Эстәлеккә күсергә

Башҡортостан географияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Координаталары: 53°00'00" с. * ш. 28°00'00" в. д. / 53.00000° с. * ш. 28.00000° в. д. / 53.00000; 28.00000 (G) (Chloe) Башҡортостан Республикаһы Көнсығыш Европала урынлашҡан.

Башҡортостан Республикаһы Европаның көнсығышында Урал тауҙарының көньяғында урынлашҡан. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөн, Көньяҡ Урал таулы һыҙатын, ҡылҡыулыҡлы-тигеҙлекле Урал аръяғын биләй.

Характеристика
  • Майҙаны 143 000 км².
  • Үлсәмдәре төньяҡтан көньяҡҡа табан — 550 км, көнсығыштан көнбайышҡа — 430 км.
Ситке нөктәләре

Башҡортостан төньяҡта — Пермь крайы (яҡынса 340 км) һәм Свердловск өлкәһе (170 км), көнсығышта — Силәбе өлкәһе (1 330 километрҙан ашыу), көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта — Ырымбур өлкәһе (яҡынса 1 140 км), көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта Татарстан Республикаһы (яҡынса 420 км) һәм Удмурт Республикаһы (яҡынса 100 км) менән сиктәш.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бейеклектәр тасуирламаһы (рельефы)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йөрәктау шиханы

Башҡортостан Республикаһының рельеф төрлөлөгө уның географик урыны, территорияһының геологик һәм тектоник төҙөлөшө менән бәйле. Башҡортостандың көнбайыш өлөшө — Көнсығыш Европа платформаһының көньяҡ‑көнсығыш сиктәрендә; үҙәк һәм көнсығыш өлөштәре — Башҡорт мегантиклинорийы сиктәрендә, Магнитогорск мегасинклинорийында, Уралтау зонаһында (мегаформа — Урал тау системаһының көньяҡ өлөшө) урынлашҡан.

Башҡортостан сиктәрендә Көнсығыш-Европа тигеҙлегендә айырылып ҡаралалар:

Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Һаҡмар-Таналыҡ денудацион (абсолют бейеклеге 350—500 м) һәм Ҡыҙыл-Оло Урғаҙа денудацион-аккумулятив (350— 400 м) тигеҙлеге урынлашҡан.

Алтын көҙ Ирәкташ ҡаяларында

Башҡортостандың Урал алды макроформаларын — Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының көнсығыш өлөшө, Стәрлебаш-Федоровка ҡалҡыулығы, Ағиҙел буйы убалы тигеҙлеге, Өфө яйлаһы, Йүрүҙән‑Әй тигеҙлеге; Башҡорт Уралы макроформаларын — Уралтау һырты, Ҡаратау, Ирәндек, Ҡыраҡа, Олотау һ. б., Йылайыр яйлаһы һәм уның Урал аръяғы яйлаһы тәшкил итә. Республиканың рельефын түбәндәге мезоформалар төрләндерә: мәмерйәләр, һырттар, ҡырлалар, түмәләстәр һ. б.

Республика территорияһы тигеҙлектәрҙән, ҡалҡыулыҡтарҙан Көньяҡ Урал тауҙарынан тора. Башҡортостандың иң юғары нөктәһе — Ямантау (1640 метр).

Шихан тауҙары: Торатау (402 м), Йөрәктау (м 336), Ҡуштау (371 м), Шаһтау (төбөнә төшкәнсе ҡаҙылған) — пермь осороноң мәрйен рифтары ҡалдыҡтары.

Башҡорт (Көньяҡ) Уралы тауҙары тектоник сығышлы; төҙөлөштәре буйынса — йыйырсыҡлы һәм йыйырсыҡлы-киҫәкле; бейеклеге буйынса — тәпәш һәм уртаса.

Уралтау һырты төп һыу айырғыс булып тора. Башҡортостан территорияһындағы тау һырттары: Аҡбейек, Алабейә, Аҡбүләкарҡа, Алатау, Алатаубала, Арҙаҡты, Айыутоҙаҡлаған, Бағаръяҙ, Баҙал, Байрамғол, Баҡты, Балатау, Баштау, Башташ, Баштин, Бейектау, Биктәр, Бәләғош, Дәрт, Егәлгә, Елмәрҙәк, Ирәндек, Ирәкташ, Ҡәҙерәле, Ҡалаҡтау, Ҡалты, Ҡалыу, Ҡансаҡ, Ҡаратау, Ҡараташ, Ҡыҫыҡ, Кибеҙ, Кесе Арҡа, Ҡырҡтытау, Көмөрҙәк, Кумач, Ҡойошто, Күмерҙәк, Йүкәле тауҙары, Машаҡ, Мәсемтау, Мәйәрҙәк, Нәре, Нурғош, Оло Ҡалыу, Оло Ҡарағас, Оло Ҡыраҡа, Олотау, Олоғортау, Саргат һырты, Салды, Седжек, Саңғытау, Һилейә, Күкшик, Суртанды, Таҡаты, Таштыҡоръятмаҫ, Туйтүбә, Уварся (Аурсяк), Уралтау, Үренге, Үтәнеш, Ушарлаҡ, Шайтантау, Ҡара, Йүкәле, Йүрмәтау, Әүәләк, Юша, Йәшкәҙе.

Бейеклеге буйынса: 1427 м бейеклектәге Егәлгә һырты (Оло Шелом тауы), Машаҡ — 1382 м (Широкая тауы), Нәре — 1327 м, Баштау — 1271 м, Арҙаҡты, Бәләтәр һәм башҡалар.

Урман менән ҡапланған көмбәҙ һымаҡ тауҙар йыш осрай. Был һырттарҙың түбәләре йә һерәйеп торған яланғас ҡаялар (Ҡараташ тауы), йә тау тоҡомдарының элювиаль ярсыҡтары (Ямантау һәм Оло Ирәмәл тауҙары) рәүешендә, йә осло (башҡорттарҙа Әреүәк, Рәз тауы йәки Әреүәк-Рәз тауы). Башҡортостан Урал алдында ҡалдыҡ ҡаялы тауҙар осрай (Балҡантау, 319,6 м). Янғантауға (504 м) термоаномаллек хас.