Батыров Артур Артур улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Батыров Артур Артур улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 19 октябрь 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Дәүләкән, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Вафат булған көнө 21 май 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (28 йәш)
Вафат булған урыны Харьков өлкәһе, Украина
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Биләгән вазифаһы взвод командиры[d]
Хәрби звание өлкән лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Украина
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Батырлыҡ ордены

генерал Шайморатов ордены[d]

Батыров Артур Артур улы (19 октябрь 1993 йыл — 21 май 2022 йыл — Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, гвардия өлкән лейтентаты, Рәсәйҙең Украиналағы махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусы. Батырлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордендары кавалеры (үлгәндән һуң).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Артур Артур улы Батыров 1993 йылдың 19 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән ҡалаһында тыуған. Атаһы Артур Батыров, әсәһе Рәсилә Сәғәҙи ҡыҙы Батырова Дәүләкән ҡалаһы 4-се лицей-мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Дәүләкән ҡалаһында 4-се лицейҙа 9-сы класты тамамлағандан һуң 103-сө һөнәрселек училищеһына ашнаҡсы-кондитер һөнәре буйынса уҡырға инә һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. 2012 йылда Армия хеҙмәтенә саҡырыла. 2013 йылда генерал А. В. Хрупёв исемендәге матди-техник тәьминәт хәрби академияһы курсанты, 2019 йылдан Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафында офицер званиеһында хеҙмәтен дауам итә. Ураиналағы махсус хәрби операцияла уның башынан уҡ ҡатнаша. Мотоуҡсылар взводы командиры Артур Батыров Харьков өлкәһендәге Изюм янында батырҙарса һәләк була[1]. 2022 йылдың 23 майында Дәүләкән районы Мәҙәниәт йортонда хәрби офицер хөрмәтенә матәм митингыһы үтә. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша. Ул һәләк булған яугирҙың ата-әсәһенә хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң бүләкләнгән Генерал Шайморатов орденын тапшыра. Район хакимиәтенән уның исемен мәңгеләштереү сараһын хәстәрләүҙе һорай[2].

Артур хеҙмәт иткән часть вәкиле, өлкән лейтенант Сергей Маринов, иптәше менән хушлашҡанда: «Мин уны яҡшы белә инем, ул намыҫлы һәм әҙәпле офицер, изге күңелле һәм ихлас кеше ине. Рәсәй президенты Указы менән өлкән лейтенант Артур Батыров үлгәндән һуң ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өсөн Батырлыҡ орденына тәҡдим ителде, был награда ата-әсәләренә тапшырыласаҡ. Геройға мәңгелек дан, Рәсәй һине бер ҡасан да онотмаясаҡ»[3].

4-се лицей директоры Фирүзә Ҡунаҡбай ҡыҙы Ахунйәнова Артур тураһында: «Мәктәп йылдарында уҡ унда тәртиплелек, ғәҙәти булмаған аҡыл, уҡыуҙа һәм хеҙмәттә ныҡышмалылыҡ күрһәтте. Ул эске мәҙәниәте һәм һөйкөмлөлөгө менән айырылып торҙо».

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Батырлыҡ» ордены (2022);
  • Генерал Шайморатов ордены (2022);

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]