Башҡортостан (поезд)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Пустой элемент Викиданных

«Башҡортостан» — Рәсәй тимер юлдарының тиҙ йөрөшлө фирма пассажирҙар поезы (№ 039/040), көн аша йөрөй. Өфө — Мәскәү — Өфө маршруты буйынса йөрөй, айҙың йоп көндәрендә Өфөнән, ә таҡ көндәрендә Мәскәүҙән ҡуҙғала. Юлда ваҡыт 26 сәғәт тәшкил итә.

40 йылдан ашыу элек[1], 1965 йылдың көҙөндә «Башкирия» исеме аҫтында булдырылған. 1993 йылда поездың исеме «Башҡортостан» тип үҙгәртелә[2]. Башта маршруты Ульяновск аша үткән була, әлеге ваҡытта — Һамар аша.

Хәрәкәт расписаниеһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Станция Юлда ваҡыт
Мәскәү Ҡазан
Рязань 1 3сәғ. 10м
Шилово 4сәғ. 56м
Рузаевка 9сәғ. 26м
Инза 11сәғ. 25м
Сызрань-1 14сәғ. 14м
Йондоҙ (тех туҡталыш) 15сәғ. 30м
Һамар 16сәғ. 33м
Кинель 17сәғ. 57м
Новоотрадный 18сәғ. 38м
Похвистнево 19сәғ. 29м
Боғорослан 19сәғ. 50м
Абдулино 21сәғ.13м
Приют 21сәғ. 57м
Аксаково 22сәғ. 19м
Раевка 23сәғ. 37м
Шишмә 1 24сәғ. 35м
Өфө
25сәғ. 35м

Вагондар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Поезд составында 4 төр вагон:

  • СВ (люкс) — йәйге осорҙа ғына;
  • купелы;
  • юғары комфортлы (бөтә уңайлыҡтары булған) купелы (өҫтәмә хеҙмәттәр менән) — йәйге осорҙа ғына;
  • плацкартлы.

Купелы вагондар Тверь вагондар төҙөү заводының заманса вагондарына алмаштырылған. Вагондар «Рәсәй тимер юлдары» ААЙ унификацияланған дизайн-проектына ярашлы рәүештә берҙәм стилдә йыһазландырылған. Һыуытҡыс, микротулҡынлы мейес, пассажирҙар өсөн мәғлүмәт менән электрон таблоһы бар. Уларҙа тәүлек әйләнәһенә һәм барлыҡ юл участкаһында ла асыҡ биотуалет бар. Вагондарҙа ҡуйылған компьютер менән идара ителеүсе кондиционер, йылытыу системаһы, ниндәй сезон булыуға ҡарамаҫтан, автоматик рәүештә оптималь температура тота. Штаб вагонында инвалидтар өсөн айырым купе бар.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Рәсәй тимер юлдары» ААЙ пассажирҙар ташыу Департаментының 2004 йылда Екатеринбургта үткән пассажирҙарҙы иң яҡшы хеҙмәтләндереү бөтә Рәсәй конкурсы сиктәрендә «Махсус форма кейемендә иң яҡшы фирма стиле» номинацияһында беренсе урын[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]