Баштау (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Баштау
54°30′35″ с. ш. 58°56′43″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Рәсәй
Регион Башҡортостан
Тау системаһы Урал тауҙары
Оҙонлоғо 40 км
Киңлеге 10 км
Иң юғары нөктәһе Оло Шатаҡ
Юғары нөктәһе 1271 м
Баштау (һырт) (Рәсәй)
Montanya.svg
Баштау
Баштау (һырт) (Башҡортостан Республикаһы)
Montanya.svg
Баштау

БаштауБашҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.

Урынлашҡан ере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белорет районы буйлап Оло Әүжән һәм Ағиҙел йй. араһында Ҡараташ тауына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 40 км, үҙәк өлөшөндә киңлеге яҡынса 10 км, абс. бейеклеге 1271 м (Оло Шатаҡ тауы). Көньяҡ, үҙәк һәм төньяҡ өлөштәре айырыла. Көньяҡ өлөшө Кесе Әүжән й. (Оло Әүжән й. ҡушылдығы) кимәленән яҡынса 180 м бейеклектәге параллель тауҙар теҙеменән тора, уларҙа бейеклеге 1043 м (Катушка тауы) һәм 950 м еткән ҡая ҡалдыҡтары булған түбәләр бар.

Рельефы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тауҙар теҙеме араһындағы биләндә Кесе Әүжән һәм Көхтөр й (Ағиҙел й. ҡушылдыҡтары) башлана. Үҙәк өлөшө иң бейеге, уның күсәр өлөшө көнбайышҡа күскән, ҡаялы Оло Шатаҡ һәм Ҡапҡаташ (1099 м) түбәләре айырылып тора. Битләүҙәре асимметриялы: текә көнбайыш битләүҙәренең итәктәре һөҙәк, һөҙәк көнсығыш битләүҙәренеке — текә. Таш өйкөмдәре осрай; түбәләр араһындағы биләндә Көхтөр йылғаһы ҡушылдыҡтары башлана. Төньяҡ өлөшө тәпәш, бейеклеге яҡынса 900 м еткән киң арҡа рәүешендә, көнсығыш битләүҙәрҙә урыны менән асыҡ ҡаялы ерҙәр осрай. Урта рифейҙың машаҡ свитаһының кварцитлы ҡомташтары, конгломераттары, аргиллиттары, һелте һәм әсе составлы эффузивтарынан тора. Б. ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: 500 м тиклем бейеклектәге битләүҙәр аҡһыл һоро урман тупрағындағы ҡарағай ҡатыш икенсел ҡайын‑уҫаҡ урмандары, 500 м алып 900 м тиклем — ҡарағас ҡатыш ҡайын‑ҡарағай урмандары, 900 м юғары — 600 йәшлек ағастарҙан торған парк рәүешендәге ҡарағас урмандары менән ҡапланған.

Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һыртта машаҡ свитаһының уртаса рифейҙары кварцит-ҡомлоҡтар, конгломератамдар, аргиллиттар, төп һәм әсе эффузивтар .

Топонимика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт телендәге төп тигән һүҙгә синоним булып киләгән һүҙҙән алынған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

http://xn--p1acf.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/prosmotr/2-statya/8866-bashtau-khrebet