Батман (һауыт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Батман. Баймаҡ районы Ярат ауылында мәктәп музейы

Батман — тәпәндән бейегерәк ағас һауыт. Диаметры 25-30 см, бейеклеге 35-45 см. Батманда май, бал, ашлыҡ, ит, башҡа төрлө ризыҡ һаҡлағандар. Батман шулай уҡ үлсәү берәмеге лә булған[1][2]. Башлыса Башҡортостандың көньяҡ, көньяҡ-көнсығышһәм үҙәк райондарында таралған. Ағиҙелдең урта ағымында, тау башҡорттарында май бешеү өсөн файҙаланылған, тарыраҡ һәм бейегерәк булған.

Эшләнелеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтәүле йыуан ағастан эсе ҡыуыш итеп, бик ҙур булмағаны тыштан тимер таҫма менән ҡоршалмай яһала. Бындай һауыттарҙы эшләгәндә уның үҙәк өлөшөн яндыралар ҙа, төрлө эш ҡоралдары менән соҡоп, ырып, көбөн билдәле бер ҡалынлыҡта ҡалдырып цилиндр барлыҡҡа килтерәләр. Был эш өсөн арҡыры балта (бәлйә), аталғы, өңгөс, юнғыс, сапҡы, ҡыйғаҡ кеүек ҡоралдар файҙаланылған. Һауыт өсөн йышыраҡ йүкә, ҡайын, уҫаҡ, имән кеүек ағастар һайлағандар[3]. Төбө һәм ҡапҡасы ғәҙәттә саған ағасынан яһалған. Батмандың өҫкө ҡырына һәм ҡапҡасына кәкерсәкле һыҙаттар үткәрелә[4].

Ҡулланылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батман мискәнән бәләкәйерәк булғанлыҡтан, күсереп йөрөтөүе еңелерәк. Ҡунаҡсыл башҡорт халҡы ҡунаҡҡа йөрөшкәндә батманлап бал, май һәм башҡа ризыҡ төйәп бара торған булған. Был һауытта һаҡлыҡҡа май, бал, ҡымыҙ, ит, он, иген һ.б. тотҡандар. Үлсәү берәмеге булараҡ та йыш ҡулланылған[2].

Үлсәү берәмеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Батман Рәсәй империяһының үлсәү берәмектәренә ингән булған. Башҡорттар батманды йышыраҡ солоҡсолоҡта бал үлсәү берәмеге итеп файҙаланғандар. Уның ауырлығы төбәгенә ҡарап бер аҙ айырыла[5].

Афанасий Никитин «Хождении за три моря» тигән әҫәрендә батманды телгә ала. XVI быуатта батман үлсәүе ҡулланылған, әммә сауҙа китабында билдәләнмәгән. XVII быуатта батман ҡаҙна берәмеге булып тора, мәгәр «инородецтар» йәшәгән төбәктәрҙә генә. 1622 йылда Сылва һәм Ирень йылғалары буйына ебәрелгән Чердынь целовальниктарына воевода шундай наказ бирә: «учинити заказ крепкой, чтобы всякие русские торговые люди и татары и остяки и всякие иноземцы, свои весчие товары покупая и продавая, весили в государев вес, который им целовальникам дан в Чердыни за государевою таможенною печатью. А кто учнет опричь государева весчаго батмана в своей непрямой вес всякой весчий товар весити и целовальником у тех людей непрямые весы выимати, и на тех людех имати заповеди на Государя». Урыҫ тарихи яҙмаларында ярты батман мыҫҡал тип күрһәтелә, тимәк, батман 10 мыҫҡал, йәғни 4 кг-дан саҡ ҡына күберәк булған. XIX быуат аҙағында Ҡазан губернаһында 4 ½ бот иген бер батман һаналған. Ҡазан һәм Ырымбур губернияларында 10 сирек көл бер батман һаналған.

Шәреҡтә батман үлсәме төрлө булған: грузиндаи 32, 20, 16, 15 һәм 8 мыҫҡал; төрөктә— 25, 18 ¾ һәм6 ¼ мыҫҡал; Хивала 48 мыҫҡал; Бохарала — 7 бот 32 мыҫҡал. Баҡы губернияһында һыуҙы батманлап үлсәгәндәр.

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «батман» мәҡәләһе бар

[6]

Фольклорҙа һәм әҙәбиәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Көҙгә инде былар бер батман һары майлы булғандар- «Етем төлкө» әкиәте[3]
  • Инһәләр, өҫтәл тулы тәм-том, ризыҡ, батман-батман бал. (әкиәт) -[7]
  • … туп-туп ҡаҙҙары, батман-батман майҙары — ҡайҙа китте шул ирәүән тормош, ҡайҙа тороп ҡалды… -[8]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «батман» мәҡәләһе бар

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.1-се т.- Мәскәү, 1993, 121-се бит б
  2. 2,0 2,1 Башҡортса-русса һүҙлек Мәскәү, 1996, 76-сы бит б
  3. 3,0 3,1 Етем төлкө. Башҡорт халыҡ әкиәттәре
  4. http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/8-statya/10634-n-fis-a-as-s-n-te 2016 йыл 21 апрель архивланған.
  5. http://баш.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/1552 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
  6. Батман, мера веса // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  7. .Мөхәммәт ҒАБДРАХМАНОВ. Айыухас менән Айыуҡас мажаралары. 30.10.2010
  8. Р. Камал. Беләҙекүл