Башкиров Андрей Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башкиров Андрей Николаевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 22 декабрь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Түбәнге Новгород
Вафат булған көнө 3 февраль 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны СССР, Мәскәү ҡалаһы
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Һөнәр төрө химик
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены
Уҡыу йорто Рәсәй химия-технология университеты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Commons-logo.svg Башкиров Андрей Николаевич Викимилектә

Андрей Николаевич Башкиров (22 декабрь 1903 йыл, Түбәнге Новгород — 3 ноябрь 1982 йыл, Мәскәү) — совет химик-органигы, СССР фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1958).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башкиров Андрей Николаевич Түбәнге Новгород ҡалаһында тыуған.

1929 йылда Мәскәү химик-технология институтын пироген производстволары инженер-технологы һөнәре буйынса тамамлай. Н. М. Караваетың уҡыусыһы.

Эш урындары: Мәскәү химик-технология институтын тамамлағандан һуң шул уҡ институтта пироген лабораторияһында эшләй, 1932 йылдан Бөтә Союз яһалма шыйыҡ яғыулыҡ институтынның Себер филиалында, 1946 йылдан Нефть институтында (СССР-ҙың Фәндәр академияһы нефтехимик синтезы институты) һәм ошо уҡ ваҡытта, 1943 йылдан, Мәскәү йоҡа химик технология институтында уҡыта.

Фәнни ҡыҙыҡһыныу өлкәһе: органик химия, яғыулыҡ технологияһы, нефтехимик синтезы. Ул тәүгеләрҙән булып углерод диоксидынан һәм водородтан этанолды бүлеп сығарыуға өлгәшә. Тимер катализаторҙарҙы ҡулланып, ул углерод һәм водород оксидтарынан углеводородтарҙың, юғары беренсел спирттарҙың, этил спиртының, алкиламиндарҙың сығыуын ентекләп әҙерләй, юғары икенсел алифатик спирттарҙың синтезын булдыра. Уның технологияһы буйынса СССР-ҙа 1959 йылда етештереү ойошторола. Нефтеоргсинтез өлкәһендәге эштәре өсөн 2 орден һәм миҙалдар менән наградлана.

Ғүмеренең аҙғынаса Мәскәүҙә Новопесчаный урамда йәшәй. 1982 йылда вафат була. Кунцево зыяратында ерләнә.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Синтез высших спиртов жирного ряда методом прямого окисления парафиновых углеводородов // Химическая наука и промышленность. 1956. Т. 1. № 3;
  • Синтез этанола из двуокиси углерода и водорода // Доклады АН СССР. 1958. Т. 118. № 2 (в соавт.);
  • Производство высших жирных спиртов окислением жидких парафинов // Химическая наука и промышленность. 1959. Т. 4. № 5 (в соавт.).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Андрей Николаевич Башкиров. 1903—1982. (Материалы к биобиблиографии ученых. Сер. химических наук. Вып. 87). М., 1992

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]