Башҡортостандың административ-территориаль бүленеш тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Башҡортостандың административ-территориаль бүленеше тарихы — Башҡортостандың административ-территориаль ҡоролошо тарихы.

Карта: «Өфө провинцияһының һәм Башҡортостандың даруғаларға бүленеше», Красильниковтың Ырымбур губернаһы ландскартаһы, 1755 йыл

XVIII быуат башына саҡлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIX быуатҡа саҡлы башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә ойошмаһы, ер эшкәртеү һәм ер менән файҙаланыу традицияһы Башҡортостандың административ-территориаль ҡоролошо нигеҙе булған.

IX—XIII быуаттарҙа йәшәгән ғәрәп географтары Әхмәд Ибн Фаҙлан һәм Әбү Зәйед әл-Бәлхи, итальян монахы Джиованни дель Плано Карпини һәм голланд Гильом де Рубрук башҡорттарҙың иле, уның халҡы һәм йолалары тураһында мәғлүмәт ҡалдырған. Ибн Русте башҡорттар — «Волга, Кама, Тубыл һәм Яйыҡтың үрге ағымы араһындағы Урал һырттарының ике яғындағы территорияларҙы биләгән үҙ аллы халыҡ» тип билдәләгән, ә XII быуатта географ Иҙриси башҡорттарҙың ике: «эске» һәм «тышҡы» өлкәһе тураһында яҙған һәм башҡорт ҡалалары Немжан, Гурхан, Ҡараҡыя, Касра һәм Масраны телгә алған[1].

X—XIII быуаттарҙа башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙең көнбайышы Волга буйы Болғары составында була. XIII—XIV быуаттарҙа башҡорттар йәшәгән бөтөн территория Алтын Урҙа хакимлығы аҫтында булған, ә ул тарҡалғандан һуң Башҡортостан территорияһы Ҡазан ханлығы, Нуғай Урҙаһы һәм Себер ханлығы составына ингән.

Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, уның төп территорияһы Ҡазан өйәҙе составына ингән. XVI—XVIII быуаттарҙа башҡорттар йәшәгән территория Өфө өйәҙе (XVI б. һуңы - XVIII б. башы) йәки Башҡортостан тип йөрөтөлгән[2], ул түбәндәге административ берәмектәрҙән торған: Ҡазан даруғаһы, Нуғай даруғаһы, Уҫы даруғаһы һәм Себер даруғаһы: «С того времени Уфимский уезд или паче вся Башкирь (Башкирия) разделена на четыре дороги, именованные по сему: к Сибири лежащая сторона названа Сибирская дорога, к Казани — Казанская, к пригороду Осе (кой построен на Каме реке) — Осинская, а к степным народам прозвана Ногайскою, которые наименования в рассуждении всей Башкирии и поныне наблюдаются»[2]. Был осраҡта даруға заманына ҡарата хужалыҡ ерҙәре төҙөлөшөнөң бер төрө тип ҡарала. Һәр даруғала старшина идара иткән. Даруғалар ырыу-ҡәбилә күрһәткесе буйынса төҙөлгән улустарҙан торған, ә улары, үҙ сиратында, аймаҡтарға, түбә, нәҫел-заттарға бүленгән[3].

