Башҡортостан тарихы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Башҡортостан тарихы — Башҡортостанда йәмғиәт үҫешен өйрәнгән ижтимағи фәндәр комплексы.

Боронғо дәүер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр, яҡынса 20 мең йыл элек төшөрөлгән тигән мәғлүмәт бар ине[1]

. «Киске Өфө» гәзитенең 2016 йылдағы 18-се һанында (30 апрель - 6 май) «Яҡшы хәбәр!» тигән баш аҫтында бирелгән «Бик боронғо...» тигән ҡыҫҡаса мәғлүмәттә былай тип яҙылған: «Австралияла Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәрҙең датаһын билдәләү буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре тамамланды. Һөҙөмтәләрҙән күренеүенсә, һүрәттәр бик боронғо. Тикшеренеүҙәр рәсемдәрҙең 36400 йыл элек төшөрөлөүен күрһәтте. Уларҙың минималь йәше 14500 йыл элек тип билдәләнгән. Шулай итеп, мәмерйәнең аҫҡы ҡатындағы һүрәттәр 21900 йыл элек эшләнгән. Тикшеренеүҙәрҙе Юрий Дублянский етәкселегендә уран-торий алымы менән Инсбрук университетының Геология институты белгестәре үткәргән...»

Башҡортостандың иң боронғо кеше төйәкләнгән урыны иртә һәм урта палеолит дәүеренә ҡараған Урта түбә торамаһы. Ул Урал аръяғындағы Ҡарабалыҡты күле буйында урынлашҡан, унда яҡынса 200—100 мең йыл элек Боронғо Таш быуат кешеһе ҡулланған төрлө ҡоралдар табылған. Был осорҙа Төньяҡ Боҙло океандан боҙлоҡтар ҡоро ерҙе ҡаплай башлаған һәм кешеләргә был ерҙә көн итергә бик ныҡ ҡамасаулаған. Шунлыҡтан тик палеолиттың һуңғы этабында ғына (бынан 40—20 мең йыл элек) кешеләр тулыһынса Көньяҡ Уралда төйәкләнгән[2].

Боронғо ғибәҙәтханалар тип иҫәпләнгән Көньяҡ Уралдағы Шүлгәнташ һәм Игнатьев мәмерйәләрендә һаҡланып ҡалған һүрәттәр һуңғы палеолит осорона ҡарай. Шүлгәнташ мәмерйәһендә мамонттар, мөгөҙморондар (носорогтар), аттар һәм башҡаларҙың рәсемдәре табылған[3].

Мезолит дәүерендә (б.э.т. XII—VII мең йыллыҡтар) Уралда климат йылына башлай, боҙлоҡтар иреп бөтә. Был ваҡытта халыҡ һаны арта, кешеләр башлыса һунар итеү, балыҡ тотоу һәм йыйыусылыҡ менән шөғөлләнә. Уларҙың ҡоралдары үҫешә, ян һәм уҡ, гарпун уйлап сығарыла. Урта таш быуат осоронда Илмырҙа һәм Йәнгел мәҙәниәттәре барлыҡҡа килә, ошо осорға ҡараған күп кенә әйберҙәр Йәнгел, Морат, Дәүләкән, Романовка һәм башҡа торамаларҙа табыла[4].

Неолит дәүерендә (б.э.т. VI—IV мең йыллыҡтар) ер эшкәртеүгә һәм малсылыҡҡа күсеү бара[5]. Был осорҙа балсыҡтан һауыт-һаба эшләү үҫеш ала. Кешеләр таштарҙы йыша, тишә, быса белгәндәр һәм уларҙан сүкеш, балта, бысаҡ, уҡ һәм һөңгө ослоҡтарын һ. б. эшләгәндәр. Хужалыҡ үҫешә барыу менән халыҡ һаны арта бара, даими тораҡ пункттар барлыҡҡа килә[6]. Неолитта Ағиҙел буйы, Кама һәм Ташбулат мәҙәниәттәре формалаша[7].

Энеолит дәүерендә (б.э.т. IV меңлек аҙағы— II меңлек) төбәк халҡы эре һәм ваҡ мал аҫрағандар. Ҡайһы бер ғалимдар фекере буйынса, Көньяҡ Уралда ат ҡулға эйәләштерелә йәғни йортлаштырыла, һәм шунлыҡтан был ерҙәр йылҡысылыҡтың барлыҡҡа килеү урыны тип иҫәпләнә. Был осорҙа Урал алдының үҙәк өлөшөндә— Ағиҙел буйы мәҙәниәте, Башҡортостандың төньяғында— Гарин мәҙәниәте, Көньяҡ Урал далаларында — Соҡор мәҙәниәте, Урал аръяғында — Суртанды мәҙәниәте формалаша[7].

Бронза быуатында (б.э.т. II меңлек уртаһы — I меңлек) Көньяҡ Уралда баҡыр рудаһын сығара башлайҙар. Тәүге эре рудниктар — Ҡарғалы, Ташҡаҙған, Еленово, Баҡырүҙәк һ. б. баҡыр рудаһын сығарыу, уларҙан төрлө баҡыр-бронза изделиелар эшләү һәм сауҙа итеү буйынса үҙәктәр булып китә[8]. Ҡайһы саҡта шундай үҙәктәр ҡәлғә-ҡаласыҡ булып үҫешәләр, улар араһында Арҡайым, Баланбаш, Төбәк, Һынташты һ.б. ҡаласыҡтары булған. Был дәүерҙә Абаш, Алакүл, Бура, Межа, Петровка, Саргары, Фёдоровка, Һынташты һәм Черкаскүл мәҙәниәттәре барлыҡҡа килгән[7].

Иртә тимер быуатта Башҡортостан территорияһының урман зонаһында — Ананьин, Гамаюн, Горохов, Ҡараабыҙ, Пьяный Бор, Саргатка мәҙәниәттәре, дала зонаһында — Ҡормантау, Савромат, Сармат мәҙәниәттәре формалашҡан.[7]. Ҡәбиләләрҙең ҡайһылары башлыса малсылыҡ менән көн иткәндәр, ә башҡалары, мәҫәлән урман зонаһында йәшәгән Ананьин мәҙәниәте ҡәбиләләре ултыраҡ тормош көтөп ер эшкәрткәндәр, һунар итеү һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Боронғо грек тарихсыһы Геродот яҙып ҡалдырған фиссагет ҡәбиләләрен Ананьин мәҙәниәте вәкилдәренең ысын исеме тип фаразлайҙар. Был осорҙа Урал, Себер һәм Ҡаҙағстан территорияларында йәшәгән күсмә ҡәбиләләрҙе тарихи әҙәбиәттә шартлы рәүештә «саҡтар» тип атайҙар. Был атама боронғо фарсы һәм грек авторҙары хеҙмәттәре аша билдәле. Саҡтарҙың төньяҡ-көнбайыш өлөшө «дайых» атмаһын йөрөткән, уларҙан был атама Яйыҡ йылғаһына күскән. Саҡтар далаларҙа меңәрләгән ҡурғандар, шул иҫәптән Филлиповка ҡурғанын ҡалдырғандар. Боронғо грек авторҙары Көньяҡ Уралда күсмә тормошта йәшәгән исседон, иирк, аримасп ҡәбиләләрен иҫкә алалар. Саҡ ҡәбиләләренең Боронғо Хорезм, Согда, Бактрия, Мысыр[9] һәм башҡа илдәр менән сауҙа һәм мәҙәни бәйләнештәре булған[10].

Беҙҙең эраның тәүге быуаттарында Көньяҡ Уралға Үҙәк Азиянан сыҡҡан күп һанлы төрки телле һун ҡәбиләләре килгәндәр. Һундарҙың күсенеүе Халыҡтарҙың бөйөк күсеше дәүере башланыуына нигеҙ һалған. Һун ҡәбиләләренең Себер, Ҡаҙағстан, Урта Азия һәм Көнсығыш Европаның көньяғында төйәкләнеүе күп кенә төрки халыҡтарҙың, шул иҫәптән боронғо башҡорттарҙың, формалышыуында әүҙем роль уйнаған[11].

Урта быуаттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Исследование о более раннем упоминании о Башкирах

Урта быуаттарҙа Башҡортостан территорияһында Бахмут, Имәнкиҫкә, Кушнаренко, Ҡараяҡуп, Мазунин, Сейәлек һәм Турбаҫлы мәҙәниәттәре формалаша[7].

Беҙҙең эраның VI быуат уртаһында Үҙәк Азияла Төрки ҡағанаты барлыҡҡа килә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә яулап алыуҙар арҡаһында был төрки империяһының ерҙәре Тымыҡ океандан алып Төньяҡ Кавказға тиклем барып еткән. Дәүләт ике өлөшкә — Көнбайыш һәм Көнсығыш ҡағанаттарға тарҡалғас, Башҡортостандың территорияһы юлбашсы Истәми ҡаған менән нигеҙләнгән Көнбайыш ҡағанат составында була[12][13].

Башҡортостанға ислам диненең үтеп инеүенә VIII—XI быуаттарҙа мосолман дәүләттәре менән урынлаштырылған сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр булышлыҡ итә[14]. Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ишембай районындағы Левашёв ҡәберлеге Уралда тәүге мосолман археологик ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә, бында Ғәрәп хәлифәлегенең 706 йылғы алтын динары һәм 712 йылғы көмөш дирһәмдәр табыла. Шулай уҡ Көньяҡ Уралға Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең сәхәбәләре килеүе тураһында мәғлүмәттәр бар[15][16].

