Эстәлеккә күсергә

Башҡортостанда умартасылыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡортостанда умартасылыҡ — бал ҡорто үрсетеү, бал, бал ҡорто балауыҙы, инә һөтө, ҡорт елеме һәм ағыуы, сәскә һеркәһе алыу өсөн, башҡорт тоҡом ҡортон таратыу һәм энтомофиль ауыл хужалығы культураларын һеркәләндереү өсөн тәғәйенләнгән Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы тармағы. Башҡортостан Республиканың тау-урман һәм урманлы дала зоналарында умартасылыҡ йүкәнән тауар балы йыйыуға ҡулайлашҡан. Башҡортостан Республикаһының игенселек алға киткән урманлы дала һәм дала зоналарында һеркәләндереү-бал йүнәлеше үҫешкән.

«Шүлгәнташ» ҡурсаулығында ағастағы солоҡ

Башҡортостанда умартасылыҡ боронғо кәсеп төрө булып тора, быны Бөрө ҡәберлегендә табылған солоҡсоноң тулы кәрәк-яраҡтары дәлилләй. Табылған әйберҙәрҙең йәше мең йыл ярым иҫәпләнә.

Башҡортостанда умартасылыҡ бер нисә йүнәлеш буйынса үҫешә: ҡырағай (бал һәм балауыҙ алыу), солоҡ, түмәр (бал ҡорттарын түмәрҙәрҙә, төпһөҙ умарталарҙа, сапеткаларҙа аҫрау), рамлы (рамдарын сығарып була торған йыйылмалы рамлы умарталарҙа бал ҡорто үрсетеү).

Солоҡ — үҫеп ултырған ағасты (имән, йүкә, ҡарағас, ҡарағай, һирәк ҡарама) 4-12 м бейеклектә соҡоп яһалған умарта. Солоғо булған ағас солоҡ ағасы тип йөрөтөлә. Солоҡ 150 йылға тиклем хеҙмәт иткән. Күп ғаиләләрҙең йөҙҙән ашыу солоғо булған. Солоҡ ағастары мираҫ буйынса күсә, уларға хужаһы тамға ҡуйған. Солоҡ торған ерҙәр ҡиммәтле һанала, сөнки бал яһаҡтың яһаҡтың бер өлөшөн тәшкил иткән.

Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районында умарталар
Бал биргән ҡиммәтле сәскә — йүкә
Ишимбай районында сәскә атҡан энәлегөл — бик яҡшы бал бирә, бал ҡорттары 1 гектарҙан 300—400 кг бал йыя

Көҙ еткәс, көкөрлө газ менән төтөнләп, солоҡ балын алғандар. Ҡуйы ағыулы төтөндән бал ҡорттары үлгән. XVIII быуаттың икенсе яртыһындабашҡорт солоҡтарҙан бал алыу ысулы камиллаша бара, солоҡсолар бал алғанда бал ҡорто ғаиләһен һаҡлап ҡалырға тырыша.

Башҡорттарҙың солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүе хаҡында мәғлүмәт тәүге тапҡыр 1627 йылда төҙөлгән «Ҙур һыҙмаға китап йәки Рәсәй дәүләтенең боронғо картаһы»(Санк-Петербург, 1838, 2-се баҫма) тигән китапта килтерелә. Рус географы, тарихсыһы һәм этнографы П. И. Рычковтың «Бал ҡорттарын аҫрау тураһында» һәм «Ирекле иҡтисади йәмғиәт хеҙмәттәре» тигән мәҡәләләрендә башҡорт умартасылығы һүрәтләнә. Рус ғалимы И. И. Лепехин 18 быуатта башҡорттар тураһындағы яҙмаларында ҡайһы бер башҡорт ғаиләләре 500-ҙән 1000-гә тиклем солоҡ тота һәм уларҙан бал, балауыҙ алыуы хаҡында мәғлүмәттәр килтергән. Фәҡирҙәр байҙарға ялланған һәм бер кеше ике йөҙләгән солоҡ ҡараған. Ләкин башҡорттарҙың күп өлөшө эшселәр ялламайса, умартасылыҡ хужалығында бөтә ғаилә ағзалары менән үҙҙәре эшләгәндәр.

XIX быуат аҙағында Башҡортостанда беренсе рамлы умартасылыҡ һәм рамлы умарталыҡ ойошторола.

XX быуаттың 50-се йылдарында Башҡорт АССР-ында бал ҡорто ғаиләләрен түмәр умарталарҙан рамлы умарталарға күсереү тамамланмаған. Алыҫ тау-урман зонаһында колхоз-совхоз умарталыҡтарында рамлы умарталар таралған, шәхси хужалыҡтарҙа түмәр умарталар ҙа ҡулланылған. Бөрйән районында солоҡтарҙа ҡырағай бал ҡорто ғаиләлләре үрсетелә. Умартасылар әҙерләү өсөн Ляховский (1892) һәм Ключеревский (1910) өс йыллыҡ умартасылар мәктәбе асыла.

Башҡортостанда умартасылыҡтың фәнни нигеҙҙәре 1930 йылда умартасылыҡ тәжрибә станцияһын асыу һәм 1932 йылда Йоматау умартасылыҡ техникумында белгестәр әҙерләү менән һалынған. 1964 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтында умартасылыҡ кафедраһы асыла.

Ғалим — умартасылар[1] Р. Р. Аҙнабаев, Г. С Боровик (Иглин районы), С. Н. Килинбаев, Латипов Р. М. (Күгәрсен районы), К. И. Онищенко (Стәрлетамаҡ районы) уңайлы йылдарҙа һәр ғаиләнән 70-100 килограмм бал алғандар.

