Бармин Леонид Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бармин Леонид Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 апрель 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 16 июнь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (64 йәш)
Вафат булған урыны Екатеринбург, Рәсәй
Ерләнгән урыны Широкореченское кладбище[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө Металлургия
Эш урыны Урал дәүләт техник университеты[d]
Уҡыу йорто Урал дәүләт техник университеты[d]
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре

Бармин Леонид Николаевич (6 апрель 1931 йыл16 июнь 1995 йыл) — ғалим-металлург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй тәбиғи фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1992)[1]. Мәшһүр электрохимик-металлург О. А. Есиндың уҡыусыһы булараҡ, металл менән флюс һәм газдың үҙ-ара тәьҫир итешеү процесын тикшереү, туҙыуға бирешмәҫ материалдар эшләү ысулы, иретеп металл йүгертеү һәм ҡаплатыу технологиялары өлкәһендә эшләй.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Леонид Николаевич Бармин 1931 йылдың 6 апрелендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы) Белорет ҡалаһында тыуған.

1950 йылда Белорет металлургия техникумын тамамлай һәм Урал политехник институтына уҡырға инә. Юғары уҡыу йортон 1955 йылда тамамлап, ул уҡытыу эшендә ҡалдырыла. 1958 йылда «Шыйыҡ шлактарҙа һәм металдарҙа водородтың үҙ-үҙен тотош үҙенсәлектәре» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай; 1961 йылда доцент исеме раҫлана. 1970 йылда Леонид Бармин «Байтаҡ окисланыу-тергеҙелеү пирометаллургия процесстары кинетикаһы» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм киләһе йылда профессор ғилми исеме раҫлана.

1970—1972 йылдарҙа Урал политехник институтында технология факультеты деканы булып эшләй; 1972—1979 йылдар дауамында институттың уҡыу эштәре буйынса проректоры була. 1975 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем Л. Н. Бармин Урал политехник институтында нығытыусы һәм һаҡлағыс ҡаплауҙар кафедраһы мөдире булып эшләй. Ул иретеп йәбештереү һәм плазма ысулы менән изделие өҫтөн ҡаплау ваҡытында металлургик процесстарҙы физик-химик анализлау мәктәбен аса. Өс йөҙ самаһы фәнни хеҙмәт һәм 23 асыш авторы, өс доктор һәм 32 фән кандидаты әҙерләгән. Физик химия һәм иретеп йәбештереү буйынса бик күп халыҡ-ара конференциялар, симпозиумдар һәм кәңәшмәләр ойоштороусы була.

1995 йылдың 16 июнендә Екатеринбург ҡалаһында вафат була, Широкореченский зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991).[2]
  • СССР фән өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1982, ғалимдар төркөмө составында, «Металлургия иретмәләре төҙөлөшөн, үҙенсәлектәрен һәм үҙ-ара тәьҫир итешеүен тикшереү» эштәр циклы өсөн (1957—1980)).
  • Миҙалдар

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Урал дәүләт техник университетының (УПИ) алдынғы ғалимдары. Биографик белешмә. Екатеринбург, 1995.
  • Владимир Блинов. «Немелков». Документаль роман.[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]