Эстәлеккә күсергә

Бацари (милли ҡурсаулыҡ)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бацари
Нигеҙләү датаһы 2003
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП категория МСОП Ia: строгий природный резерват[d]
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Кахетия[d]
Майҙан 55,48 км²
Рәсми сайт apa.gov.ge/en/protected-…
Карта
 Бацари Викимилектә

Бацар милли ҡурсаулығы Әхмәт муниципалитетында Ахметский, Төп Кавказ Һырты итәгендә, Алазани йылғаһының уң ярында, Бацари йылғаһы тарлауығында урынлашҡан. Төп Кавказ Һыртының иҫтәлекле урындарының береһе булып тора. Милли ҡурсаулыҡ 3042 гектар майҙанды биләй[1]. Һаҡланыусы Бацара-Бабанеури биләмәләре составына инә. 1935 йылда фәнни ҡиммәткә эйә булған тис ағасының реликт урмандарын һаҡлау маҡсатында ойошторола. Тис айырым сауҡалыҡ булып та, шулай уҡ саған,ҡорос ағас, йүкә һәм башҡа ағастар менән дә үҫә. Урындағы халыҡ тис ағасын изге ағас тип иҫәпләй, сөнки уны фәрештәләр бүләк иткән тип ышана. Әлеге ваҡытта ҡурсаулыҡты немец ғалимдары өйрәнә, улар урманды ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерегә планлаштыра.

Флораһы һәм фаунаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фаунаһы ҡоштарҙың (грифтар, бөркөт, ҡор һ. б.) һәм һөтимәр хайуандарҙың (айыу, ҡыр кәзәһе, төлкө, илек, ҡуян, һыуһар, бурһыҡ һ. б.) күп төрлөлөгөнән ғибәрәт. Ҡоштарҙың күп төрө Ҡыҙыл китапҡа индерелгән.