылы | Категорияһы | Фильм/Телесериал | Результат |
---|---|---|---|---|
Оскар | 1938 | Иң яҡшы ҡатын -ҡыҙ роле | Стелла Даллас | |
1942 | Иң яҡшы ҡатын -ҡыҙ роле |
С огоньком | ||
1945 | Иң яҡшы ҡатын -ҡыҙ роле |
Двойная страховка | ||
1949 | Иң яҡшы ҡатын -ҡыҙ роле |
Извините, ошиблись номером | ||
1982 | Почётлы премия | |||
Золотой глобус | 1966 | Иң яҡшы телевизион актрисаһы | Большая долина | |
1967 | Иң яҡшы телевизион актрисаһы |
Большая долина | ||
1968 | Иң яҡшы телевизион актрисаһы |
Большая долина | ||
1984 | Иң яҡшы телевизион роль мини-сериалда йәки телефильмда | Поющие в терновнике | ||
1986 | Сесиль Б. Де Милль премияһы | |||
Эмми | 1961 | Иң яҡшы ҡатын -ҡыҙ роле драматик телесериалда |
Шоу Барбары Стэнвик | |
1966 | Иң яҡшы ҡатын -ҡыҙ роле драматик телесериалда | Большая долина | ||
1967 | Иң яҡшы ҡатын -ҡыҙ роле драматик телесериалда |
Большая долина | ||
1968 | Иң яҡшы ҡатын -ҡыҙ роле драматик телесериалда |
Большая долина | ||
1983 | Иң яҡшы ҡатын -ҡыҙ роле мини- телесериалда йәки телесериалда |
Поющие в терновнике |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Впоследствии он взял псевдоним Берт Стивенс и тоже стал актёром, однако карьеры не сделал и снимался в основном в качестве статиста.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Барбара Стэнвик (англ.) на сайте Internet Movie на сайтеDatabase
- Барбара Стэнвик (англ.) на сайте Internet Broadway Database
- Барбара Стэнвик (англ.) на сайте Find a Grave
- 16 июлдә тыуғандар
- 1907 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бруклинда тыуғандар
- 20 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1990 йылда вафат булғандар
- Калифорнияла вафат булғандар
- Алфавит буйынса актёрҙар
- АҠШ актёрҙары
- XX быуат актёрҙары
- АҠШ телевидениеһы актёрҙары
- Голливудтың дан аллеяһы
- «Оскар» почётлы премияһының лауреаттары
- «Алтын глобус» премияһы лауреаттары
- «Эмми» премияһы лауреаттары
- Сесил Б. Де Милль премияһы лауреаттары
- АҠШ Киноактёрҙар гильдияһы премияһы
- Вестерндар актёрҙары