Урта быуаттарҙа Көньяҡ Уралда кешеләр башлыса малсылыҡ, ер эшкәртеү, умартасылыҡ, һунар итеү һәм балыҡ тотоу менән шөғөлләнгәндәр, металлургия тармағы үҫешә барған. IX—XII быуаттарҙа башҡорт ҡәбиләләре Урта Азия илдәре менән әүҙем сауҙа иткәндәр, ә ҡайһы бер сығанаҡтарға ярашлы Башҡортостан аша Себерҙән Көнсығыш Европаға сауҙа юлы үткән. X—XIII быуаттарҙа Башҡортостандың көнбайыш өлөшө Волга буйы Болғары составында була, болғар ҡәбиләләре башҡорттарҙың этногенезында әүҙем ҡатнашалар. Болғар ҡәбиләләре менән сауҙа-иҡтисади, мәҙәни һәм хәрби бәйләнештәр була. Ғәрәп географы Иҙриси хәбәр итеүенсә болғар ҡәбиләләре башҡорттарҙың Караҡыя, Касра һәм Масра ҡалаларына йыш ҡына һөжүм иткәндәр[17].

VIII быуатта ҡараған Фазылулла Рәшит әт-Диндең «Уғыҙнамә»һендә «Башгурд» тигән тау һәм провинция телгә алына[18]. IX—X быуаттарҙа тарихи әҙәбиәттә Көньяҡ Урал ҡәбиләләре тураһында байтаҡ мәғлүмәттәр килеп сыға. Ибн Хордадбәктең «Худуд әл-әләм» хеҙмәтендә Иртыш буйынан Урал тауҙарына ҡыпсаҡтарҙың күсеүе хаҡында хәбәр ителә, ошондайыраҡ мәғлүмәтте әл-Истархи, Ибн Хаукаль, ҡытай авторҙары ҡалдыралар. Ҡыпсаҡтар Кимак ҡағанатына нигеҙ һалалар. 840 йылдарҙа Көньяҡ Уралға ғәрәп сәйәхәтсеһе Сәләм Тәржемән килгән, ул башҡорт илен үҙ исеме менән атап һүрәтләй. IX—X быуаттар сығанаҡтарында теркәлгән «башҡорт иле» («Тарихи Башҡортостан») төшөнсәһе шул уҡ ваҡытта барлыҡҡа килмәгән һәм уның формалашыуының иртә этаптарына Көньяҡ Уралда V—VIII быуаттарҙа барған тарихи процестар инә. Был нисбәттә Бахмут, Ҡараяҡуп һәм Турбаҫлы мәҙәниәттәре ҡәбиләләрен IX—X бб. башҡорттарының иң яҡын ата-бабалары тип иҫәпләргә мөмкин һәм улар араһында «башҡорт» этнонимын йөрөткәндәре лә булыуы ихтимал. Башҡорт телендә һәм диалектарында булған үҙенсәлектәре нигеҙендә[19], төркиәтселәр С. Е. Малов, Ж. Ғ. Кейекбаев, Н. А. Баскаков һ. б. буйынса был телдә һөйләшеүселәр төрки халыҡтарынан V—VIII быуаттарҙа айырылғандар һәм Көньяҡ Уралда йәшәгәндәр[20]. Үҙенең архаик сюжеттары менән айырылып торған «Урал батыр» эпосының формалашыуы IX—XII быуаттарға ҡарай. Айырым ғалимдар, мәҫәлән, Салауат Ғәлләмов, Салауат Хәмиҙуллин «Урал батыр»ҙың йәше 4 мең йылдан артыҡ тип раҫлай.

922 йылда Бағдад хәлифәлегенең Волга буйы Болғарына илселеге составында Ибн Фаҙлан була. Ибн Фаҙлан үҙенең сәйәхәте хаҡында яҙмаларында ғәрәп илселеге Яйыҡ йылғаһы аша сыҡҡас башҡорттарҙың иленә барып инеүе хаҡында һәм уларҙа мәжүсилек менән бер рәттән ислам дине лә таралыуы тураһында хәбәр итә. Әл-Истархи, Ибн Даста, әл-Бәлхи, әл-Масуди һәм башҡалар шулай уҡ башҡорттар хаҡында мәғлүмәттәр яҙып ҡалдыралар. Гардизи буйынса, хазарҙар һәм кимактар биләмәләре араһында йәшәүселәрҙең ханы Башджурттың 2000 атлы ғәскәре булған[21]. «Башгурд» атамаһы менән башҡорттар Рәшит әд-Диндең «Уғыҙнәмә» хеҙмәтендә осрай[22].

Мәхмүт Ҡашғари билдәләүенсә башҡорттарҙың теле төрки телдәргә ҡараған. Ибн Русте буйынса, башҡорттар — «Волга, Кама, Тубыл һәм Яйыҡтың үрге ағымы араһында Урал тауҙарының ике яғында биләгән үҙ аллы халыҡ» тип һүрәтләнгән. Географ Иҙриси башҡорттарҙың ике өлкәһе — «эске» һәм «тышҡы» өлкәләр тураһында яҙа һәм уларҙың ҡалаларын — Немжан, Гурхан, Караҡыя, Касра һәм Масра ҡалаларын - һанап үтә[23].

1220 йылдан алып 1234 йылға тиклем, 14 йыл дауамында башҡорттар бер туҡтауһыҙ монголдарға ҡаршы һуғыша. Башҡорттар күп алыштарҙа еңеү яулайҙар һәм монголдар менән килешеү төҙөйҙәр[24]. «Монголдарҙың хикәйәте»ндә башҡорттар монголдарға иң ҡаты ҡаршылыҡ күрһәткән халыҡтар араһында атап үтелгән [25].

XIII—XIV быуаттарҙа Башҡортостан Алтын Урҙа дәүләтенең Шәйбан улусы составында була. Башҡорттар бейлеккә ярлыҡ алғандар, был уларҙың Монгол империяһы составында территориаль автономияһы булыуы тураһында һөйләй[26]. Алтын Урҙа 1243 йылда барлыҡҡа килеп һәм 1391 йылға тиклем Башҡортостанда ике «ил» булған — Башҡорт һәм Табын, улар менән бейҙәр хакимлыҡ иткәндәр[27]. Венгр сәйәхәтсеһе Юлиан билдәләүенсә, Башҡортостан үҙ ханы менән идара ителгән, әммә ул монгол вәкилдәре контроле аҫтында булған. Икенсе венгр авторы Рихтер хәбәр итеүенсә башҡорт хандары ислам динен бик ныҡ ҡурсалағандар[28]. Итальян монахы Дж. П. Карпини XIV быуатта Көньяҡ Урал далалары аша үткән, һуңынан күргәндәрен үҙенең картаһында һүрәтләй. Голланд сәйәхәтсеһе Гильом де Рубрук буйынса, монголдар башҡорттарҙан ҡиммәтле йәнлек тиреләрен сығарғандар, яһаҡты һәр кеше башына, хатта яңы тыуған сабый өсөн дә, түләгәндәр. Башҡорттар шулай уҡ хандарға, һунар итеү өсөн, шоңҡарҙар ебәреп торорға тейеш булғандар[29]. Был осорҙа башҡорттар составына ҡатай, ҡыпсаҡ, мең, табын һәм башҡа ҡәбиләләр инә, монголдар үҙҙәре лә ҡыпсаҡтар менән ҡатнашалар[30].

XIV быуаттың аҙағында Алтын Урҙа ханы Туҡтамыш менән Сәмәрҡәнд әмире Аҡһаҡ Тимер араһында оҙайлы һуғыш барған. Башҡорттар Туҡтамыш яғында көрәшкәндәре өсөн 1391 йылда Аҡһаҡ Тимер Башҡортостан далаларын бөлгөнлөккә төшөрә[31][32]. Шул уҡ йылдың 18 июнендә Ҡондорса йылғаһы буйында ике дәүләт ғәскәрҙәренең ҙур алышы булған[33]. Һуғыш Алтын Урҙаның еңелеүе һәм уның күп кенә ҡаларының емерелеүе менән тамамлана[34] һәм дәүләттең тарҡалыуына килтерә. Алтын Урҙа тарҡалғас, Башҡортостандың территорияһы Нуғай Урҙаһы, Ҡазан һәм Себер ханлыҡтары составында була. Был дәүләттәр араһында йыш ҡына низағтар тыуып торған һәм башҡорттарға был көрәштәрҙә ҡатнашырға тура килгән.

Көньяҡ Уралда XIV—XV быуаттарҙа төҙөлгән һәм ислам архитектураһына ҡараған унға яҡын кәшәнә, шул иҫәптән Бәндәбикә, Турахан, Хөсәйенбәк кәшәнәләре һ. б. һаҡланып ҡалған[35].

Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVI быуаттың икенсе яртыһынан алып XIX быуат башына тиклем башҡорттарҙың ерҙәре көньяҡ-көнсығышта Волганың һул яр буйынан алып көнсығышта Тубыл йылғаһына тиклем, төньяҡта Сылва йылғаһынан көньяҡта Яйыҡ йылғаһының урта ағымына тиклем һуҙылған[36].

1552 йылда Рус дәүләте Ҡазан ханлығын яулап ала, ә Нуғай Урҙаһы эске үҙ-ара низағтар арҡаһында көсһөҙләнә. Себер ханлығы был дәүләттәрҙең Башҡортостандағы барлыҡ ерҙәренә дәғүәһен белдерә башлай. Шул уҡ ваҡытта урыҫ батшаһы Иван IV башҡорттарға үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуына саҡырып мөрәжәғәт итә. 1554 йылда Ҡазандағы батша наместнигына элекке Ҡазан ханлығына буйһонған төньяҡ-көнбайыш башҡорт ҡәбиләләре (байлар, ғәйнә, гәрәй, йәнәй, уран һ. б.) илселәре баралар һәм берләшеү шарттары тураһында килешәләр. 1554—1556 йылдарҙа Ҡазанға элек Нуғай Урҙаһына буйһонған бөрйән, ҡыпсаҡ, мең, табын, тамъян, түңгәүер, үҫәргән, юрматы һ. б. илселәре килешеү төҙөргә баралар. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш өлөшө XVII быуат уртаһында, Себер ханлығы тарҡалып, ерҙәре урыҫтар тарафынан яулап алынғас, Рус дәүләтенә ҡушыла.

