Башҡортостандың файҙалы ҡаҙылмалары
Башҡортостанда бик күп төрлө файҙалы ҡаҙылмалар барлығы билдәле, улар — яғыулыҡтар (нефть, тәбиғи газ, күмер, торф), металл, йәки мәғдәндәр (тимер, баҡыр, марганец, алюмин, хром), металл булмаған ҡаҙылмалар (таш тоҙ, эзбизташ, гипс, фосфориттар, төҙөлөш балсығы һәм ҡомо, биҙәүес таштар), шулай уҡ ер аҫты һыуҙары.
Таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Файҙалы ҡаҙылмаларҙың таралыуы геологик тарих һәм, тимәк, был урындарҙың тәрәндәге төҙөлөшө менән бәйләнгән.
Көнбайыш Башҡортостанда ултырма тау тоҡомдарында яғыулыҡ һәм металл булмаған файҙалы ҡаҙылмалар күберәк таралған. Таулы Башҡортостанда һәм Урал аръяғында магма һәм метаморф сығышлы мәғдән ҡаҙылмалар өҫтөнлөк итә.
Яғыулыҡ файҙалы ҡаҙылмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нефть
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нефть республикала иң мөһим файҙалы ҡаҙылма булып тора. Нефть ятҡылыҡтарын пермь осоронда күмелеп ҡалған риф массивтарында эҙләргә кәрәк. Был ятҡылыҡтар Ишембай нефть төбәген барлыҡҡа килтергән.
Ҙурыраҡ нефть ятҡылыҡтары Туймазы нефть төбәгендә урынлашҡан. Нефть бында карбон ҡатламдарында һәм уларҙан тәрәнерәк ятҡан девон ҡатламдарында асылды. Ятҡылыҡтар төрлө ултырма тоҡомдар ҡатламының ҡабарып торған (антиклиналь) йыйырсыҡтарында урын биләй.
Шкапов — Бәләбәй, Арлан һәм башҡа төбәктәр ҙә нефть ятҡылыҡтарына шаҡтай бай.
Республикала әлегә өйрәнелмәгән майҙандар байтаҡ. Бынан тыш, нефтте платформаның, ултырма япманың тәрәнерәк өлкәләренән эҙләү эштәре алып барыла.
Тәбиғи газ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәбиғи газ ваҡ ятҡылыҡтарҙа — Маяҡ, Муса һәм башҡа урындарҙа ғына асылды. Улар Ишембай нефть төбәгенән көньяҡтараҡ күмелеп ҡалған риф ҡатламдарында урынлашҡан.
Күмер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күмер Көнбайыш Башҡортостанда асыла. Улар неоген, пермь һәм таш күмер ҡатламдарында ята. Неоген ҡатламдарында 20-нән ашыу ятҡылыҡ асылған. Улар барыһы бергә Көньяҡ Урал һоро күмер бассейнына берләшкән. Иң ҙур ятҡылыҡтар Башҡортостандың Көйөргәҙе районында һәм Ырымбур әлкәһенең күрше төбәктәрендә урынлашҡан. Күмер ҡатламдарының ҡалынлығы бер нисә тиҫтә метрға тиклем етә. Ул карьерҙарҙа сығарыла.
Пермь ҡатламдары күмере Әлшәй районында асыла. Бында күмер ҡатламының ҡеүәте 1,5 м тирәһе. Ятҡылыҡ 25 м тәрәнлектә урынлашҡан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында был төбәктә күмер шахта ысулы менән сығарылған. Карбон ҡатламында күмер республиканың төньяҡ-көнбайышында бик тәрәндән быраулап нефть эҙләгәндә асылған. Ул 1200—1500 м тәрәнлектә. Ҡатлам 30 метрға етә.
Металл файҙалы ҡаҙылмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимер мәғдәндәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уларҙың иң киң таралғаны — һоро тимер мәғдәне. Был ятҡылыҡтар бер нисә төбәкте берләштерә. Иң ҙуры — Егәҙе-Комарово. Унда 30-ҙан ашыу ятҡылыҡ билдәле. Бында мәғдән протерозой осоро тоҡомдарының емерелеп тарҡалыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тоҡомдарҙа елләп ҡороған ҡабыҡта ята. Ер өҫтөнә яҡын булғанлыҡтан, уны асыҡ ысул менән сығарырға ҡулай. Был төбәктә уларҙың иң ҙуры — Туҡан ятҡылығы. Туҡан ҡасабаһына яҡын ғына карьер ҡаҙылып, тимер мәғдәне сығарыла һәм бынан тимер юл буйлап Белорет металлургия комбинатына оҙатыла.
