Башҡортостан геологияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Белорет районы, Башҡортостан Республикаһы

Геологик төҙөлөш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың геологик төҙөлөшөндә өс төп өлкә билдәләнә: Көнбайыш, Көньяҡ һәм Таулы Башҡортостан.

Көнбайыш Башҡортостан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайыш Башҡортостан Рус платформаһында һәм Урал алды сик бөгөмөндә урынлашҡан.

Башҡортостанда Көнсығыш Европа платформаһына республиканың көнбайыш сигенән Уралдың йыйырсыҡлы өлкәһенә тиклемге территория инә. Платформаның авлакоген комплексы республика сиктәрендә Кама-Бельское бөгөмө һәм Серновод‑Абдулла бөгөмөндә үҫешкән, плитә комплексы — Волга-Урал антеклизаһы һәм Урал алды сик бөгөмөндә. Нигеҙ тәрәнлеге 8-10 км республиканың көнбайышындағы авлакогенда һәм Урал алды сик бөгөмөндә — 18-20 км.

Рус платформаһы Көнбайыш Башҡортостанда магматик һәм юшҡын көплө (ултырма тау тоҡомонан барлыҡҡа килә) метаморфик тоҡом өҫтөндә ята.

Рус платформа нигеҙен түбәндәге ҡалҡыу йыйылмалар төҙөй: Татар (унда Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы урынлашҡан), Башҡорт (бында Өфө платоһы урынлашҡан), Ырымбур (Дөйөм Һырт ҡалҡыулығы урынлашҡан). Шул уҡ ваҡытта ер рельефы фундамент өҫтө формаларын ҡабатлай.

Докембрий осоро (550 млн йыл). Башҡортостан территорияһындағы тауҙар формалашып бөтә, вулкан процестары тамамлана. Өҫкө ере ҡытыршылыҡлы, бейек булмаған тауҙар. Тауҙар кристалл һәүерташ, кварцит һәм магматик тоҡомдан барлыҡҡа килә.

Девон осорондағы ҡатламдар 3-4 мең метр тәрәнлектә ята. Унда нефть һәм газ сәнәғәт ятҡылыҡтары бар. Эре нефть сығанаҡтарын булып Туймазы, Шкапов, Серафим ятҡылыҡтары һанала. Урал артындағы Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Хайбулла райондары территорияһында девон тоҡомдары вулканик берәмектәр (базальт, андезит, риолит), яшмоид, кремний һәүерташтары һәм башҡалар.

Пермь осоро

Пермь осоронда платформа өҫтөндә түгелгән диңгеҙ һайыға. Диңгеҙ төбөндә таш тоҙ һәм гипс йыйыла, мезозой дәүере башына бында ҡоро ер була. Көньяҡ-Урал тауҙары йылғалары ҡоро ергә ҡом һәм ҡырсынташ сығара.

Юра осоро Мезозой эраһының Юра осоронда Көнбайыш Башҡортостанды тағы бер ҡат һай диңгеҙҙәр баҫа. Диңгеҙ ултырмалары (балсыҡ, ҡом, ҡырсынташ сығанағы) Таналык йылғаһы бассейнында осрай. Осор аҙағына диңгеҙҙәр тағы кибә.

Аҡбур осоро

Аҡбур осоронда Көнбайыш Башҡортостанда яңынан диңгеҙ барлыҡҡа килә. Был диңгеҙ ҡалдыҡтары Ағиҙел йылғаһының Венера, Орлов, Туҡман, Зирган ауылдары янындағы ярынан күренә.

Кайнозой эраһы (65-5 млн йыл)

Кайнозой эраһында диңгеҙ был ерҙә тағы ике тапҡыр килә һәм китә. Был ваҡытта Рус платформаһының нигеҙе ярыла һәм уның блоктары күтәрелә.

Урал алды край бөгөмө республика территорияһы буйынса 525 километрға һуҙылған. Бөгөм Урал тауҙары бөрмәһенең араһында Мугоджар тауынан Баренцев диңгеҙе ярына тиклем һәм Урыҫ плитәһенә (көньяҡтан төньяҡҡа табан яҡынса 2000 км) тиклем һуҙылған.

Таулы Башҡортостан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ямантау

Көньяҡ Башҡортостан тау рельефы тау-ара түбәнәйеүҙәр һырттарынан тора. Был өлкәлә урынлашҡан иң бейек Көньяҡ Урал тау түбәләре — Оло Ирәмәл (1582 йылда) һәм Ямантау (1640 м), шулай уҡ Йылайыр платоһы (Көньяҡ Урал яйлаһы).

Башҡортостандың тау һырттары өҫтөндә һәм битләүҙәрендә «таш диңгеҙ», «таш йылғалар» — ҡурумдар осрай, 0,2-0,3 м ҙурлыҡтағы кварц уҡмаштары өйөмдәре, һыуыҡ һәм эрозия сәбәпле ҙур тау массивтары емерелеүенән барлыҡҡа килгән. Башҡортостанда «таш диңгеҙ» һәм «таш йылғалар» Тағанай, Нары, Юша, Көмәрҙәк, Егәлгә, Әүәләк, Уренға, Нургуш, Баҡты, Зюраткуль, Машаҡ һ. б. һырттарында, шулай уҡ Ямантау, Оло һәм Кесе Ирәмәл, Уралтау түбәһендә һәм битләүҙәрендә осрай.

Көньяҡ Урал[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көньяҡ Урал[1] девон, таш күмер һәм пермь тоҡомонан тора. Көньяҡ Уралдың көнсығыш өлөшөндә магматик тау тоҡомдары — боронғо лава, туф өҫтөнлөк алған.

