Башҡортостан авиацияһы

Башҡортостан авиацияһы — Башҡортостан Республикаһында осоу аппараттары ҡулланып осоштар башҡарыусы ойошма (хеҙмәт).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1923 йылдың яҙында Өфөлә Һауа флоты дуҫтары йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе асыла[1].
Республикалағы беренсе аэродром 1924 йылда Өфөнөң хәҙерге Көньяҡ автовокзалы районында һалына.
1933 йылдың 7 июлендә Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарары сыға. Был дата Башҡортостан авиацияһының тыуған көнө тип иҫәпләнә.[1]
1933 йылдың 15 июлендә тәүге авиалиния түңәрәк маршрут буйынса асыла: Өфө — Магнитогорск — Белорет — Талбазы — Стәрлетамаҡ — Ишембай — Мораҡ — Баймаҡ — Туҡан — Архангел — Өфө. Пассажирҙар ташыу, ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү, ауыл хужалығы һәм почта-йөк эштәре башҡарыла. Һуғышҡа тиклем авиаотряд төрлө типтағы самолеттар менән йыһазландырылған була: АК-1, Р-5, У-2 (ПО-2) төрлө модификациялары, Т-2 йөк самолеттары.[1]
1954 йылда аэродромда беренсе Ан-2 самолеты ҡабул ителә. Ли-2 самолеттары барлыҡҡа килеү менән Өфөнән Мәскәүгә, Симферополгә, Новосибирскиға, Ташкентҡа, Куйбышевҡа, Минводыға маршруттар барлыҡҡа килә. Белоретҡа, Сибайға, Баймаҡҡа маршруттар ҙа үтәлә.[1]
Ҡаланың йылдам киңәйеүе сәбәпле аэродромды күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителә, һәм 1959 йылдан 1962 йылға тиклем ҡаланан көньяҡтараҡ яңы аэродром төҙөлә, бөгөн ул «Өфө» халыҡ-ара аэропорты тип атала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 Башкирская авиация: от первых полетов до международных рейсов. Дата обращения: 22 июль 2010. Архивировано 4 март 2016 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт авиацияһы: беренсе осоштарҙан халыҡ-ара рейстарға тиклем 2016 йыл 4 март архивланған.
- Гүмәров Х. С. Авиация // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.