Башҡортостан даруғалары
Даруғалар Улустар (1775 йылға ҡарата) 1781 йылда барлыҡҡа килгән өйәҙҙәр
Ҡазан даруғаһы[4] Байлар, Бүләр, Гәрә (гәрәй), Дыуанай, Елдәк, Йәнәй, Йылан, Ҡаңлы, Ҡаршын, Ҡыпсаҡ, Ҡырғыҙ, Ҡыр-Йылан, Надир, Һарайлы мең-Мең, Һеңрән, Урман-Гәрәй, Шимшәҙе, Юрмый Бәләбәй, Бөрө (өлөшләтә), Бөгөлмә, Боғорослан, Минзәлә, Ырымбур өлкәһе - Сергиев (өлөшләтә)
Нуғай даруғаһы[5] Бөрйән, Бошман-Ҡыпсаҡ, Гәрәй-Ҡыпсаҡ, Дыуан-Табын, Йомран-Табын, Илекәй-Мең, Кәлсер-Табын, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Ҡара-Табын, Ҡатай, Кесе-Табын, Ҡумрыҡ-Табын, Ҡырғөйлө-Мең, Меркет-Мең, Ҫарылы-Мең, Һарт ырыуы, Һыуын-Ҡыпсаҡ, Тамъян, Түңгәүер, Тәлтем-Юрматы, Өршәк-Мең, Үҫәргән, Сәнкем-Ҡыпсаҡ, Ҫыбы-Мең, Юрматы Бәләбәй (өлөшләтә), Бөгөлмә, Боғорослан, Верхнеурал (өлөшләтә), Ырымбур, Ырымбур өлкәһе Сергиев өйәҙе (өлөшләтә), Стәрлетамаҡ
Уҫы даруғаһы[6] Ғәйнә, Ирәкте, Уран Бөрө (өлөшләтә), Уҫы (өлөшләтә), Өфө (өлөшләтә)
Себер даруғаһы[7] Әйле, Дыуан, Ҡара-Табын, Ҡошсо, Мырҙалар, Һарт ырыуы, Сунлар, Тырнаҡлы, Табын ҡәбиләһенең Ҡыуаҡан тармағы Алтауыл Түбәләҫ, Шайтан-Көҙәй Троицк, Өфө (өлөшләтә), Силәбе, Пермь һәм Тубыл наместниклыҡтарының өлөштәре

XVIII быуат башынан алып ХХ быуат башына саҡлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1708 йылда край Ҡазан губернаһына Өфө воеводствоһы итеп беркетелгән[8], аҙаҡ 1719 йылдан Өфө провинцияһы тип үҙгәртелгән. 1737 йылда тарихи Башҡортостандың урал арты өлөшө яңы барлыҡҡа килгән Иҫәт провинцияһы составына индерелгән.

1858 йылдағы Ырымбур, Урал һәм Башҡорт казак ғәскәренең ерҙәре картаһы.

1744 йылда батшабикә Елизавета Петр ҡыҙының юғары бойороғо сыҡҡан: «Ырымбур губернаһы булһын һәм ул Ырымбур губернаһы тип аталһын һәм унда Тайный советник Неплюев губернатор булһын». Ырымбур губернаһы Өфө һәм Иҫәт провинциялары территорияларында барлыҡҡа килгән.

1781 йылда Өфө наместниклығы ике өлкәнән, Өфө һәм Ырымбур өлкәләренән торған. Өфө өлкәһе 8 өйәҙҙән торған: (Бәләбәй, Бөрө, Бөгөлмә, Боғорослан, Миңзәлә өйәҙе, Стәрлетамаҡ, Өфө) һәм Силәбе өлкәһе), Ырымбур үҙе 4 (Быҙаулыҡ, Верхнеуральск өйәҙе, Ырымбур һәм Ырымбур өлкәһе Сергиевский өйәҙҙәренән торған.

1796 йылда Өфө наместниклығы Ырымбур губернаһы тип үҙгәртелгән. 1798 йылда Кантон реформаһы даруғалар эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Шул ваҡыттан башлап ғаризаларҙа, яҙма үтенестәрҙә губерна, өйәҙ, башҡорт кантондарының һәм ғәскәри йорттарҙың (командаларҙың) һаны күрһәтелгән.

Ырымбур сик һыҙығын биш дистанцияға бүлгәндәр. Дистанцияларҙа хеҙмәт итеү өсөн башҡорттарҙы, мишәрҙәрҙе, ставрополь ҡалмыҡтарын, ырымбур һәм урал казактарын кантондарға бүлеү күҙ уңында тотолған. 1798 йылдың 3 ғинуарында О. А. Игельстром үҙенең ордеры менән идара итеүҙең кантон системаһын индергән һәм сик буйында хеҙмәт итеүҙең яңы тәртибен урынлаштырған, ә 1798 йылдың 10 апрелендә был үҙгәрештәр император Павел I указы менән законлаштырылған. Крайҙың башҡорт халҡы хәрби хеҙмәткә йәлеп ителгән ҡатлам (Башҡорт ғәскәре) тип иғлан ителгән һәм Рәсәйҙең көнсығышында сик хеҙмәтен алып барыу йөкләмәһен алған [9]. Административ ҡоролош кантондар системаһы итеп үҙгәртелгән.

