Башкиров Василий Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башкиров Василий Николаевич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 27 февраль 1870({{padleft:1870|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Вятка губернаһы
Вафат булған көнө иртәрәк1917
Һөнәр төрө архитектор
Сәнғәт йүнәлеше Классицизм, модерн[d] һәм псевдоурыҫ стиле[d]
Уҡыу йорто Мәскәү һынлы сәнғәт, архитектура һәм төҙөү сәнғәте училищеһы[d]
Высшее художественное училище[d]
Эш урыны Мәскәү ҡалаһы
Commons-logo.svg Башкиров Василий Николаевич Викимилектә

Башкиров Василий Николаевич (27 февраль 1870 йыл1917 йылдан һуң) — Рәсәй империяһы архитекторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Василий Николаевич Башкиров 1870 йылдың 27 февралендә Вятка губернаһында тыуған. 1893 йылда Мәскәү һынлы сәнғәт, архитектура һәм төҙөү сәнғәте училищеһын, ә 1897 йылда Император художество академияһын «архитектура рәссамы» тигән дәрәжә менән тамамлай. 1896 йылда А. Н.. Померанцев класы буйынса рәссам-архитектор дәрәжәһен алыу өсөн архитектура проектына үткәрелә. Рәссам В. М. Васнецов менән хеҙмәттәшлек итә, уның проекттары буйынса өс ҡаралты төҙөй. 1900 йылдан алып Мәскәү архитетура йәмғиәте ағзаһы. 1904 -1907 йылдарҙа Ҡала тимер юлдарының ток етештереү хеҙмәтендә эшләй. 1917 йылдан һуң архитекторҙың яҙмышы билдәһеҙ.

Төҙөгән биналары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • В. М. Васнецов һүрәттәре буйынса йорт төҙөү (18931894, Мәскәү, Васнецов тыҡрығы, 13-сө йорт);
  • И. Е. Цветковтың айырым йорто, Б. М. Шнауберт менән берлектә В. М. Васнецов һүрәттәре буйынса (1901, Мәскәү, Пречистенский яр буйы, 29-сы йорт);
  • В. М. Васнецов һүрәттәре буйынса Третьяков галереяһы бинаһының фасады. Төҙөлөштө архитектор А. М. Калмыков тормошҡа ашырҙы (19001903, Мәскәү, Лаврушин тыҡрығы, 10-сы йорт);
  • Иоанн Воин Сиркәү-часовняһы (1902, Мәскәү өлкәһе Пушкин районынындағы Мартьяново ауылы), һаҡланмаған; сиркәүҙең бер диуары яңы сиркәүҙе төҙөүҙә ҡулланылған[1];
  • Пречистенский курстары бинаһы (1905, Мәскәү, Курсовой тыҡрығы, 17-се йорт);
  • Ҡала трамвай Үҙәк электр станцияһы (ГЭС-2), (1906, Мәскәү, Болотный яр буйы, 15-се йорт);
  • Уҡыу бинаһы (1911, Мәскәү, Оло Саввин тыҡрығы, 10-сы йорт);
  • Һөнәрселек музейына төкәтмә, А. Э. Эрихсон менән берлектә (1912, Мәскәү, Леонтьев тыҡрығы, 7-се йорт);
  • Торлаҡ йорто (19081913, Мәскәү, Беренсе Неопалимов тыҡрығы, 10-сы йорт).
  • Аверкиево ауылындағы Троицк ғибәҙәтханаһы (1911—1914, Мәскәү өлкәһе, Павлов-Посад районы). Яңы рус стилендә Мәскәү дворяндары етәксеһе А. Д. Самарин үҙенең ҡатыны Вера Мамонтова-Самарина иҫтәлегенә төҙөгән (В. А. Серовтың «Девочка с персиками» картинаһының персонажы булараҡ билдәле).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Церковь-часовня Иоанна Воина в Мартьянково. Храмы России. Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 март 2013. 14 март 2013 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Зодчие Москвы времени эклектики, модерна и неоклассицизма (1830-е — 1917 годы): илл. биогр. словарь / Гос. науч.-исслед. музей архитектуры им. А.В.Щусева и др — М.: КРАБиК, 1998. — Б. 29—30. — 320 б. — ISBN 5-900395-17-0.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]