1555—1557 йылдарҙа башҡорт илселәре Мәскәүгә барып грамоталар алалар, шул грамоталарҙа Рус дәүләтенә ҡушылыуҙың шарттары билдәләнгән була. Башҡорттарға үҙ территорияһы менән файҙаланырға тулы хоҡуҡ — аҫабалыҡ хоҡуғы бирелә, шулай уҡ үҙидаралыҡ, ғәскәр тотоу, ислам динен ирекле тотоу билдәләнә. Икенсе яҡтан башҡорттар яһаҡ түләргә, илде һаҡлау һуғыштарына ғәскәр ебәреп торорға тейеш булғандар[37]. Башҡорттарҙың Рәсәй менән мөнәсәбәте 1649 йылғы "Собор Уложениеһы"нда билдәләнә, унда башҡорттарҙан ер алырға тыйылған[38].

Башҡортто һуғышҡа оҙаталар. Париж, 1812 йыл

Иван Грозный хакимлығы осоронда килешеү шарттары үтәлгән һәм ул башҡорт халҡы хәтерендә мәрхәмәтле, «аҡ батша» булараҡ ҡалған. Рәсәйҙә власҡа Романовтар нәҫеле килгәс, батшалыҡтың Башҡортостандағы сәйәсәте насар яҡҡа үҙгәрә башлай. Властар, башҡорттарға килешеүҙең шарттарын боҙмаясаҡтары хаҡында әйтһәләр ҙә, ғәмәлдә уны үтәмәү юлына баҫҡандар. Башҡорт аҫаба ерҙәре тартып алынып, ҡәлғәләр, слободалар, сиркәүҙәр һ. б. төҙөлә башлаған. XVI быуат аҙағында элекке Өфө-II (Башҡорт) ҡаласығы урынында урыҫтар Өфө ҡәлғәһен, ә ғәйнәләр ерендә — Уҫы ҡәлғәһен төҙөйҙәр. XVII быуаттың уртаһында һәм икенсе яртыһында Ҡазан даруғаһы башҡорттары ерҙәрендә — Минзәлә, Яңы Шишмә (Новошешминск), Кисеү, Зәй, Бөрө һ. б., Нуғай даруғаһының табындар ерендә — Соловар, Себер даруғаһында — Иҫәт, Ҡатай, Колчедан, Шадринск, Арамиль, Теча һ. б. ҡәлғәләр, острогтар һәм слободаларға нигеҙ һалына. XVIII быуат башына ҡарата Башҡортостанда барлығы 31 нығытма иҫәпләнгән. Уларҙы төҙөгән ваҡытта ер хужалары — башҡорттарҙан рөхсәт һорап тормағандар, ҡәлғәләр тирәһендәге биләмәләр офицерҙарға, дворяндарға, чиновниктарға, уҡсыларға һәм казактарға таратылған. Тиҙҙән ҡәлғәләр һәм слободалар тирәһендә күскенселәрҙең ауылдары барлыҡҡа килгән. XVIII быуат башында Себер даруғаһына ҡараған һалйоттарҙың ерендә Каменск һәм Уктус заводтарына нигеҙ һалына. Һөҙөмтәлә башҡорттар ерҙәренең бер өлөшөн юғалта, был уларҙың тормошона кире йоғонто яһай[39].

XVII быуат урталарында һәм унан һуңыраҡ батша хөкүмәте һәм сиркәү руханиҙары башҡорттарҙы көсләп суҡындырмаҡ булғандар, әммә ихтилалдар ҡабынғас, был пландарынан баш тартҡандар. Батша хөкүмәте күскенселәргә булышлыҡ күрһәтә башлай, Башҡортостанға урыҫ, мишәр, мари һәм башҡа милләт крәҫтиәндәре күсеп киләләр, уларҙың ҡайһылары, ерһеҙ ҡалған башҡорттар һымаҡ, типтәр ҡатламы составына ингәндәр. XVII быуат аҙағынан башлап башҡорттарҙан алынған һалым — яһаҡ яйлап аҡсаға алыштырыла башлай. XVIII быуат башында һалымдар йәнә арта. Мәҫәлән, 1704 йылда Мәскәүҙән Өфөгә килгән махсус чиновниктар — прибыльщиктар халыҡҡа һәр бер үлтерелгән йәки үлгән аттың тиреһенә, йорт умарталарына, мунсаларға, тирмәндәргә, дуға һәм дилбәгәләргә, мейестәргә, күперҙәргә, тәҙрәләргә, ҡапҡаларға һ. б. оброк түләргә бойорғандар[39].

Рус дәүләтенә ҡушылыуҙың шарттарына ярашлы, башҡорттар хәрби хеҙмәт үтәргә тейеш булғандар. XVI быуат аҙағында башҡорт отрядтары Ливон һуғышында, 1612 йылда Мәскәүҙе поляк-литва баҫҡынсыларынан азат итеүҙә ҡатнашҡандар. Башҡорт яугирҙары Рәсәйҙең XVII—XVIII быуаттарҙа алып барған барлыҡ һуғыштарында ла: (Ғосман империяһына ҡаршы Ҡырым һәм Азов яуҙарында, Төньяҡ һуғышында, Речь Посполитяға һәм Пруссияға ҡаршы һуғыштарҙа, урыҫ-төрөк һуғыштарында) ҡатнашҡандар. Башҡорттар хәрби хеҙмәттәрен тулыһынса үҙ иҫәбенә башҡарғандар, һәр бер яугирҙың бер нисә аты, ҡоралы, хәрби кейеме булырға тейеш булған. Йыл һайын хәрби хеҙмәт үтәүселәр үҙ хужалыҡтарын ташлап китергә мәжбүр булғандар, ҡайһылары тыуған ерҙәренә бөтөнләй әйләнеп ҡайта алмағандар. Былар бөтәһе лә хәрби хеҙмәтте ауыр һәм күп сығымлы иткән[40].

1730-сы йылдарҙа батша хөкүмәте ҡаҙаҡтарҙың Кесе жузы ханы Абдулхәйерҙе Рәсәй подданствоһын алырға өгөтләйҙәр. Был осорҙа Сенаттың обер-секретары И. К. Кириллов Ырымбур экспедицияһын ойоштороуға империатрица Анна Иоановнанан рөхсәт алыуға ирешә. Проектҡа ярашлы, Башҡортостанды ҡәлғәләр менән уратып алыу, башҡорт ерҙәрен заводтар, ҡаҙна, дворяндар һәм башҡалар файҙаһына тартып алыу ҡаралған була. Экспедиция менән И. К. Кириллов етәкселек иткән, уның урынбаҫары — А. И. Тевкелев булған. Эскпедиция составында 130 төрлө һөнәр кешеләре (офицерҙар, төҙөүселәр, инженерҙар, географтар, сауҙагәрҙәр, геодезистар), шулай уҡ 3500 һалдат, драгундар һәм казактар булған. 1735 йылда Яйыҡ буйының Үр (урыҫ. Орь) йылғаһы тамағында Ырымбур (хәҙерге Орск) ҡалаһына нигеҙ һалына. 1730—1760-сы йылдарҙа барлығы 114 ҡәлғә төҙөлә. 1750 йылдар башына ҡарата башҡорттарҙың яҡынса аҫаба ерҙәренең яртыһын тартып алалар, һалымдар күпкә арттырыла. Экспедиция начальниктары үҙәк райондарҙан Башҡортостанға урыҫ һәм урыҫ булмаған килмешәктәрҙең килеүенә, улар һәм башҡорттар араһында низағтар барлыҡҡа килеп тороуына булышлыҡ күрһәткән. Башҡорттарҙың старшиналары һәм мосолман руханиҙары властар контроле аҫтына ҡуйылған. Йәнә мосолмандарҙы көсләп суҡындырыу күҙәтелә башлай[41].

Батша хөкүмәтенең бындай эшмәкерлеге һәм Рус дәүләтенә ҡушылыу шарттарын боҙоуы күп кенә башҡорт ихтилалдары тоҡаныуының сәбәбе булып тора.

Башҡорт ихтилалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Батша хөкүмәтенең эшмәкәрлек һөҙөмтәһен үҙендә тәү тапҡыр көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кисерә. 1581 йылда Ҡазан һәм Уҫы даруғалары башҡорттары күрше манси һәм удмурт халыҡтары менән бергә завод биләүсе Строгановтарҙың тораҡ пункттарына һөжүм иткәндәр, шулай уҡ 1616 йылда ихтилалсылар Ҡазанды, Сарапул һәм Уҫы ҡәлғәләрен ҡамауға алалар. 1645 йылда Ҡазан даруғаһы башҡорттары үҙҙәренең ерҙәрендә Миңзәлә ҡәлғәһен төҙөүгә ҡаршылыҡ күрһәткәндәр, ҡәлғәғә һөжүм яһап, уны юҡ итергә теләгәндәр, әммә еңелеүгә дусар булғандар[42].