1731 йылда Рәсәйгә Кесе жуз ҡаҙаҡ ерҙәре ҡушылғандан һуң, Башҡортостан империяның эске өлкәләренең береһенә әүерелгән, башҡорттарҙы, мишәрҙәрҙе һәм типтәрҙәрҙе сик хеҙмәтенә йәлеп итеүҙең кәрәге ҡалмаған. Александр II-нең 1860—1870-се йй. реформалары барышында, 1864—1865 йылдарҙа идаралыҡтың кантон системаһы бөтөрөлгән, башҡорттар һәм уларҙың керҙәштәре менән идара итеү, рус йәмғиәтендәге кеүек, ауыл һәм улус (йорт) йәмғиәттәре ҡулына күскән. Әлбиттә, башҡорттарҙың ер менән файҙаланыу өҫтөнлөгө һаҡланған: элекке крепостной крәҫтиәндәргә 15 дисәтинә ҡаралған, ә башҡорттар өсөн норматив йән башына 60 дисәтинә булған.

1865 йылда кантон системаһы юҡҡа сығарылған һәм, Ырымбур губернаһын икегә бүлгәндән һуң, Ырымбур һәм Өфө губерналары барлыҡҡа килгән. Өфө губернаһына Бәләбәй, Бөрө, Златоуст, Миңзәлә, Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙҙәре ингән, ә Ырымбур губернаһында Верхнеуральск, Ырымбур, Үр өйәҙе, Троицк һәм Силәбе өйәҙҙәре тороп ҡалған.

XХ быуат башынан ХХI быуат башына саҡлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылда Башҡурдистан автономияһы иғлан ителгән. 1917 йылдың декабрендә III Бөтөн башҡорт Ойоштороу ҡоролтайы «Башҡордистан менән автономиялы идара итеү» положениеһына ярашлы, автономия 9 кантондан: Барын-Табын, Бөрйән-Тәңгәүер, Ете ырыу, Иҫке-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән кантондарынан торған[10]. 1919 йылдың башына Башҡордистан 13 кантондан торған: Арғаяш, Бөрйән-Тәңгәүер, Ете ырыу, Дыуан, Ҡыпсаҡ, Көҙәй, Табын, Ҡошсо, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[11].

Башҡорт АССР-ы административ картаһы. 1925 йыл
Файл:Башҡорт АССР-ының схематик административ картаһы (1932 йыл).png
Башҡорт АССР-ының 1932 йылғы схематик административ картаһы
Файл:Татар һәм Башҡорт АССР-ҙары өлкәләре. 1953.png
1953 йылда Татар һәм Башҡорт АССР-ы өлкәләре

Башҡорт АССР-ы барлыҡҡа килгәндән һуң, 1930 йылға саҡлы улус-кантон системаһы йәшәп килгән. Тәүҙәрәк автономиялы республика территорияһы 134 улустан торған 13 кантонға бүленгән булған: Арғаяш, Бөрйән-Тәңгәүер кантоны, Ете ырыу кантоны, Дыуан, Ҡыпсаҡ, Көҙәй, Ҡошсо, Табын, Тамъян-Катай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан кантоны. 1919 йылдың июнендә Ете ырыу һәм Ҡыпсаҡ кантондары Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантонына, ә шул йылдың сентябренән Дыуан һәм Ҡошсо кантондары — Дыуан-Ҡошсо кантонына берләшкән. 1921 йылдың ғинуарында республика составындағы 12-се кантон, Стәрлетамаҡ кантоны, барлыҡҡа килгән.

1922 йылда Башҡорт АССР-ы 296 улустан һәм 3698 ауыл советынан торған 8 кантонға (Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө) бүленгән.