XX быуаттың 60-сы йылдарында БАССР-ҙың колхоз һәм совхоздарында 200—220 мең бал ҡорто ғаиләләре иҫәпләнә. Башҡортостан Республикаһы буйынса йәмғиәт умарталыҡтарынан 1,5-2,0 мең тонна бал алына.

«Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилмии-тикшеренеү үҙәге» дәүләт бюджет учреждениеһы тикшеренеү һөҙөмтәләре нигеҙендә, башҡорт бал ҡорттарының биологик үҙенсәлектәрен, төп файҙалы хужалыҡ билдәләренең параметрҙарын асыҡлай:

  • бал ҡорттарының ауырлығы күҙәнәктәрҙән сыҡҡан мәлдә —110-115 мг, аталанмаған инә ҡорт — 190—195 мг, аталанған инә ҡорт — 210—215 мг, әре ҡорт— 235—255 мг;
  • бал ҡорттарының, инә һәм әре ҡорттарҙың тән төҫө—тергиттарында һарғылт элементтар булмаған, ҡара-һоро; көпләнгән бал — аҡ («ҡоро») төҫтә;
  • ҡорт ғаиләһенең ҡышҡы-яҙғы кәмеүе — көҙгө ревизия ваҡытындағы һандан 3-5 % -тан артыҡ түгел;
  • ҡышлаған бер улаҡ бал ҡорто тотонған аҙыҡ — уртаса 1,0-1,2 кг бал;
  • инә ҡорт яҙғы-йәйге ғаиләнең интенсив үҫеш осорҙа 2 мең йомортҡа һала.

Әлеге ваҡытта республиканың умарталар һаны һәм бал етештереү күләме кәмей, был республиканың экологик хәл-торошо менән бәйле.

Башҡортостан умартасылары күргәҙмәләрҙә, умартасылыҡ буйынса республика умартасылар конкурстарында[2]. ҡатнашалар.

1997 йылдың 2 июлендә Башҡортостанда умартасылыҡ тураһында закон ҡабул ителгән. Законда дәүләттең һәм граждандарҙың умартасылыҡты үҫтереүҙә ҡатнашлығы тураһында, һалым, дәүләт контролләүе һәм бал ҡортон һаҡлау, умарталыҡ урынлаштырыу, бал ҡорто ғаиләләре һанын иҫәпкә алыу мәсьәләләре ҡарала.

Республикала умартасылыҡ буйынса агентлыҡ булдырылған; уның район бүлексәләре агентлығына буйһонған сауҙа-әҙерләү пункттары; район-әҙерләү пунктарында умартасылыҡ буйынса инспекторҙар эшләй. Башҡортостан умартасылары Көнө — августың икенсе йәкшәмбеһе.

Бал ҡортоноң башҡорт популяцияһы бүтән төрлө бал ҡорттарынан ҡышҡа сыҙамлылығы, төрлө ауырыуҙарға (европа сереге, бал һуты менән ағыуланыу һәм нозематоз) бирешмәүе менән айырыла. Шулай уҡ, урындағы бал ҡорттары ҡыҫҡа ғына бал йыйыу осоронда (мәҫәлән, йүкәнән) ҡыҙыу эшләй, йыл әйләнәһенә ашарлыҡ бал туплай. күпләп бал йыйыу һәләте көслө. Башҡорт бал ҡорттары баллы күҙәнәктәрҙе көпләгәндә бал менән кәрәҙ күҙәнәктәренең ҡапҡасы арһында һауа ҡалдыра. Һөҙөмтәлә баллы кәрәҙҙәр аҡ төҫтә сифатлы була. Ошо рәүешле балдың «ҡоро» көпләнеүе юғары баһалана.

Мәғлүм булыуынса, башҡорт бал ҡортона халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә миҙалдар бирелгән. 1965 йылда Бухарест ҡалаһында умартасыларҙың XX халыҡ-ара конгресында көмөш миҙал, 2001 йыда Мәскәү ҡалаһында Рәсәйҙеү ауыл хужалығы күргәҙмәһендә көмөш миҙал һәм 2002 йылда Мәскәү ҡалаһында умартасыларҙың «Алтын көҙ» халыҡ-ара күргәҙмәһендә алтын миҙал бирелде.

Көньяҡ дала райондарында башҡорт бал ҡорттары һаны әҙ булыуы менән айырыла. Бал ҡорттары иң бай төбәк — Уралдың төньяҡ, үҙәк һәм көньяҡ райондары. 2001 йылда Башҡортостанда бал ҡорто ғаиләһенең дөйөм һаны 255 мең самаһы тәшкил итә (11 йыл эсендә уртаса — 233 мең), ә бер бал ҡорто ғаиләһе уртаса 16 кг бал йыйған[3].


Хәҙерге ваҡытта республикала солоҡ кәсептәрен тергеҙеү буйынса эштәр башҡарыла[4]. Мәҫәлән, 2004 йылда «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында 200-гә яҡын солоҡ ҡорто ғаиләһе иҫәпләнә (1927 йылда −908 ғаилә).

  • Вахитов Р. Ш. Пчёлы и люди. — Уфа, 1992.
  • Власов В. Н. Опыт получения высоких медосборов. — Уфа, 1977.
  • Шакиров Д. Т. Пчеловодство Башкирии. — Уфа, 1992.