1662—1664 йылдарҙағы ихтилал бөтә Башҡортостан территорияһында ҡабына. Һары Мәргән етәкселегендәге Себер даруғаһы башҡорттары Ҡатай ҡәлғәһен һәм Долматов монастырҙарын ҡамауға алалар, Мырҙа, Белослудск һәм Усть-Ирбит слободаларын яулап алалар. Көңгөр өйәҙендә Уҫы һәм Себер даруғаһы башҡорттары Көңгөр ҡалаһын, Степанов бастругын, Воздвиженск һәм Рождественск монастырҙарын һәм эргә-тирәләге ауылдарҙы алалар, тик Спасск монастыры иҫән ҡала. Был төбәктә ихтилалсыларҙың пушкалары булыуы билдәле. Ҡазан һәм Нуғай даруғаһы башҡорттары башлыса Өфө тирәһендә хәрәкәт иткәндәр, уларҙың еткәселәре Ғәүер Аҡбулатов һәм Үләкәй булған. Хөкүмәт каратель отрядтарын Төмәндән һәм Ҡазандан йүнәлткән, килешеү юлдарын да эҙләгәндәр. Һары Мәргән вафат булғас, ихтилалсылар себер ханы тоҡомонан сыҡҡан Көсөк ханын саҡыралар. Шулай уҡ ҡалмыҡтар менән һөйләшеү алып баралар. Себер даруғаһы башҡорттары 1663 йылда Себер даруғаһы Арамышев, Ҡырғын, Эрбет һәм Усть-Ирбит биҫтәләренә һәм эргә-тирәләге ауылдарға һөжүм яһайҙар, Невьяновск острогын ҡамайҙар, 1664 йылда Невьяновск монастырын яулап алалар, Краснопольск, Мырҙа һәм Беляковск биҫтәләрен, Мехонск бастругын ҡамауға алалар. Ихтилалсылар менән Аҙнағол Ырыҫҡолов, Бикйән Туҡтамышев, Арыҫланбәк Бәккин һ. б. етәкселек итә. Нуғай һәм Ҡазан даруғаһы башҡорттары 1663 йылда башлыса Өфө тирәһендә һәм Ҡама аръяғы һыҙығында хәрәкәт итәләр, уларға ҡалмыҡтар булышлыҡ күрһтәләр. 1664 йылда батша хөкүмәте ихтилалсыларҙың күп кенә талаптарын ҡәнәғәтләндерәләр. Өфө воеводаһы А. М. Волконский вазифаһынан бушатыла, яңы воеводаға башҡорттарҙың ер буйынса ярлыҡауҙарын тикшерергә ҡушыла. Батша хөкүмәте йәнә рәсми рәүештә башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын таный[43].

1681—1684 йылдарҙағы ихтилал воеводаның башбаштаҡлығы, ерҙәрҙе талау һәм батшаның 1681 йылдың 15 майында мосолман халҡын христианлаштырыу хаҡындағы бойороғо сыҡҡандан һуң тоҡанған. Ихтилалсылар Ҡама аръяғы сик һыҙығында хәрәкәт иткәндәр. Башҡорт ерҙәрендә нигеҙләнгән сиркәүҙәрҙе һәм монастырҙарҙы, алпауыт һәм хөкүмәт ауылдарын яндырғандар. Пьяный Бор ауылын баҫып алғандар, йәнәйҙәрҙең биләмәһендә таланған башҡорт ауылы урынына төҙөлгән Ҡаракүл ауылын ҡамауға алалар. Төньяҡта башҡорттар Көңгөргә һәм уның тирәһендәге ҡәлғәләргә һөжүм итәләр һәм ҡамайҙар, көнбайышта Һамар ҡалаһына һөжүм яһайҙар, үҙәктә Өфөнө ҡамауға алалар һәм эргә-тирәһендәге ауылдарҙы яулап алалар. Ихтилалға сығышы менән дин әһелдәре нәҫеленә ҡараған Сәйет батыр етәкселек иткән. Хөкүмәт ихтилалсыларға ҡаршы ғәскәр ебәрә һәм рәсми рәүештә көсләп суҡындырыу сәйәсәтенән баш тартыуы тураһында иғлан итә. Боласыларҙың ҡайһылары көрәште туҡтаталар, ҡалғандары Сәйет етәкселегендә ихтилалды дауам итәләр, уларға ҡалмыҡ отрядтары ҡушыла. Ихтилалсылар Ҡама аръяғы сик һыҙығы ҡәлғәләренә һөжүм яһайҙар, Миңзәлә ҡалаһын ҡамауға алалар, бер нисә ауылды яулап алалар. Себер даруғаһында башҡорттар Уткинск һәм Чусовой биҫтәләрен, Колчедан бастругын алалар, Ҡатай бастругын ҡамайҙар, башҡа ҡәлғәләргә көслө һөжүм ойошторалар. Батша хөкүмәте рәсми рәүештә башҡорттарҙың ерҙәрен тартып алыу сәйәсәтен тәнҡитләй, воевода Коркодинов вазифаһынан бушатыла. Ихтилалсылар һаны кәмей бара, Миңзәлә ҡалаһы янындағы батша ғәскәрҙәре менән алышта башҡорттар еңелеүгә дусар булалар. Айырым отрядтар көрәште 1684 йылда Өфө янында булған алышҡа тиклем дауам итәләр[44].

1704—1711 йылдарҙағы ихтилал властар менән өҫтәмә һалымдар индереү, йән иҫәбен алыу (перепись) һ. б. сараларға ризаһыҙлыҡ йөҙөнән тоҡанған. Батша хөкүмәте ихтилалды баҫтырыр өсөн, 1705 йылда Башҡортостанға А. Сергеев етәкселегендә алты һалдат һәм драгун полктарын ебәрә. Сергеев Өфөлә дүрт даруғанан һайланған вәкилдәр менән осраша һәм уларҙан армия файҙаһына 20 мең ат талап итә. Вәкилдәр ат биреүҙән баш тартҡан өсөн, Сергеев уларҙы туҡмарға бойора, ҡайһылары вафат булалар, ҡалғандары ҡаты йәрәхәт алалар һәм үлем язаһы ҡурҡынысы менән һәр бер даруғанан 1300-әр ат бирергә мәжбүр ителәләр. Был аттарҙы йыйыу һалдаттар һәм офицерҙар тарафынан халыҡты талауға әүерелә. Башҡорттар, шул ғәҙелһеҙлеккә яуап итеп, һалым түләргә һәм төбәк властарға буйһонорға баш тарталар. Дөмәй Ишкеев етәкселегендәге Ҡазан даруғаһы башҡорттары Ҡама аръяғы ҡәлғәләре районында каратель отрядтары менән һуғыша. Иман батыр етәкселегендә Нуғай даруғаһы ихтилалсылары Соловар ҡаласығына һөжүм итәләр. Батша Пётр I фельдмаршал Б. П. Шереметьевты Башҡортостанға, крайҙы тынысландырырға, ебәрә. Шереметьев Сергеев тарафынан төрмәгә ябылған башҡорттарҙы иреккә сығара, воеводаны алмаштыра. Уның кәңәше буйынса, һигеҙ һайланған башғорт вәкиле Дөмәй Ишкеев етәкселегендә Мәскәүгә бара. Был крайҙағы хәлде бер ни тиклем тынысландыра, әммә Шереметьев киткәс, Ҡазан һарай приказы үҙенсә эш итә башлай һәм ихтилалдың яңынан тоҡаныуына килтерә. 1706 йылда Ҡазан даруғаһы башҡорттары Ҡама аръяғы ҡәлғәләре районында хәрәкәт итә, Нуғай даруғаһы ихтилалсылары Һамар һәм Һарытау ҡалалары янында һуғышалар, ә Иман батырҙың отряды Соловар ҡаласығы янында көрәшә. Себер даруғаһы башҡорттары Көңгөр өйәҙенең торама пункттарына һөжүм яһағандар. Ихтилалсылар Ҡырым ханлығына һәм Ғосман империяһына ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр, әммә һуңғылары боласыларға булышлыҡ күрһәтергә баш тарта. Башҡорттарҙың вәкиле Морат Солтан тик ҡайһы бер Төньяҡ Кавказ халыҡтары менән бәйләнеш төҙөй алған, улар ҡораллы отрядтар ойоштороп Терек ҡәлғәһенә һөжүм иткәндәр. 1707 йылда Алдар Иҫәнгилдин һәм Күсем Түләкәев етәкселегендәге Ҡазан һәм Нуғай даруғаһы башҡорттары Соловар ҡаласығы янында каратель полкын ҡыйрата. Ихтилалсыларҙың береһе Юрматы улусы башҡорто Хажи Аҡҡусҡаров хан тип иғлан ителә, был инде уларҙың бойондороҡһоҙ Башҡорт дәүләте төҙөүгә йүнәлеш алыуҙарын аңлатҡан. Өфө һәм Ҡама аръяғы һыҙығындағы ҡәлғәләр ҡамауға алына, Ҡаракүл, Алабуға һәм Сарапул өсөн һуғыштар була. Уҫы даруғаһы башҡорттары Уҫы янында, ә Себер даруғаһы ихтилалсылары — Көңгөр янында хәрәкәт иткәндәр. Башҡорттар күп көс туплап Ҡазанға йүнәлгәндәр, батша хөкүмәте уларға ҡаршы 5 регуляр полкты ҡаршы ҡуйған, Пётр I ҡалмыҡтарға, яйыҡ казактарына һәм урыҫ крәҫтиәндәренә ихтилалсыларға ҡаршы көрәшергә мөрәжәғәт итә. Тиҙҙән 9 меңгә яҡын һалдат һәм драгундар Ҡазан тирәһендә йыйыла, улар менән П. И. Хованский етәкселек итә. Ихтилалсылар Биләр һәм Сергиевск районында, Көңгөр өйәҙендә һ. б. урындарҙа хәрәкәт итәләр. Алдар Иҫәнгилдин һәм Ураҡай Юлдашбаев етәкселегендә ихтилалсылар башлыса Себер даруғаһындағы ҡәлғәләргә һөжүм яһайҙар. Урыҫ каратель отрядтарына ярҙамға ҡалмыҡ ханы 5 меңлек отряд ебәрә. Каратель полктары тарфынан күп кенә башҡорттар ҡоллоҡҡа алына һәм үлтерелә, уларҙың мөлкәттәре тартып алына, ауылдары яндырыла. Ихтилалсылар килешеү төҙөргә мәжбүр була, уларҙың вәкилдәрен аманатҡа алғандар[45]. 1725 йылда.

