Баскаков Николай Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Николай Баскаков
Тыуған көнө:

22 март 1905({{padleft:1905|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны:

Сольвычегодск, Вологда губернаһы, Рәсәй империяһы

Вафат булыу көнө:

23 март 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (90 йәш)

Вафат булған урыны:

Мәскәү, Рәсәй

Гражданлығы:

СССРРәсәй флагы

Ғилми өлкәһе:

төркиәт, этнография

Эшләгән урыны:

Көнсығыш Комунистик университеты, Милләттәр университеты

Ғилми дәрәжәһе:

филология фәндәре докторы

Ғилми исеме:

профессор

Уҡыу йорто:

М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты

Награда һәм премиялары


РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре

Николай Александрович Баскаков (22 март 1905 — 23 март 1996) — төрки телдәр белгесе, филология фәндәре докторы (1951), профессор (1969).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Николай Александрович Баскаков 1905 йылдың 22 мартында элекке Вологда губернаһы (хәҙерге Архангельск өлкәһе) Сольвычегодск ҡалаһында тыуған.

1929 йылда Мәскәү университетын тамамлай. Шул уҡ йылда үҙе уҡып сыҡҡан уҡыу йортонда — Мәскәү дәүләт университетында төрки филологияһы кафедраһын ойоштора.

1930—1931 йылдарҙа Н. А. Баскаков төрки телдәрҙе өйрәнеү өсөн Ҡарағалпаҡ Республикаһында командировкала була.

1934 йылдан йәш ғалим РСФСР-ҙың Яңы алфавит буйынса Үҙәк комитетында эшләй. 1937 йылдан — СССР халыҡтары телдәре һәм яҙмаһы институтында хеҙмәт итә.

1950 йылдан — СССР Фәндәр Академияһының Тел ғилеме институтының (Мәскәү) төрки телдәр секторы хеҙмәткәре.

Н. А. Баскаков 1996 йылдың 23 мартында Мәскәүҙә вафат була.

Ғилми эшмкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәскәү дәүләт университетында уҡығанда уҡ Николай Александрович Баскаковтың телдәр өйрәнеүгә һәләте ҙур булыуы асыҡлана. Ул төрки телдәрен өйрәнеүҙе үҙ алдына төп маҡсат итеп ҡуя. Тел белеме институтында хеҙмәт иткәндә төрки телдәренең тарихы, диалектологияһы, лексикографияһы буйынса ҙур хеҙмәттәре донъя күрә. Ул шулай уҡ ҡарағалпаҡ, ноғай, алтай телдәренең морфологияһы, синтаксисы буйынса ғилми тикшеренеү эштәре алып бара.

Н. А. Баскаков төрки-урыҫ теле һүҙлектәре төҙөү өҫтөндә күп эшләй.

Ғилми эштәре дөйөм төрки лингвистикаһы проблемаларына, хәҙерге төрки телдәр һәм уларҙың диалекттары үҫеше законлылыҡтарына арналған. Н. А. Баскаков төрки телдәрҙең төрки халыҡтар үҫешенең төп осорҙарына бәйле яңы классификацияһын «Төрки телдәрҙе өйрәнеүгә инеш» («Введение в изучение тюркских языков, 1969»)]; төрки телдәрҙең грамматик төҙөлөшөнөң типологик характеристикаһын эшләй. Төрки телдәр лексикаһын өйрәнеү менән шөғөлләнә, башҡорт, бәшнәк, ҡырғыҙ, ҡыпсаҡ, тыва, хакас этнонимдары тураһында мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә алған тарихи-этимологик хеҙмәттәр серияһын яҙа. Николай Александрович Баскаков 640 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 32 китап авторы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Историко-типологическая характеристика структуры тюркских языков. М., 1975.
  • Историко-типологическая морфология тюркских языков. М., 1979.
  • Историко-типологическая фонология тюкрских языков. М., 1988.

Маҡтаулы исемдәре, наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Төрөкмән ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1962)
  • Ҡаҙаҡ ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1967)
  • Ҡарағалпаҡ АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1962)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 90 лет Н. А. Баскакову: сб. ст. М., 1997.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]