Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы
Дөйөм мәғлүмәт
Бойһоноусылар БР Хөкүмәте
Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры Фазрахманов Илшат Илдус улы[1]
Сайт
https://agriculture.bashkortostan.ru/

Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы — республиканың агросәнәғәт комплексы өлкәһендә дәүләт аграр сәйәсәтен тормошҡа ашырыусы һәм идара итеүсе республика башҡарма власть органы.

Адресы: БР Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республиканың ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә дәүләт көйләүе мәсьәләләре менән шөғөлләнә, халыҡты тыуған илебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү маҡсатында хеҙмәттәр күрһәтеү, сәнәғәтте ауыл хужалығы сеймалы менән тәьмин итеү һәм ауыл биләмәләрендә ижтимағи өлкәнең һәм инженер инфраструктураһының тотороҡло үҫешенә, билдәләнгән формала баҙар мөнәсәбәттәре формалаштырыуға, фермерлыҡ, ауылда шәхси хужалыҡ һәм ауылда хужалыҡ итеүҙең башҡа формалары, ауыл хужалығы кооперацияһы, агросәнәғәт интеграцияһы, ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарын ойоштороуға булышлыҡ итә.

Министрлыҡ дәүләт аграр сәйәсәтенең төп йүнәлештәре, эшмәкәрлектең билдәләнгән өлкәһендә финанс-иҡтисади һәм норматив хоҡуҡи нигеҙен базаһын камиллаштырыу, уларҙың үҫешен фаразлай, Башҡортостан Республикаһына Министрлыҡ ҡарамағына бирелгән закон проекттары һәм башҡа норматив акттары буйынса тәҡдимдәр эшләй һәм индерә, ауылда төрлө мөлкәт һәм хужалыҡ итеү формаларының үҫешенә, эшмәкәрлектең билдәләнгән өлкәһендә баҙар инфраструктуралары формаларын һәм эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә, хосусилаштырыу, кооперациялаштырыу үҙенең ағзалары иҫәбенә төҙөлгән коллектив етештереү берләшмәһе һәм агросәнәғәт интеграциялаштырыу төрлө өлөштәрҙе бер бөтөнгә берләштереү һ. б. буйынса тәҡдимдәр әҙерләй.

Ауыл хужалығы министрлығы БР ауыл хужалығына инвестициялар йәлеп итеү буйынса эштәр алып бара. 2013 йылда Башҡортостан Республикаһының өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә агросәнәғәт комплексының инвестициялар күләме 6 млрд. һум тәшкил иткән 4 яңы проекты (Благовар ППЗ-һы, УПАГ (йомортҡа), «Сибай элеваторы» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте) индерелгән.

2013 йылда БР ауыл хужалығының иҡтисади хәле: йылдың беренсе яртыһында ауыл хужалығы тулайым валовый продукцияһы күләме 37,6 млрд һум тәшкил итә (2012 йылға ҡарата 99,5 %).

Үҫемлекселектең тулайым продукцияһы күләме — 2,1 млрд. һум (2012 й. − 102,1 %), малсылыҡтыҡы — 35,5 млрд. һум (2012 й. −99,4 %).

Ауыл хужалығы тулайым продукцияһы структураһында малсылыҡ 94,5 %, үҫемлекселек — 5,5 % (башлыса ябыҡ грунт йәшелсәселеге) тәшкил итә.

2013 йылдың 1 майына ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы 10 460,7 һум (101,5 % 2012 йыл кимәленә ҡарата 101,5 %), аҙыҡ-түлек предприятиелары хеҙмәткәрҙәренең — 17 201,1 һум тәшкил итә.

Ауыл хужалығы министрҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төрлө йылдарҙа БАССР-ҙың, Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрҙары булалар:

Коваленко Николай Анатольевич (2012 йылдан 2016 йылдың декабренә саҡлы)

Исаев Эрнст Фәрит улы (20102012)[2]

Йыһаншин Азат Салауат улы (2010)

Вахитов Шамил Хөснулла улы (20072010)

Горобец Григорий Васильевич (20022007 йылдың майы)

Минеев Михаил Иванович (20002002)

Сәйфуллин Франис Әсҡәрйән улы (19952000)

Ғәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улы — Башҡорт ССР-ы ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры (19911995)

Нәбиуллин Вәлей Ғәбей улы (19491951)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]