XVII—XVIII бб. башҡорт ихтилалдары

1735—1740 йылдарҙағы ихтилалдарҙың башланыуы Ырымбур экспедицияһының эшмәкәрлегенә бәйле. 1735 йылда Килмәк Нурышев етәкселегендәге Нуғай даруғаһы һәм Аҡай Күсемов етәкселегендәге Ҡазан даруғаһы башҡорттары драгун полктарына һөжүм яһайҙар. Ихтилалсылар Өфө тирәһендәге дворяндарҙың ауылдарына, Табын ҡәлғәһенә һөжүм итәләр. Аҡай Күсемов етәкселегендәге Ҡазан даруғаһы башҡорттары Минзәлә, Яңы Шишмә, Зәй, Кисеү һәм башҡа ҡәлғәләрҙе штурмлайҙар. Уҫы даруғаһы башҡорттары һарай һәм монастырь ауылдарына, Йосоп Арыҡов етәкселегендәге Себер даруғаһы ихтилалсылары Үрге Яйыҡ ҡәлғәһен ҡамауға алалар, Килмәк һәм Аҡай етәкелегендәгеләр Өфө тирәһендә йыйылалар һәм бер нисә тораҡ пункттарҙы яулайҙар. Кирилловтың командаһы тик тәүге ун көн эсендә генә 21 башҡорт ауылын юҡҡа сығара. Уға ярҙамға хөкүмәт генерал-лейтенант А. И. Румянцев етәкселегендә 3 регуляр полк, 500 яйыҡ казагын, 3000 ҡалмыҡты ебәрә. 1736 йылда Йосоп Арыҡов етәкселегендәге Себер даруғаһы ихтилалсылары Үрге Яйыҡ ҡәлғәһен яулап алалар. 19 ғинуарҙа А. И. Тевкелевтең командаһы балыҡсыларҙың Һөйәнтүҙ ауылы халҡын, ҡатындары һәм балалары менән бергә яҡынса 1000 кешене, атып һәм сәнсеп үлтерәләр, тағы ла 105 кешене аҙбарға йыйып яндыралар. Бынан һуң Тевкелевтең командаһы ошондай уҡ «сараларҙы» башҡа урындарҙа ҡуллана, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Балыҡсы, Унлар, Ҡыр-Танып һ. б. улустарының 51 ауылы яндырылған. Төлкөсура Алдағолов етәкселегедәге 4 меңлек ихтилалсылар отряды Өфө тирәһендә каратель командалары менән алышҡан. 1736 йылдың 11 февралендәге Указдарға ярашлы, башҡорттарға тимерлектәр тоторға, ҡорал йөрөтөргә, дары һатып алырға һ. б. тыйылған. Хөкүмәт ихтилалды «ут һәм ҡылыс» менән баҫтырыға ҡарар итә. 1736 йылдың яҙында А. И. Румянцев, И. К. Кириллов һәм В. Н. Татищев етәкселегендәге 22 мең һалдат, драгундар һәм казактар ихтилалсылар менән көрәш алып бара. Башҡорттар ҙур юғалтыуҙар кисерә, 503 башҡорт ауылы яндырыла. Шуға ҡарамаҫтан, ихтилал дауам итә, ихтилалсылар, батша отрядтары менән һуғышыуҙан тыш, ҡәлғәләргә һөжүм итәләр. Ихтилалды баҫтырырға Мәскәүҙән Башҡортостанға өҫтәп 3 драгун полкы йүнәлтелә. Властарҙың хәрби саралары башҡорттарҙың хәлен насарайта, шулай уҡ, карателдәр күп кенә улустарҙа малдарҙы бөтөргәс, аслыҡ башлана. Алмаштырылған Ырымбур экспедицияһы начальнигы, бригадир М. С. Хрущев, менән алып барылған һөйләшеүҙәр ҙә һөҙөмтәһеҙ үтә. Ихтилалсылар Солтанморат Дүскәев, Ғабдулла Аҡаев, Төлкөсура Алдағолов, Бәпәнәй Торопбирҙин етәкселегендә туплана. 1736 йылдың аҙағына властар күп кенә ихтилал етәкселәрен, Аҡай Күсемовты, Йосоп Арыҡовты һ. б., ҡулға алғандар[46].

1737 йылда Төлкөсура Алдағолов, Мәндәр Ҡарабаев, Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Аллайыһанғол Ҡотлоғужин, Сәйетбай Алкалин, Күсәп Солтанғолов, Рысай Игембетов, Юлдаш Һөйәрембәтов һәм башҡалар етәкселегендәге башҡорттар ҡәлғәләргә һөжүм итәләр. Ихтилалсылар ҡаҙаҡ аҡһөйәктәренән һәм хандарынан ярҙам һорайҙар, әммә улар ярҙамдан баш тарталар һәм, хөкүмәт саҡырыуы буйынса, ихтилалды баҫтырыуҙа ҡатнашалар, шул уҡ ваҡытта ябай ҡаҙаҡтарҙың бер нисә отрядының башҡорттар яғында һуғышыуы билдәле. Ырымбур экспедицияһы начальнигы В. Н. Татищев һәм Башҡорт комиссияһы начальнигы Л. Я. Соймонов Башҡортостанды бөтә яҡтан каратель отрядтары менән уратырға ҡарар итәләр. Мариҙарҙы, мишәрҙәрҙе, мордваларҙы, сыуаштарҙы, татарҙарҙы һәм удмурттарҙы ихтилалсыларға ҡаршы ҡуйыр өсөн уларға башҡорт ерҙәрен вәғәҙә итәләр. 1738 йылда башҡорттар Силәбе, Сыбаркүл һәм Красноуфимск ҡәлғәләренә, Ревда заводына һ. б. һөжүм яһайҙар, ҙур каратель отрядтары менән бер нисә тапҡыр алышҡа инәләр. Хөкүмәт ғәскәрҙәре 32 башҡорт ауылын яндыралар, халҡын язалайҙар йәки ҡоллоҡҡа оҙаталар. Бөтә Башҡортостан буйлап каратель отрядтары йөрөйҙәр, бик күп ҡәлғәләр төҙөлә башлай. 1738 йылдың аҙағында Ырымбур экспедицияһы начальнигы В. Н. Татищев ихтилалдың эҙемтәләре һәм таланған башҡорт халҡының йәнә властарға ҡаршы сыға алмаясағы тураһында хөкүмәткә хәбәр итә[47]. 1739 йылдың ғинуарында хөкүмәт башҡорттарҙың иҫәбе тураһында мәғлүмәт йыя башлай, был асыҡ ҡаршылыҡ тыуҙыра һәм ихтилал формаһына күсә. Ихтилал менән Төлкөсура Алдағолов, Аллайыһанғол Ҡотлоғужин, Миңдеғол Юлаев (Ҡараһаҡал), Мандар Ҡарабаев, Исламғол Юлдашев, Түләкәй Олотимеров, Солтан Арыҫланбәков, Аҙнабай батыр, Йәрмөхәмәт Хужаев һ.б. етәкселек итәләр. Миңдеғол Юлаев (Ҡараһаҡал) 1740 йыл башында Солтангәрәй исеме аҫтында башҡорт ханы тип иғлан ителә. Ҡараһаҡал улустар буйлап йөрөй һәм яңы көстәр йыя. Генерал Л. Я. Соймонов баш күтәреүселәргә ҡаршы ҙур көстәрҙе: көнсығыштан полковник Арсеньев һәм подполковник Павлуцкий, төньяҡтан — подполконик Путятин, көнбайыштан — капитан Кублицкий командаларын йүнәлтә. Оҙайлы һуғыштарҙан һуң баш күтәреүселәрҙең хәле насарая бара. Каратель отрядтары ихтилалсыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен юҡ итеү буйынса операция башлайҙар, мал һәм мөлкәттәрен тартып алалар, ә ауылдарҙы һәм сәсеүлектәрҙе яндырғандар. Күп кешеләр аслыҡтан яфаланған. Урусовҡа һәм Соймоновҡа был да аҙ һымаҡ тойолған һәм улар башҡорттарҙа «быуындан күсеүсе ҡурҡыу» ҡалдырыу маҡсатында Ырымбур (хәҙерге Орск) ҡалаһы янында 6 мең ихтилалсыны һәм уларҙың ғаиләләрен йыйып экзекуция һәм язалау ойоштора: 5 кеше ҡолғаға ултыртыла, 11 кешене ҡабырғаһынан аҫалар, 85 кешене аҫалар, 21 кешенең башын ҡырҡалар. Һуңыраҡ Һаҡмар ҡаласығы янында тағы ла 170 кешене язаға тартыралар, 301 кешенең ҡолаҡтарын һәм танауҙарын ҡырҡалар. 1740 йылдың июненән алып сентябргә тиклем карателдәр 725 башҡорт ауылын, баҫыуҙарҙы, йыйылған ашлыҡты һәм бесәндәрҙе яндыралар, 5298 атты, 5735 һыйыр малын һ. б. тартып алалар. Ихтилалдар барышында башҡорттар 40 меңдән ашыу кешеһен юғалтҡан, АҠШ тарихсыһы А. С. Доннелли иҫәпләүе буйынса, башҡорттарҙың һәр дүртенсеһе һәләк булған.

