Эстәлеккә күсергә

Барҡыяруҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Барҡыяруҡ
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Бөйөк Сәлжүк империяһы
Титул Солтан
Тыуған көнө 1079
Тыуған урыны Исфаһан, Иран
Вафат булған көнө 2 декабрь 1104[2]
Вафат булған урыны Боруджерд[d], Лурестан[d], Иран
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе туберкулёз
Атаһы Мәлик шаһ I
Әсәһе Zübeyde Hatun[d]
Бер туғандары Мөхәммәт I (Сәлжүк солтаны), Әхмәт Санжар, Исма Хатун[d], Махмуд ибн Малик-шах[d] һәм Gawhar Khatun[d]
Балалары Малик-шах II[d]
Нәҫеле Сәлжүкиҙәр
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Sultan of the Seljuq Empire[d]
 Барҡыяруҡ Викимилектә

Әбү-әл-Мозаффар Руҡну-д-дин Барҡыяруҡ ибн Мәлик шаһ (төр. Berkyaruk; төркм. Berkýaryk — «Непоколебимый свет», фарс. ابو المظفر رکن الدین برکیارق بن ملکشاه) — 1094 йылдан 1105 йылға тиклем Сәлжүкиҙәр солтаны.

Ул Мәлик шаһ I-нең улы[3], өс ағаһы Мәхмүт, Санжар һәм Мөхәммәткә ҡаршы үҙ-ара ыҙғыштарҙа ҡатнаша[4]. Мәлик шаһ I вафат булғандан һуң, уның тол ҡатыны, Төркән Хатун, власты үҙ ҡулына туплай һәм 4 йәшлек улы Мәхмүтте солтан итеп иғлан итә. Төркән Хатун Бағдадтан Исфаһанға юллана, унда 12 йәшлек Барҡыяруҡ була. Барҡыяруҡ Рейға ҡаса һәм унда солтан итеп иғлан ителә. 1093 йылда Төркән Хатундың ғәскәрҙәре Баруджерд янында еңелә, 1094 йылда улар, ниһайәт, тар-мар ителә. 1094 йылда Төркән Хатун һәм Мәхмүт вафат була[5].

12 йәшлек Барҡыяруҡтың хакимлығы үҙ-ара ыҙғыштар, сәйәси интригалар һәм төрлө фракциялар араһындағы ҡаты алыштар менән тулы була. 1093—1094 йылдарҙа Сүриә хакимы Тутуш империяның бөтә көнбайыш өлөшөн тиерлек баҫып ала һәм үҙен юғары солтан тип иғлан итә. 1095 йылдың февралендә Рэй янындағы һуғышта еңелә һәм һуғышта һәләк була[5].

1095 йылда Барҡыяруҡ ағаһы Бөрө Барсты Хөрәсәнгә Арслан-Арғунға ҡаршы ебәрә, ләкин Арслан-Арғун еңә. Бер йылдан солтандың бер туған ҡустыһы Санжар, ул ваҡытта уға ни бары 11 йәш була, Хөрәсәнгә юллана. Поход менән ысын командование Атабег Кумач ҡулында була. 1097 йылдың башында Арслан-Арғунды үҙенең ғүләме үлтерә, ә Санжар 1097 йылдың яҙында бөтә Хөрәсәнде еңел генә баҫып ала.

1099 йылда Барҡыяруҡҡа Әзербайжан хакимы, уның үгәй ҡустыһы Мөхәммәт ҡаршы сыға. Барҡыяруҡ Хузестанға ҡаса һәм 1100 йылда Санжарҙан ярҙам көтөп, Хөрәсәнгә барып етә. Санжар үҙе Барҡыяруҡҡа ҡаршы сыға һәм Нушжан ауылы янында уның ғәскәрен тар-мар итә. Шулай итеп, Ирандың төньяғы һәм Урта Азияның көнбайыш райондары Санжар контроле аҫтына күсә. 1101 йылда Хәмәҙән янындағы алышта Барҡыяруҡ еңелә һәм яу яланынан саҡ сығып ҡотола. Барҡыяруҡ тағы ла бер ғәскәр йыя һәм 1102 йылдың яҙында ҡаты алышта Мөхәммәтте тар-мар итә. 1103 йылда Мөхәммәт Хлоя ҡапҡаһында тағы ла тулыһынса еңелә, шунан һуң ул Хлатҡа сигенә

1104 йылда ағай-энеләр мөлкәтте бүлешергә килешә, һәм Мөхәммәткә Әзербайжандан тыш, Ирандың төньяҡ-көнбайыш провинцияларын, Евфрат буйындағы төбәк, Мосулды һәм Сүриәне ала. Баркияруҡ Көнбайыш һәм Үҙәк Ирандың күпселек өлөшөн, Хузестанды, Диярбаҡырҙы һәм әл-Джазираны һаҡлап ҡала .

Барҡыяруҡ 1105 йылда Баружерҙа вафат була.

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #1342269268 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
  2. http://iranologie.com/the-history-page/the-seljuqs/
  3. E. J. Van Donzel, Islamic Desk Reference, (E.J.Brill, 1994), 464.
  4. Bernard Lewis, The Assassins: A Radical Sect in Islam, (Basic Books, 2003), p. 51.
  5. 1 2 Рыжов, 2004
  • Рыжов К. В. Сельджуки // Все монархи мира. Мусульманский Восток. VII—XV вв. — М. : Вече, 2004. — 544 с. : ил. — (Энциклопедии). — 3000 экз. — ISBN 5-9533-0384-X.