Марганец
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марганец мәғдәне Көньяҡ Уралдың көнбайыш һәм көнсығыш тау битләүҙәрендә асылды. Көнбайыш битләүҙә марганец мәғдәне Архангел, Дыуан һәм башҡа райондарҙың таш күмер һәм пермь осорҙары ҡатламдарында осрай. Сәнәғәт өсөн әһәмиәткә эйә булғаны — Оло Теләк ятҡылығы.
Көнсығыш битләүҙә марганец мәғдәненең Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла райондарында девон ҡатламдарында ятыуы билдәле.
Был төбәктә — Учалы районында иң ҙур ятҡылыҡ Ҡужай ятҡылығы, ул Мейәс станцияһынан 55 км көньяҡтараҡ урынлашҡан. Был ятҡылыҡтағы мәғдәндә 25 %-ҡаса марганец бар. Әбйәлил районында марганец мәғдәне ятҡылыҡтарының иң ҙуры Нияҙғол, ә Баймаҡ районында Ғөбәйҙулла ауылдары янында урынлашҡан.
Марганец ятҡылыҡтары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эшкәртелә башлаған. Марганец, Украиналағы Никополь ятҡылығын дошман баҫып алғас, оборонаға хеҙмәт итте.
Хром
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда хром мәғдәненең 100-ҙән ашыу ваҡ ятҡылығы иҫәпләнә. Улар Учалы, Белорет, Бөрйән райондарында урынлашҡан. Иң ҙурҙары: Учалы районында — Красовск, Бөрйәндә — Башарт ятҡылыҡтары. Хромиттарҙы сығарыу асыҡ ысул менән башҡарылған. Хәҙерге ваҡытта был ятҡылыҡтар сәнәғәт өсөн әһәмиәттәрен юғалтҡан.
Баҡыр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баҡыр мәғдәне бик ҙур әһәмиәткә эйә. Улар баҡыр колчеданы хәлендә осрай һәм палеозой осороноң вулкан тоҡомдары ҡатламында ята. Мәғдән ятҡылыҡтарының мәғдәнле бер нисә төбәктә — Учалы, Баймаҡ, Бүребай, Сибайҙа булыуы билдәле. Баҡыр ятҡылыҡтары булған Маҡан, Сибай, Учалы, Юбилей, Октябрьск төбәктәрен әйтеп үтәйек. Баҡыр мәғдәне Учалыла, Сибайҙа, Бүребайҙа асыҡ ысул менән иң күп сығарыла. Уны эшкәрткәндә баҡырҙан тыш йәнә цинк, көкөрт, алтын, көмөш һәм башҡа элементтар айырып алына.
Көкөрт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көкөрт колчеданы ятҡылыҡтары баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары менән бәйләнгән. Көкөрт колчеданы үҙебеҙҙең сәнәғәттә лә файҙаланыла, шулай уҡ сит илдәргә лә сығарыла.
Магма сығышлы ятҡылыҡтарҙан тыш, Көнбайыш Башҡортостанда баҡырҙың бик ҙур булмаған тупланмаларының пермь осоро ултырма тау тоҡомдарында булыуы билдәле. Әммә уларҙың сәнәғәт өсөн әһәмиәттәре юҡ.
Алтын
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан ерҙәрендә алтындың сәсмә ятҡылыҡтары XVIII быуатта Учалы районында асылған. XIX быуатта сәсмә алтынды алтынлы бик киң бүлкәттән — Әбйәлил, Хәйбулла, Баймаҡ райондарында сығара башлайҙар.
Башҡортостанда алтын сығарыу сәнәғәтен үҫтереү перспективаһы әле бик өмөтлө килеш һаҡлана. Ул башлыса магма сығышлы (Түбә, Баҡыртау, Миндәк) ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү менән бәйләнгән. Шулай уҡ алтыны шаҡтай күп булған баҡыр мәғдәндәренең һәм йылға төбөндәге сәсмә алтындың да киләсәге шаҡтай ҙур.