1740—1750 йылдарҙа батша хөкүмәте башҡорт аҫаба ерҙәрен тартып алыу сәйәсәтен дауам итә, һалымдарҙы арттыра, ҡәлғәләр һәм заводтар төҙөлә, күскенселәр килеүенә булышлыҡ күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта мосолмандарға рөхсәтһеҙ мәсет һәм мәҙрәсә төҙөргә тыйылған, хөкүмәт һәм сиркәү христанизация сәйәсәтен алып баралар. Мосолман руханиҙары властар күҙәтеүе аҫтында булған, ахундарҙың һаны дүртәүгә тиклем кәметелгән — улар барыһы ла хөкүмәт файҙаһына мәғлүмәт йыйырға тейеш булғандар. Көсләп суҡындырылып, кире ислам диненә ҡайтыусылар ҡаты язаланғандар (Мәҫәлән, Екатеринбургта башҡорттарҙан сыҡҡан Туйгилде Жуляковты, Катеринаны, Роман Исаевты һ.б. яндырғандар. 1754 йылда сыҡҡан указға ярашлы, башҡорттарға һәм мишәрҙәргә яһаҡ урынына хөкүмәттән ҡиммәт хаҡҡа тоҙ һатып алырға бойора һәм үҙҙәренең тоҙ сығарыуын тыя. Был яһаҡ түләүҙән 6 тапҡыр ҡиммәтерәк килеп сыға, шул уҡ ваҡытта башҡорт ерҙәрендә тоҙ сығарыу урындары ҡаҙна файҙаһына күскән. Башҡорттар яһаҡ түләүҙе ғәмәлдән сығарыуҙы аҫабалыҡ хоҡуғын бөтөрөү тип тойғандар. 1754 йылда Нуғай даруғаһы башҡорттары ихтилалға әҙерлек башлай, тиҙҙән улар Уҫы һәм Себер даруғалары халҡы менән бәйләнеш урынлаштыра, мишәрҙәр ҙә болаға ҡушыласаҡтары хаҡында белдерә. Руханиҙар араһында иң билдәлеләрҙең һәм белемлеләрҙең береһе булған Ғабдулла Ғәлиевты (Батыршаны) ла ихтилалда ҡатнашырға йәлеп итәләр. Батырша барлыҡ мосолман халҡына 1755 йылдың 3 июлендә баш күтәрергә өндәп саҡырыу яҙа. 1755—1756 йылдарҙағы ихтилал Нуғай даруғаһының Бөрйән улусында 1755 йылдың 15 майында тоҡана, һуңыраҡ уға Түңгәүер, Үҫәргән, Бошман-Ҡыпсаҡ, Һыуын-Ҡыпсаҡ, Сәнкем-Ҡыпсаҡ, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Гәрәй-Ҡыпсаҡ, Тамьян һәм Ҡатай улустары халҡы ҡушыла. Ихтилалсылар ҡәлғәләргә һәм заводтарға һөжүм яһайҙар. Көсөкбай батыр етәкселегендәге баш күтәреүселәр Покровка заводын юҡ итәләр, капитан Шкапский командаһын тар-мар итәләр. Сурағол Миңлебаев етәкселегендәге Уҫы даруғаһының ғәйнә башҡорттары ла көрәшкә күтәреләләр. Батырша, ихтилал башланғас та, үҙенең ҡыйыуһыҙлығын һәм баҙнатһыҙлығын күрһәтә, шунлыҡтан Уҫы һәм Себер даруғаһында ихтилал киң ҡолас ала алмай, мишәрҙәр ҙә көрәшкә күтәрелмәйҙәр. Батша хөкүмәте ихтилалды баҫтырыр өсөн ҙур көстәр йыя башлай — 1755 йылдың авгусына ҡарата Ырымбур губернаторы Неплюев командаһында яҡынса 36700 һалдат, драгундар, казактар һәм мобилизацияланған крәҫтиәндәр була, шулай уҡ ҡаҙаҡтарҙы ла йәлеп итәләр. Неплюев баш күтәреүселәрҙе тотҡонға алмаҫҡа, шунда уҡ язаларға бойора. Ғәмәлдә каратель отрядтары ихтилалда ҡатнашмағандарҙы ла язалағандар. Властар шулай уҡ мишәрҙәрҙе һәм ҡазан татарҙарын ихтилалды баҫтырырға йәлеп итәләр. Яҡынса 50 мең баш күтәреүсе ваҡытлыса ҡаҙаҡтарға ҡасалар. Неплюев, бүләктәр биреп, ҡаҙаҡ ханын һәм аҡһөйәктәрен ихтилалсыларҙың барлыҡ мөлкәтен тартып алырға һәм уларҙың үҙҙәрен властарға тапшырырға саҡырған. Һөҙөмтәлә баш күтәреүселәргә ҡаҙаҡтар менән дә, карателдәр менән дә алышҡа инергә тура килгән, күптәрен каторгаға йәки һалдат полктарына оҙатҡандар, уларҙың ҡатындарын һәм балаларын илдең үҙәк райондарына ҡоллоҡҡа таратҡандар. 1759 йылда Сенат башҡорттарҙы ҡурсалау кәрәген белдерә лә[48], урындағы властар бәләкәй генә ташламаларға барғандар[49].

1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы Яйыҡ казактарҙың атаманы Емельян Пугачёв үҙен Пётр III батша тип иғлан иткән.

Һуңғы башҡорт ихтилалы тип башҡорттарҙың 1773—1775 йылдарҙағы Емельян Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йй. Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуы атала: ихтилалдың ҡурҡыу белмәҫ етәкселәренең береһе Салауат Юлаевтың исеме шулай уҡ халыҡ хәтерендә һаҡлана һәм башҡорт халҡының милли батыры тип хөрмәт ителә[50].

1812 йылғы Ватан һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт. Унтер ден Линден. 1813 й. 11 марты К. Л. Кубейль. 1813 йылдағы гравюра

1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының 1813—1814 йылдарҙағы Сит ил походтарында барыһы һәр береһе биш йөҙ яугирҙан торған 28 башҡорт полкы ҡатнашҡан. Бынан тыш, Көньяҡ Уралдағы башҡорт халҡы армия өсөн 4139 ат биргән.

Лейпциг алышында ҡатнашҡан һәм батырлыҡ күрһәткән бер нисә башҡорт полкының атамалары Рус армияһы частарының айырыуса батырлыҡ күрһәткәндәре иҫәбенә индерелгән. Был мәғлүмәтте беҙгә Лейпцигтағы музей-сиркәүендә бөгөнгә саҡлы һаҡланған мемориаль яҙыуҙар еткергән[51]. Рус армияһы составында Сит илгә, Германияға, походында, Веймар ҡалаһында, башҡорт яугирҙары менән немец шағиры Иоһанн Вольфганг Гёте осрашҡан. Башҡорттар уға йәйә менән уҡтар бүләк иткән[52].

1813 йылда француздарға ҡаршы башҡорттар һәм казактар. Ф. М. Брюкнер. Акварель, 1840 йыл.

Парижға туғыҙ башҡорт полкы инде. Француздар башҡорт һуғышсыларын «төньяҡ амурҙары» тип атаған. Башҡорт халҡы хәтере 1812 йылдағы Ватан һуғышы «Байыҡ», «Кутузов», «Эскадрон», «Ҡаһым турә», «Любизар» тигән халыҡ йырҙарында һаҡланған. «Любизар» йыры булған фактҡа нигеҙләнеп яҙылған. Рус армияһының баш командующийы русской Михаил Илларионович Кутузов башҡорт яугирҙарын күрһәткән батырлыҡтары өсөн маҡтап: «Любезные мои башкиры, молодцы!»,- тигән һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткергән. Ошо һүҙҙе "любезники" тип бер аҙ үҙгәртеп, ата-бабайҙарыбыҙ бөгөн дә беҙҙе дәртләндергән йырҙы ижад иткән. «Парижды 1814 йылдың 19 мартында алған өсөн» и «1812—1814 йй. һуғыш иҫтәлеге» көмөш миҙалдары алған ҡайһы бер яугирҙар тураһында мәғлүмәттәр бар[53].

XVI—XIХ бб. Башҡортостандың административ-территориаль бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVI—XVII быуаттарҙа башҡорттар йәшәгән территория Өфө өйәҙе йәки Башҡортостан (урыҫ. Башкирия) тип билдәләнгән[54], ул үҙ сиратында Ҡазан, Нуғай, Уҫы һәм Себер даруғаларына бүленгән[55].: «С того времени Уфимский уезд или паче вся Башкирь (Башкирия) разделена на четыре дороги, именованные по сему: к Сибири лежащая сторона названа Сибирская дорога, к Казани — Казанская, к пригороду Осе (кой построен на Каме реке) — Осинская, а к степным народам прозвана Ногайскою, которые наименования в рассуждении всей Башкирии и поныне наблюдаются", тәржемәһе: «Ул ваҡыттан бирле Өфө өйәҙе йәиһә бөтөн Башкирь (Башҡортостан) түбәндәге дүрт даруғаға бүленгән: Себер йүнәлешендә ятҡаны — Себер даруғаһы, Ҡаҙанға йүнәлгәне — Ҡаҙан даруғаһы, Уҫы яны ҡаласығы янындағыһы — Уҫы даруғаһы (Кама буйында төҙөлгәне), ә дала халыҡтарына сыға торған яғы — Нуғай даруғаһы, тип аталған, һәм был атамаларҙың Башҡортостан тураһында һөйләгәндә әле һаман ҡулланышта булыуы күҙәтелә»[54]. Даруғалар башҡорт ырыуҙарынан һәм ҡәбиләләренән торған, һуңыраҡ улар улустар тип атала башланған.