1930 йылдың 20 авгусында, Үҙәк Башҡарма Комитетының (ЦИК) ҡарарына ярашлы, административ-территориаль бүленештең район системаһы индерелгән, кантон системаһы юҡҡа сығарылған һәм 48 район барлыҡҡа килгән. Башҡорт АССР-ында 1930 йылда ойошторолған райондар: Әбйәлил, Арғаяш, Архангел, Асҡын, Байкин районы, Баймаҡ-Таналыҡ (Баймаҡ), Баҡалы, Бәләбәй, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовещен районы, Бүздәк, Борай, Бөрйән, Үрге-Ҡыйғы (Ҡыйғы), Верхотор (Тор), Дәүләкән, Дыуан-Мәсетле (Мәсетле), Дыуан, Дүртөйлө, Ейәнсура, Йылайыр, Ҡалтасы район, Ҡарағош, Ҡырмыҫҡалы, Ҡырғыҙ-Миәкә (Миәкә), Красноусольск, Ҡонашаҡ районы, Мәләүез, Мишкә районы, Мораҡ, Краснокама районы (Николо-Березовка), Яңы-Ҡарамалы (Ауырғазы), Петровский (Маҡар), Приютовский районы, Балтасы районы (Иҫке Балтасы), Иҫке-Балаҡатай (Балаҡатай), Иҫке-Күл (Нуриман), Стәрлетамаҡ, Топорнинский, Туймазы, Өфө, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Яңауыл. 1931 йылдың 6 мартында Ҡарағош районы Стәрлебаш районы тип үҙгәртелгән. 1932 йылдың 20 февралендә Асҡын, Байкин, Николо-Березовский райондары юҡҡа сығарылған һәм Ҡариҙел районы барлыҡҡа килгән. Шул уҡ йылда Яңы-Ҡармалы һәм Дыуан һәм Дыуан-Мәсетле райондары Ауырғазы һәм Мәсетле тип үҙгәртелгән. Шулай уҡ 1930-сы йылдарҙың беренсе яртыһында Верхоторский һәм Приютовский райондары юҡҡа сығарылған һәм Ишембай районы.

1934 йылда Мораҡ районы Күгәрсен районы тип үҙгәртелгән. Бер йыл үтеүгә Әлшәй, Асҡын, Благовар, Быҙауъяҙы, Йәрмәкәй, Иглин, Илеш, Краснокама, Көйөргәҙе, Малаяҙ, Тәтешле, Фёдоровка, Шаран һәм Йомағужа райондары барлыҡҡа килгән. Арғаяш һәм Ҡонашаҡ райондары Силәбе өлкәһе составына бирелгән, улар территорияһында Арғаяш милли округы ойошторолған. Ейәнсура районының ҡайһы бер территориялары (шул иҫәптән административ үҙәге — Ейәнсура) ауылы Ырымбур өлкәһенә Ҡыуандыҡ районы, шулай уҡ Һараҡташ районы сифатында күсерелгән.

1935 йылдың 31 ғинуарында Бөтөн Рәсәй башҡарма комитеты Президиумы Башҡорт АССР-ының яңы район селтәрен раҫлай[12]: 1) Әлшәй, 2) Асҡын, 3) Благовар, 4) Быҙауъяҙы районы, 5) Йәрмәкәй, 6) Иглин, 7) Илеш, 8) Краснокама, 9) Көйөргәҙе, 10) Малаяҙ, 11) Тәтешле, 12) Федоровка, 13) Шаран, 14) Йомағужа районы, 15) Әбйәлил, 16) Архангел, 17) Ауырғазы, 18) Баймаҡ, 19) Баҡалы, 20) Балтач, 21) Бәләбәй, 22) Балаҡатай, 23) Белорет, 24) Бишбүләк, 25) Бөрө, 26) Благовещен 27) Бүздәк, 28) Борай, 29) Бөрйән, 30) Дәүләкән, 31) Дыуан, 32) Дүртөйлө, 33) Йылайыр, 34) Ейәнсура, 35) Ҡалтасы, 36) Ҡариҙел, 37) Ҡырмыҫҡалы, 38) Ҡыйғы, 39) Красноусол, 40) Күгәрсен, 41) Маҡар, 42) Мәләүез, 43) Мәсетле, 44) Мишкә, 45) Миәкә, 46) Нуриман, 47) Стәрлебаш, 48) Стәрлетамаҡ, 49) Топорнин, 50) Туймазы, 51) Учалы, 52) Өфө, 53) Хәйбулла, 54) Саҡмағош, 55) Шишмә, 56) Яңауыл.

1937 йылда Байҡыбаш, Воскресенский районы, Ҡандра, Матрай һәм Покровка райондары булдырылған. Шул уҡ йылда Топорнин районының атамаһы Кушнаренко тип үҙгәртелгән. Ике йылдан Оло Тәләк районы барлыҡҡа килгән. Райондар һаны 63-кә еткән. 1940 йылда Ишембай районы (1937–1940) юҡҡа сығарылған, Красноусол районы Ғафури районы тип үҙгәртелгән, ә тағы ла бер йылдан Малаяҙ районы Салауат районы тип үҙгәртелгән. 1946 йылда Абзан районы барлыҡҡа килгән.