Алюмин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алюмин мәғдәне Башҡортостанда бокситтар менән бәйләнгән. Уның ятҡылыҡтары Салауат районында бар. Был — Күкшек төркөмө ятҡылыҡтары. Сығыштары менән улар девон ҡатламдарына ҡарай.
Металл булмаған файҙалы ҡаҙылмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҙөлөш материалдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Улар араһында эзбизташтар ҙур әһәмиәткә эйә. Эзбизташтар төҙөлөштә лә, шулай уҡ сода һәм цемент етештереү сәнәғәтендә лә киң ҡулланыла. Иң ҙур ятҡылыҡтарҙың береһе — Шәкетау, ул Стәрлетамаҡ ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышта 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Был ятҡылыҡта эзбизташ Шәкетауҙан сығарыла. Ә ул, яҡындағы яңғыҙ бер нисә тау кеүек үк, пермь осорондағы боронғо риф ҡалдыҡтары өйөлмәһенэн тора.
Гипс
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гипс та киң таралған. Ул төҙөлөш эштәрендә, медицинала һәм башҡа тармаҡтарҙа ҡулланыла. Гипстың сәнәғәт өсөн файҙалы ҡаҙылмалары пермь осоро ҡатламдарында урынлашҡан.
Төҙөлөш балсығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҙөлөш балсығы кирбес етештереүҙә файҙаланыла, уны шулай уҡ утта сыныҡтырып һауыт-һаба эшләгәндә, утҡа сыҙамлы кирбес һәм йөҙләүес плиткалар етештергәндә ҡулланалар. Төҙөлөш балсығы дүртенсел осор ҡатламдарынан, ә утҡа сыҙамлылары (аҡ каолин) һоро күмер ятҡылыҡтары ҡатламынан сығарыла.
Тоҙҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле булған иң ҙур тоҙ ятҡылыҡтарынан Яр-Бишҡаҙаҡ таш тоҙ ятҡылығын күрһәтергә мөмкин. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 13 км алыҫлыҡта көньяҡ-көнсығыштараҡ ята. Тоҙ бында быраулау скважиналары ярҙамында сығарыла. Скважиналар аша ер аҫтына һыу ебәрелә һәм тоҙ иретмәһе баҫым аҫтында өҫкә күтәрелә. Иретмә Стәрлетамаҡ «Сода» берекмәһенә ебәрелә. Таш тоҙҙоң ҙур ятҡылығы шулай уҡ Иглин районында ла асылды.
Барит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ул аҡ буяу, резина, ҡағыҙ етештереүҙә һәм башҡа тармаҡтарҙа ҡулланылыу таба. Таулы Башҡортостанда бариттың бик күп ваҡ ятҡылыҡтары билдәле. Уларҙан иң ҙуры — Бөрйән районындағы Күжә ятҡылығы.
Биҙәүес таштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Улар бик матур төҫтә, шымартҡанда ялтыры оҙаҡ һаҡлана торған үтә лә ҡаты таштар. Был тау тоҡомдары зәргәр эшендә (ювелир), художестволы-көнкүреш әйберҙәре етештереүҙә ҡулланыла. Ҡайһы берҙәре техникала, төҙөлөштә ҡулланылыш таба. Өфө ҡалаһында Нефтселәр мәҙәниәт һарайының залдары, Өфөләге һәм Башҡортостандың башҡа ҡалаларындағы биналарҙың стеналары шундай таштар менән биҙәлгән.
Таулы Башҡортостан порфирит, мәрмәр, серпентинит, кварцит, нефрит, родонит, азурит, малахит кеүек биҙәүес таштар менән дан тота. һыуҙа уҡмашып үҫкән эзбизташтарҙы хәҙер биҙәүес таш сифатында ҡуллана башланылар. Биҙәүес таштар араһында данлыҡлы башҡорт йәшмәләре айырым урын алып тора.
Йәшмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәшмә — төрлө төҫтәргә ғәжәп бай, кремнийлы, күп һандағы тау тоҡомдарын бер исем аҫтына туплаған таш төшөнсәһе. «Пейзаж» йәшмәләре тип йөрөтөлгәндәре бигерәк тә юғары баһалана.