Өфө провинцияһының һәм Башҡортостандың даруғаларға бүленеше картаһы, 1755 йыл

Ул замандың "дорога" йәки "даруга" тигән административ бүленеше бында шул саҡтағы хужалыҡ ер ҡоролошо кеүек ҡабул ителә. Һәр даруғаның идара итеүсе старшинаһы булған. Даруғалар ырыу-ҡәбилә атамаларын йөрөткән улустарҙан торған, һәм улустар,үҙ сиратында, ырыуҙарға (аймаҡ, түбәләргә) бүленгән.[56]

1708 йылда край Ҡазан губернаһына Өфө воеводствоһы булараҡ беркетелгән[57], Өфө воеводствоһы 1719 йылдан Өфө провинцияһы булып киткән.

1737 йылда тарихи Башҡортостандың Урал арты яңы төҙөлгән Иҫәт провинцияна теркәлгән, уның территорияһы хәҙерге Ҡурған, Силәбе өлкәһененең төньяҡ-көнсығышын, Төмән өлкәһенең - көньяғын, Свердловск өлкәһенең - көнсығышын биләгән.

1744 йылда императрица Елизавета Петровна иң юғары бойороғо менән әмер биргән: «быть в Оренбурге губернии и именоваться Оренбургская губерния и в ней быть губернатором Тайному советнику Неплюеву», тәржемәһе: "булһын Ырымбур губернияһы һәм исемләнһен ул Ырымбур губернаһы һәм губернаторы уның булһын тайный советник Неплюев". Ырымбур губернаһы составына элекке Ырымбур, Өфө һәм Иҫәт провинциялары ингән. Иҫәт провинцияһына Урал арты Башҡортостаны һәм Иҫәт, Шадринский, Окуневский өйәҙҙәре; Өфө провинцияһына - Уҫы, Бөрө һәм Минзәлә өйәҙҙәре инә.

1774 йылда Өфө провинцияһы яңы төҙөлгән Ырымбур губернаһына беркетелгән.

1781 йылда Өфө наместниклығы ике өлкәнән - Өфө һәм Ырымбур өлкәләренән торған. 1796 йылдан Өфө наместниклығы Ырымбур губернияһы тип атала башлаған.

1858 й. Ырымбур, Урал, Башҡорт казак ғәскәрҙәре ерҙәренең картаһы.

1798 йылғы Кантонлы реформа даруғаларҙы юҡҡа сығарған. Шул ваҡыттан бирле үтенес ҡағыҙҙарында губерна, өйәҙ, башҡорт кантондары һәм хәрби йорттарҙың (командаларҙың) һаны күрһәтелгән. 1798 йылдың 10 апрель бойороғо менән крайҙың башҡорт халҡы хәрби-хеҙмәт сословие, ҡатламға күсерелә. (Башҡорт ғәскәре)нә Рәсәйҙең көнсығыш рубеждарында сик хеҙмәте алып барыу бурысы йөкләтелгән. Кантондар идаралыҡты ҡатыландырыу өсөн төҙөлгән булған.

1731 йылда Кесе жуз Рәсәйгә ҡушылғас, Башҡортостан империяның күп эске өлкәләренең береһенә әйләнгәс, башҡорттарҙы, мишәрҙәрҙе һәм типтәрҙәрҙе сик һыҙығында хеҙмәт итеүгә саҡырыу кәрәклеге юҡҡа сыҡҡан. 1860—1870 йй.реформалары башланғас, кантон системаһы 18641865 йй. бөтөрөлә, башҡорттар һәм уларҙың припущенниктары менән идара итеү рус йәмғиәтенекенә оҡшаған ауыл һәм өйәҙ (йорт) йәмғиәттәре ҡулына күскән. Әйткәндәй, башҡорттар өсөн ер менән файҙаланыу өҫтөнлөгө һаҡланған: башҡорттар өсөн норматив - йән башына 60 дИҫәтинә, ә элекке крепостнойҙарға - 15 дИҫәтинә.

1865 йылда ҙур Ырымбур губернаһын, Өфө һәм Ырымбур губерналарына бүлеп, яңы Өфө губернаһы булдырылған. Ҙур Ырымбур губернаһы Өфө, Бәләбәй, Бөрө, Златоуст, Минзәлә һәм Стәрлетамаҡ өйәҙҙәренән торған.

Башҡортостан тарихы менән бәйле ХVI-XVIII быуаттарҙың бик күп документтары Рәсәй боронғо акттар дәүләт архивында, Рәсәй дәүләт хәрби-тарих архивында (Мәскәү) һәм Рәсәй дәүләт тарих архивында (Санкт-Петербург) һаҡлана.

Беренсе донъя һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1914 йылдың 1 авгусында (19 июлендә) Беренсе донъя һуғышы башлана. Рәсәй империяһы һуғышҡа бер ниндәй әҙерлекһеҙ инә. Һуғыштың башында уҡ Башҡортостанда, шул иҫәптән Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Бөрө ҡалаларында, мобилизация башлана. Тыуған Ватан ҡурҡыныс аҫтында икәнен һәр кеше аңлай, өндәмәле сығыш яһайҙар. 1914—1916 йылдарҙа Өфө губернаһынан барлығы 296706 кеше армияға мобилизациялана[58]. Был ауыл хужалығында ла, металлургия сәнәғәтендә лә эшсе ҡулдары етешмәүенә килтерә. Заводтарҙа һәм фабрикаларҙа эш ваҡыты оҙоная, эш хаҡы кәмей, штрафтар арта. 1914—1916 йылдарҙа крәҫтиәндәрҙең 25459 атын тартып алалар, был үҙ сиратында сәсеү майҙандары һәм мал һаны кәмеүенә килтерә. Икмәк етештереү өстән бер өлөшкә кәмей, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар 2—3 тапҡыр арта. 1916 йылда аҙыҡ-түлеккә карточка системаһын индерәләр.

Сәнәғәт хәрби рельстарға күсә, ҡорос һәм суйын етештереү күпкә арта. Һуғыш завод һәм фабрика хужаларының байыу сығанағына әүерелә. Мәҫәлән, 1915 йылда, 1913 йыл менән сағыштырғанда, Белорет акционерҙар йәмғиәтенең килеме 5 тапҡырға, ә Эҫем йәмғиәтенеке 3 тапҡырға арта[59]. 1913—1915 йылдарҙа граждан продукцияһын сығарыу 40 %-ҡа ҡыҫҡара.

Һуғыш ауырлыҡтары халыҡтың ризаһыҙлығы көсәйеүенә килтерә. Минйәр заводында забастовка туғыҙ ай дауам итә (1914 йылдың майынан алып 1915 йылдың февраленә тиклем). 1915 йылда Башҡортостанда — 15 стачка, 1916 йылда — 28 забастовка була, уларҙың иң ҙурҙары Минйәр, Белорет, Усть-Ҡытау һәм Аша-Балашов заводтарында була. Шул уҡ ваҡытта крәҫтиән сығыштары ла башлана, улар һалымдар түләргә баш тарталар, алпауыттар һәм кулактар яғынан эксплуатация көсәйеүенә ҡаршы сығалар[59].

1917 йылдың февралендә илдә буржуаз-демократик революция еңә, Рәсәй республика тип иғлан ителә, батша Николай II тәхеттән баш тарта. Был революцияның иң төп үҙенсәлеге - ике власть барлыҡҡа килеүе. Мартта Башҡортостанда Рәсәй ваҡытлы хөкүмәтенең өйәҙ һәм улус органдары ойошторола башлай, шул уҡ ваҡытта эшсе һәм һалдат депутаттары советы органдары ла барлыҡҡа килә[60].

Беренсе республика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәйҙәге 1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң Башҡорт милли хәрәкәте башҡорттарҙың милли-территориаль автономияһын төҙөү процесын башлаған. 1917 йылдың июль — авгусында Ырымбур һәм Өфө ҡалаларында I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары уҙа, унда делегаттар федератив Рәсәй составында милли-территориаль демократик республика төҙөргә ҡарар итәләр. I һәм II ҡоролтайҙар менән һайланған Башҡорт мәркәз шураһы Ырымбурҙағы Каруан-һарайҙа эшләй һәм 1918 йылдың ғинуарында үтәсәк Бөтөн Рәсәй Ойоштороу йыйылышына әҙерләнә. Октябрь революцияһы автономия үҫешенә яңы йоғонто яһай.

Башҡорт Мәркәз Шураһы 1917 йылдың 11 (25) ноябрында донъя күргән 1-се һанлы фарманында башҡорттарға үҙенең милли идараһы кәрәклеген раҫланы[61]. Ә инде 15 (29) ноябрҙа Башҡорт мәркәз шураһы 2-се һанлы фарман менән Башҡортостан автономияһын иғлан итә. Был тарихи документҡа үҙҙәренең ҡултамғаларын шура рәйесе Шәриф Манатов, уның урынбаҫары Әхмәтзәки Вәлидов һәм сәркәтибе Шәйехзада Бабич һәм шураның алты бүлек мөдире ҡул ҡуя[62]. Фарманда былай итеп яҙылған: «Башҡорт мәркәз шураһы Өфө, Пермь, Самара һәм Ырымбур губерналарының башҡорт территорияһын Рәсәй республикаһының автономиялы өлөшө тип иғлан итә». Ғәскәрҙәр, банктар, тимер юлдары, почта, телеграф, һалым йыйыу Башҡортостандың дәүләт учреждениеларына күсә, ә губерналар һәм өйәҙҙәргә административ бүленеш кантондарға бүленеү менән алмаштырыла.