Девон осоро үҫемлектәре араһында ташҡа әйләнгән псилофиттар, ҡаҙаяҡ һымаҡтар ҡалдыҡтары, көкөртлөләр һәм ҡырҡбыуынлылар инә. Девон осоро тоҡомдары Көньяҡ Уралдың таулы яғында, Ағиҙел йылғаһы һәм ҡушылдыҡтары буйҙарында күренә. Улар: эзбизташ, ҡомташ һәм балсыҡ һәүерташ.

Пермь ултырмалары киң таралған. Шуға күрә нефть, газ, баҡыр, тау тоҙо, балсыҡ, ҡом ятҡылыҡтары бар.

Ер тетрәүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан территорияһында өс төрлө тетрәүҙәр үтә[2] — тектоник, ишелмә, карст. Шулай уҡ йыраҡта булған тетрәүҙәр ҙә сағыла.

Асылыкүл тетрәүҙән һуң ҙур карст упҡыны урынында барлыҡҡа килгән. Күл төбөндә шунан һуң ҡалған ҡарағас олондары ята. Халыҡ-ара сейсмик үлсәү буйынса MSK-64[3] 8-9 баллдан ҡая емерелеүе, 8 баллдан — һыу ятҡылығы, күлдәр 10 балл сейсмик көсөргөнешлек ваҡытында барлыҡҡа килеүе ихтимал.

Техноген ер тетрәүҙәре Башҡортостанда ХХ быуаттың 70-се йылдарында ер аҫтындағы йәҙрә шартлауҙары ваҡытында була. Уны ер аҫтында химик сәнәғәт ҡалдыҡтары һаҡлағысын төҙөү өсөн үткәрәләр.

Нефть һәм газ геологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда урынлашҡан Волга-Урал антеклизаһының девон, карбон һәм пермь ултырмаларында нефть һәм газовые ятҡылыҡтары бар.

Ишембайҙағы нефть вышкаһы

ХХ быуат башында Башҡортостанда бай нефть һәм газ ятҡылыҡтары асылғас, геология мөһим урын ала, углеводородтың барлыҡҡа килеүе һәм йыйылыуы өйрәнелә.

Интересные факты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ХХ быуаттың 30-сы йылдарында Башҡортостандың нефть һәм газ геологияһы өлкәһендә эшләү хәүефле була. Бурауланған скважина ыңғай һөҙөмтәләр алып килмәһә, репрессияға тарттырғандар. Башҡортостандың нефть сәнәғәтә ойошмаларында ҡулға алынған 139 геолог, етәксе, инженерҙарҙың 39 кешеһе атылған[4].

Геологик процестар Өфөләге биналарҙың деформацияһына, 12 метрлыҡ ерҙең убылыуына килтерә. Ҡала Өфө Һәм Ағиҙел йылғалары һыу айырғысы урынында тора. «Өфө ярымутрауы» диңгеҙ кимәленән 100 метрға күтәртелгән. Һыу айырғыс өҫкә сыҡҡан пермь ҡатламынан тора. Ул ҡатлам гипс һәм ангидриттан тора. Ангидрит, һыу менән ҡушылып, гипсҡа әйләнә. Ул ваҡытта сульфат массаһы күләме ике тапҡырға күбәйә. Шуға күрә был ҡатламдарға яҡын булған тау тоҡомдары емерелә, ер сатнай һәм убыла[5].


Музейҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар музейы, Өфө, 5500 экспонат.

Салауат тыуған яҡты өйрәнеү музейы.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Геологический сборник ИГ УНЦ РАН, 2000—2011 г.

В. Н. Пучков. Важнейшие закономерные и индивидуальные черты геологической эволюции Урала и сопредельных территорий

Е. Н. Горожанина, В. Н. Пучков. Модель осадконакопления в преддуговом прогибе Магнитогорской островной дуги в верхнем девоне

А. А. Скрипий. Новый тип структурного парагенеза и его самостоятельное значение в ревизии соляного и геосинклинального тектогенеза на примере Прикаспийской впадины и Южного Урала

С. Н. Солоницин. Стадии развития Юрюзано-Айской впадины Предуральского краевого прогиба

Л . В. Анфимов, Ю. Н. Горбачев, Б. А. Попов. Сағыштырмаһын мегало йыйыу терриген һәм карбонат туҡыма менән глобальное эпоха тектонический активлығын ноперс киҫелешендә Уфимской-Гонког перикратон прогиб

Ю. В. Казанцев. Объяснения пологости сейсмоотражающих границ в консолидированных образованиях земной коры

Ю. В. Казанцев. Аркогенные надвиги на Восточно-Европейской платформе (ВЕП)

Б. К. Львов, В. Н. Москалева, Н. А. Румянцева. Спорные и нерешенные вопросы магматизма Южного Урала (опыт составления и использования серийной легенды-200)

Н. В. Грановская, Н. Н. Ларионов, А. А. Цветкова. О неотектонических поднятиях кракинских массивов (Ю. Урал)

А. В. Маслов, Э. З. Гареев, Ю. Л. Ронкин, М. Т. Крупенин. Вариации отношения La/Sc в глинистых сланцах типового разреза рифея как показатель эволюции состава областей размыва

М. С. Рапопорт, Н. И. Рудица, В. Ю. Курочкин. Уфимский выступ Восточно-Европейской платформы и его влияние на геодинамику и металлогению Среднего Урала

Никитина А. П., Витовская И. В., Никитин К. К. Минералого3геохимические закономерности формирования профилей и полезных ископаемых коры выветривания. М: Наука, 1971. 88 с.

Рождественский А. П. Тип и возраст Уральских гор // История геологического и геоморфологического развития Урала. Уфа, 1982. 111 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]