Башҡорт йәшмәләре XVIII быуат башынан билдәле. Уларҙан яһалған әйберҙәр бөтә донъяла дан тота. Улар донъяның һәм Рәсәйҙең күп музейҙарында һаҡлана. Декоратив яҡтан Учалы, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарының Ҡалҡан, Мулдаҡай, Әүешкүл, Ураҙ, Сәфәр, Наурыҙ йәшмәләре айырыуса ныҡ танылған.
Ер аҫты һыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ер аҫты һыуҙары араһында баҫымлы һәм баҫымһыҙҙары айырылып тора. Улар Көнбайыш Башҡортостандың ер аҫты бассейнын хасил итә. Ер аҫты һыуҙары платформаның ултырма ҡатламдары япмаһында барлыҡҡа килә, япманың боронғораҡ ҡатламдарынан сыҡҡан һыуҙар иһә тоҙло. Уларҙа тоҙлолоҡ литрына 350 грамға етә. һыу сығыусы ҡатламдарға йәнә ҡомташ һәм эзбизташ ҡатламдары инә.
Сөсө һыуҙар фәҡәт иң өҫкө ҡатламда ғына ята. Эсәр һыу тап бына ошо ҡатламдан тәьмин ителә. Йылғалар ҙа сөсө һыуға шунан туйыналар. Ер аҫты сөсө һыуҙары атмосфера яуым-төшөмдәренең кәүшәк тау тоҡомдары аша һарҡыуынан барлыҡҡа килә. Сәнәғәттең бысраҡ ҡалдыҡтарының һәм һыуҙа ирегән минераль ашламаларҙың сөсө һыу ҡатламына эләгеүе һаулыҡҡа етди ҡурҡыныс тыуҙыра, һыуҙарҙы бысраныуҙан һәм һайығыуҙан һаҡлау өсөн күрелгән саралар республикабыҙ халҡы өсөн бик ҙур әһәмиәткә эйә.
Минераль сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостанда 60-тан ашыу минераль сығанаҡ барлығы билдәле. Улар араһында иң танылғандары: ер өҫтөнә эҫе быу һәм газ бөркәгән Янғантау, Ҡорғаҙаҡ (радонлы һыуҙар), Красноусолдың көкөртлө тоҙҙар ирегән шишмәләре. Дауалау әһәмиәте яғынан Янғантауҙың даны алыҫтарға таралған. Ул Йүрүҙәндең уң ярында Салауат районының Малаяҙ ауылынан 20 км аҫтараҡ урынлашҡан. Тауҙың яҫы түбәһендә ер аҫты ҡатламдарынан ярыҡтар аша бер туҡтауһыҙ эҫе быу һәм газ сығып ята.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хисмәтов. М. Ф., Сухов В. П. Башҡортостан географияһы.9 класс өсөн дәреслек. Өфө «Китап»2001 й. 200 бит. ISBN 5-295-02757-0 (урыҫ) ISBN 5-295-02870-4 (башҡ)
- Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 1. А-Б. 2005. — 624 с.; ISBN 5-88185-053-X. т. 2. В-Ж. 2006. −624 с. ISBN 5-88185-062-9.; т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; т. 4. Л-О. 2008. −672 с. ISBN 978-5-88185-068-5.; т. 5. П-С. 2009. −576 с. ISBN 978-5-88185-072-2.; т. 6. Советы нар. хозяйства. -У. 2010. −544 с. ISBN 978-5-88185-071-5; т. 7. Ф-Я. 2011. −624 с.. науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
- «Геология, полезные ископаемые и проблемы геоэкологии Башкортостана, Урала и сопредельных территорий» изд. ДизайнПресс, Уфа, 2012 г., 288 стр., УДК: 55 (470, 57), ISBN 978-5-906165-09-1
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Башҡортостан» |
- Месторождения полезных ископаемых Башкортостана
- Минералы и полезные ископаемые Башкортостана 2015 йыл 12 июнь архивланған.
- Карта неметаллических полезных ископаемых РБ 2014 йыл 13 май архивланған.
- Карты и каталоги полезных ископаемых РБ 2014 йыл 13 май архивланған.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |