Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзы
Башҡортостан Рәссамдар союзы | |
Административ үҙәге | |
---|---|
Ойошма төрө |
Һөнәри ижади йәмәғәт ойошмаһы |
Рәсми телдәре |
рус, башҡорт |
Етәкселәре | |
Рәйес | |
Нигеҙләнгән | |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Сайт | |
«Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади ижтимағи ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе — профессиональ рәссам һәм сәнғәт белгестәренең, ижади хеҙмәткәрҙәренең ирекле берләшмәһе — ғәмәлдәге Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы, «Йәмәғәт берекмәләре тураһында», «Коммерция булмаған ойошмалар тураһында» Федераль Закондар, ижади союздар тураһында һәм башҡа ҡануниәт нигеҙендә бөтә Башҡортостан территорияһында эшмәкәрлек алып барған ижтимағи ойошма. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 148, Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар союзы.
Ойошма эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре:
- профессиональ һынлы сәнғәт ижади хеҙмәткәрҙәрен уларҙың ижади эшмәкәрлегенә кәрәкле шарттар булдырыу маҡсатында берләштереү;
- мәҙәни, ижади эшмәкәрлектәрен һәм күргәҙмәләрен ойоштороу һәм бойомға ашырыу;
- дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары менән бер рәттән художестволы һәм эстетик тәрбиә биреүҙә , халыҡты гуманизм һәм патриотиз традицияларында тәрбиәләүҙә ҡатнашыу;
-Рәсәй күп милләтле һәм донъя художество мәҙәниәтенең иң яҡшы традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ, һынлы сәнғәттә профессионализм критерийҙары тәьмин итеү;
-үҙ ойошма ағзаларын пенсия һәм социаль тәьминәттең хоҡуҡи гарантияларын булдырыуға булышлыҡ итеү.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт профессиональ рәсем сәнғәтенә беренсе булып нигеҙ һалыусылар: Дәүләткилдеев Ҡ. С., А. Э. Тюлькин[1], П. М. Лебедев, Ю. Ю. Блюменталь, А. П. Лежнев, И. И. Урядов, В. С. Сыромятников, М. Н. Елгаштина, Б. Д. Ежов, К. И. Герасимов, А. В. Храмов, В. П. Андреев һәм башҡалар.
1960-1970 йылдарҙа рәсем сәнғәтендә «башҡорт мәктәбе» тигән төшөнсә Ә.Ф. Лотфуллин, Б.Ф Домашников, Р.М. Нурмөхәмәтов , А.Д. Бурзянцев, А.В. Пантелеев, С.А. Литвинов, П.П. Салмасов,Ф.А. Кащеев, М.А. Назаров, В.А. Позднов, Ә.Х. Ситдиҡова, В.П. Пустарнаков, Н.А. Русских, А.А. Кузнецов, М.Н. Арыҫланов, Ғ.Ш. Имашева, В.И. Плекунов,Т.П. Нечаева, Б.Д. Фузеев, З.Р. Басиров, А.П. Шутов, Э.М. Сәйетов , А.Г. Королевский һәм башҡалар исеме менән бәйле. Был рәссамдар ижадында башҡорт һәм урыҫ халыҡ сәнғәте традициялары гармоник үҫеш ала, уларҙың ижад емештәре үҙенсәлекле, рухи бөтөнлөк, донъяға һөйөү , пластик һәм декоратив тасуирилыҡ менән һуғарылған.
1980-1990 йылдарҙа башҡорт сәнғәте яңы төҫмөр ала. Илдә сәйәси хәл үҙгәреү, идеологик һәм ижади азатлыҡ бирелеү менән бөтә рәссамдарҙың иғтибары рухи-әхлаҡи проблемаларға, йәмғиәт тормошо, заманға ярашлы стилистика эҙләүйүнәлтелә, сәнғәттә фәлсәфәүи-интеллектуаль башланғыстарға нигеҙ һалына. Яңы тема һәм формалар, иң мөһиме, башҡорт йолалары, милли колориты менән бәйлелекте күләгәлә ҡалдырмай.
Бөгөнгө хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөнгө быуын был традицияларҙы үҫтерә бара, сәнғәтте заманса формалар һәм проблематика менән байыҡтыра . Хәҙерге ваҡытта Союздың ижади составында Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Нефтекама, Мәләүез ҡалаларынан, урындағы ижади берекмәләрҙән 224 рәссам һәм сәнғәт белгестәре эшләй. . Бынан тыш, Союз эргәһендә Йәш рәссамдар һәм сәнғәт белгестәре берекмәһе эшләп килә.
Республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә күргәҙмәләр, проекттар сәнғәттең бөтә төрҙәре буйынса үҫешеү мөмкинлеге бирә. Улар араһында халыҡ-ара Триеннале баҫма графикаһы, Республика биҙәү-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәләре, «Акварель яҙы», «Киңлек һәм форма» экспозицияһы һәм скульптура симпозиумы. Йыл һайын «Тыуған ил образы» пленэрҙары ойошторола.
Рәссам һәм сәнғәт белгестәре киң күләмле халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк күргәҙмәләрендә республика вәкилдәре булараҡ ҡатнаша.
Күп рәссамдар дәүләт наградалары менән бүләкләнгән, шулай уҡ сит ил һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә, конкурстарҙа абруйлы урындар яулай.
БР Рәссамдар союзы рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1934 - 1936 - Усманов Мәхмүт Дауыт улы
- 1936 - 1937 - Лежнев Анатолий Петрович
- 1937 - 1941 - Герасимов Константин Иванович
- 1942 - 1946 - Урядов Иван Иванович
- 1947 - 1953 - Ишбулатов Рәхим Усман улы
- 1954 - 1955 - Арыҫланов Мөхәмәт Нуриәхмәт улы
- 1955 - 1957 - Платонов Алексей Трофимович
- 1957 - 1958 - Ишбулатов Рәхим Усман улы
- 1958 - 1964 - Нечаева Тамара Павловна
- 1964 - 1965 - Фузеев Борис Дмитриевич
- 1965 - 1970 - Имашева Ғәлиә Шаки ҡыҙы
- 1970 - 1980 - Нурмөхәмәтов Рәшит Мөхәмәтбарый улы
- 1980 - 1985 - Сәйетов Эрнст Миңнеәхмәт улы
- 1985 - 1987 - Басиров Зилфәт Рәүеф улы
- 1987 - 1989 - Фартуков Иван Иванович
- 1989 - 1991 - Холопов Анатолий Александрович
- 1991 - 1998 - Калинушкин Николай Александрович
- 1998 - 2001 - Дворник Александр Александрович
- 2001 - 2004 - Ғаянов Зөфәр Ғаян улы
- С 2005 по н/в - Фазылов Хатип Сәрүәр улы
Күргәҙмә майҙандары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәссамдар союзы Өфөлә ике күргәҙмә залында экспозиция-күргәҙмә эшмәкәрлеге алып бара:
- Өфө художество галереяһы (Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 34)
- Бәләкәй күргәҙмә залы (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 43).
Рәссамдар союзының милкендә өс ҡатлы бинаҫтәрәк ҡушыла бар: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 148. Был магазиныбыҙ бинаһында «Илһам» художество салоны эшләйб, ул дәүләт наградалары менәнбүләкләнеп килә, сит ил һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә,конкурстарҙа абруйлы наградалар яулай.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Союз художников СССР
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Изобразительное искусство республики Башкортостан. Москва, 2007
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт Союза художников РБ
- Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)
- Изобразительное искусство РБ