1952 йылдың 29 майында Башҡорт АССР-ы 2 өлкәгә бүленгән: Стәрлетамаҡ һәм Өфө. 1953 йылдың 30 апрелендә был өлкәләр бөтөрөлгән.

1950-се йылдарҙың уртаһынан райондарҙы аҡрынлап эреләтеү башланған. Шулай итеп, 1956 йылда Абзан, Байҡыбаш, Быҙауъяҙы, Воскресенский, Ҡандра, Матрай һәм Оло Тәләк райондары, 1963 йылда — Әбйәлил, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Балтач, Бишбүләк, Благовар, Благовещен, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Дыуан, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Краснокама, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Маҡар, Мәсетле, Мишкә, Миәкә, Нуриман, Покровка, Стәрлебаш, Тәтешле, Учалы, Фёдоровка, Шаран һәм Йомағужа райондары юҡҡа сығарылған. Шул уҡ дәүерҙә Нуриман сәнәғәт районы барлыҡҡа килгән.

Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль бүленеше
Число административно-территориальных единиц

(на начало года, в границах соответствующих лет)[13]

Административ-территориаль берәмектәр атамалары 1931 1941 1961 1971 1981 1989 1994 2002 2010
Райондар 48 62 56 53 54 54 54 54 54
Ҡалалар 5 7 15 17 17 17 20 21 21
Ҡала тибындағы ҡасабалар 10 21 32 38 40 42 41 40 2
Ауыл советтары/ ултыраҡтар 1291 1245 786 829 847 883 925 939 828

1964 йылдан райондар һаны арттырыла башлаған. Тәүҙә Баҡалы, Иглин, Ҡалтасы һәм Стәрлебаш райондары барлыҡҡа килгән. 1965 йылдың ғинуарында Әбйәлил, Асҡын, Ауырғазы, Бишбүләк, Благовещен районы, Ғафури, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ишембай, Ҡыйғы, Күгәрсен, Күмертау районы, Кушнаренко, Мәсетле, Мишкә районы, Миәкә һәм Учалы райондары ойошторолған. Нуриман сәнәғәт районы бөтөрөлгән. Иглин районы Нуриман районы тип үҙгәртелгән. 1965 йыл һуңында — 1966 йыл башында образованы Архангел, Балтасы районы, Благовар, Бүздәк, Бөрйән, Дыуан, Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин, Тәтешле һәм Шаран райондары барлыҡҡа килгән.

1972 йылда Краснокама районы барлыҡҡа килгән.

1992 йылда Күмертау районы Көйөргәҙе тип үҙгәртелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Антонов И. В. Башкиры и Башкирия по данным ал-Идриси // Ватандаш. — 2008. — № 4. — ISSN 1683-3554.
  2. 2,0 2,1 Рычков П. И. Топография Оренбургская. СПб., 1762.
  3. Асфандияров А. З. Понятие «дорога» в истории Башкортостана // Ватандаш. — 2005. — № 7. — ISSN 1683-3554.
  4. Асфандияров А. З. Казанская дорога // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  5. Асфандияров А. З. Нуғай даруғаһы // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  6. Асфандияров А. З. Уҫы даруғаһы // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  7. Асфандияров А. З., Фазылов Р. Р. Себер даруғаһы // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  8. Витевский В. Н. «И. И. Неплюев и Оренбургскій край в прежнем его составѣ до 1758 г» — 1897: «Уфимское воеводство было присоединено къ Казанской губернии»
  9. Указ Императора Павла I. — Именный данный генералу отъ Инфантерiи Барону Игельстрому, съ приложенiемъ примѣчанiя на описанiе Оренбургской линiи.Ҡалып:Сс3 года
  10. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — Б. 128. — 468 б.
  11. Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — Б. 72. — 304 б.
  12. Постановление ВЦИК от 31.01.1935 «О новой сети районов Башкирской АССР»
  13. Башкортостан: краткая энциклопедия — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — Б. 107. — 672 б. — ISBN 5-88185-001-7.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • История административно-территориального деления Республики Башкортостан (1708—2001): сб. док. и материалов — Уфа: Китап, 2003. — 532 б.
  • Список населенных пунктов Башреспублики / сост. Башк. центр. стат. упр — Уфа: Издание Башкниги, 1926. — 191 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]