Был фармандар 1917 йылдың декабрында Ырымбурҙа уҙған III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында раҫлана. Ойоштороу Ҡоролтайы Башҡортостан автономияһы менән идара итеү сараларын билдәләй. Кесе Ҡоролтай (предпарламент) булдырыла, унда һәр 100 мең төбәк халҡынан берәр вәкил һайлана[63].

Башҡортостан автономияһын тәүгеләрҙән булып Ойоштороу йыйылышына ағзалар комитеты (КОМУЧ) таныған. 1918 йылдың сентябрында КОМУЧ һәм Башҡорт Хөкүмәте араһында килешеү төҙөлә, унда комитет милли-территориаль автономияны таный[64].

Ырымбур казак даирәһе атаманы А. И. Дутов 1917—1918 йылдарҙа шулай уҡ башҡорт автономияһын яҡлаған[65]. 1918 йылдың сентябрында Өфөлә уҙған Дәүләт кәңәшмәһендә (Өфө Директорияһы) Башҡорт Хөкүмәте ағзалары ла (Ю. Ю. Бикбов, А. К. Әҙеһәмов һ. б.) ҡатнаша. Кәңәшмәлә «Бөтә Рәсәй юғары идаралығы барлыҡҡа килеүе тураһында акт» ҡабул ителә, уға автономия исеменән Искәндәр Солтанов та ҡул ҡуя[66].

1918 йылдың 18 ноябрендә А. В. Колчак хәрби түңкәрелеш ойошторған һәм үҙен Рәсәйҙең хакимы һәм юғары баш командующийы тип иғлан иткән. Адмирал Колчак башҡорттарҙың автономияһын танымаған. Бөтә төбәк хөкүмәттәренә үҙ-үҙҙәрен бөтөрөргә тәҡдим иткән. Бындай шарттарҙа Башҡортостан автономияһы етәкселәренә 1919 йылда Советтар менән һөйләшеүҙәр башларға тура килә. Оҙаҡ барған һөйләшеүҙәрҙән һуң, 1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт Хөкүмәте һәм Башҡорт армияһы Советтар яғына сығалар[67].

1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ҡул ҡуйыла. Был документҡа ҡул ҡуйып, Совет хөкүмәте 1917 йылдан башлап йәшәгән милли-территориаль автономияны таныған[68].

Башҡорт АССР-ы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт АССР-ның 1925 йылғы административ картаһы

1919 йылдың 20 мартында «Рәсәй эшсе-крәҫтиән хөкүмәтенең Башҡорт хөкүмәте менән Башҡортостан совет автономияһы тураһында Килешеүе». Был килешеү матбуғатта 1919 йылдың 23 мартында баҫылып сыҡҡан, шуның өсөн республика барлыҡҡа килгән рәсми дата тип ошо көн алына. «Килешеү…» нигеҙендә Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы (АБСР) төҙөлә. «Кесе Башҡортостан» термины аҙаҡ та АБСР-ға ҡарата ҡулланылған.

1920 йылдың 19 майында ҡабул ителгән ВЦИК «Автономиялы Совет Башҡорт республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында декреты[69] 1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡортостан Совет автономияһы тураһында» килешеүендә ҡаралған автономиялы республиканың хоҡуҡтарын шаҡтай киҫкән. Республика ревкомы ағзалары был документты дөйөм ризаһыҙлыҡ менән ҡабул иткән.

1920 йылдың 16 июнендә Башревком протест йөҙөнән отставкаға китеүе һәм үҙтаралыш тураһында ҡарарын иғлан итә. РСФСР ВЦИК һәм СНК-ның 1920 йылдың 19 майындағы «Автономиялы Совет Башҡорт республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» декреты башҡорттар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм үҙәк властарҙың сәйәсәтенә ҡаршы партизан һуғыштарына алып килә.

1918—1921 йылдарҙа совет власының сәйәсәтенә ризаһыҙлыҡ белдергән крәҫтиәндәрҙең большевиктарға ҡаршы күмәк сығыштары күҙәтелгән.

1922 йылдың 14 июнендә Бөтөн Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты, башҡорт халҡының теләген иғтибарға алып, «Башҡорт Автономиялы Социалистик Республикаһының сиктәрен киңәйтеү тураһында» тигән декрет ҡабул итә. Был декрет буйынса Өфө губернияһы бөтөрөлә, ә уның территорияһы Башҡорт республикаһына бирелә — йәғни «Оло Башҡортостан» барлыҡҡа килә. Республиканың баш ҡалаһы Стәрлетамаҡтан Өфөгә күсерелә.

1925 йылдың 27 мартында беренсе Башҡорт Автономия Социалистик Республикаһы Конституцияһы ҡабул ителә.

1936 йылда рәсми рәүештә, Башҡорт АССР-ына СССР составындағы союздаш республика статусы биреүҙә баш тартыла[70]. ВКП(б)-ның ҮК генераль секретары И. В. Сталин быны былай итеп аргументациялай:

«Башҡорт һәм Татар республикаларын союз республикаһы төркөмөнә күсерергә ярамай, сөнки улар бөтөн яҡтарынан да совет республикалары һәм өлкәләре менән уратып алынған, һәм, асығын әйткәндә, СССР составынан сыҡһалар, барыр ерҙәре юҡ ...»

Аҙнағолов В. Г., Хәмитова З. Г. Башҡортостанда парламентаризм: тарих һәм хәҙерге заман — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — Б. 110. — 304 б.

1937 йылдың 23 июнендә икенсе БАССР Конституцияһы ҡабул ителгән.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Генерал-майор, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры М. М. Шайморатов

1939 йылдан 1945 йыл арауығында Башҡорт АССР-ынан СССР Ҡораллы көстәре сафтарына 700 меңдән артыҡ кеше саҡырылған[71].

Һуғыш дауамында республика территорияһында бик күп ғәскәри частар әҙерләнә: 170-се, 186-сы,214-се, 361-се (21-се), 87-се (300-сө), 219-сы 74-се, 76-сы, 112-се һәм 113-сө кавалерия дивизиялары, 124-се, 134-се уҡсылар һәм 40-сы миномет бригадалары; 17-се запас, 4-се учебный, 2-се запас кавалерия бригадаһы; 120-се, 121-се, 122-се, 123-сө, 134-се, 144-се, 476-сы миномет, 1292-се истребитель-противотанковый, 587-се гаубица, 1097-се, 1098-се пушка-артиллерия һәм 15-се кавалерия полктары, 9-сы запас кавалерия полкы һәм 23-сө айырым элемтә полкы. «Полководец Суворов», «Александр Невский», «Салауат Юлаев» и «Уфимец» бронепоездары төҙөлгән[72]. 1941 йылдың 17 ноябрендә ВКП(б) Обкомы һәм Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары Советы бюроһы «Урындағы милләттең ике кавалерия дивизияһын төҙөү тураһында» постановлениеһын ҡабул иткән[73].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республикаға 100 артыҡ сәнәғәт предприятиеһы, тиҫтәләгән госпиталь, күп кенә үҙәк дәүләт органдары, 278 мең ҡасаҡ (шулар араһынан 104 меңе - Өфөлә) эвакуациялана [74].

1941 йылдың июлендә В. И. Ленин исемендәге Одесса станоктар төҙөү заводы Стәрлетамаҡҡа күсерелә, ә 1941 йылдың 11 октябрендә уҡ производство эшен башлай.
Һуғыш ваҡытында Башҡортостанда илебеҙ Ҡораллы көстәренең ике Академияһы урынлашҡан була. 1941 йылдың ноябрендә Генераль штабтың К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары Академияһы Мәскәүҙән Өфөгә дислокациялана. 1941 йылдың ноябрендә Ленин исемендәге Хәрби-политик Академия Бәләбәй ҡалаһына күсерелә. 1941 йылдың 22 июненән алып 1944 йылдың 30 июненә тиклем республиканан Хәрби-политик Академияға һәм хәрби-политик училищеларға 5475 кеше мобилизацияланған. Республикала барыһы 17 хәрби уҡыу йорто эшләгән.

1941—1945 йылдарҙа Өфөлә халыҡ-ара коммунистик хәрәкәте штабы — Коммунистик Интернационалдың Башҡарма комитеты урынлашҡан булған. 1943 йылда радиотапшырыуҙар Европа халыҡтарының 18 телендә алып барылған.

Башҡортостанда һуғыштың тәүге көндәренән госпиталь базаларының киң селтәре асыла. 1941 йылдың 28 июлендә хәрби-санитар поезд Өфөгә яралы һалдаттарҙың тәүге партияһын алып килгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республика территорияһында, лазареттары менән бергә, дөйөм карауат һаны 22500 дана тәшкил иткән 63 эвакогоспиталь эшләгән.

Дөйөм алғанда, Башҡорт АССР-ы тыл һәм фронтты аҙыҡ-түлек, ҡорал, яғыулыҡ менән тәьмин итеүгә һиҙелерлек өлөш индергән. Фронттарҙа республиканан 600 мең яугир һуғышҡан. Уларҙан 278 яугир Советтар Союзы Геройы исеменә (ике тапҡыр — Муса Гәрәев ) лайыҡ булған, шулай уҡ Дан орденының 35 тулы кавалеры ла - Башҡортостан батырҙары.

Һуғыштан һуңғы дәүер

1940 йылдар һуңында - 1950 йылдар башында Башҡортостанда ауыл хужалығы йылдам темпта үҫешкән. Мәҫәлән, 1945 йылдан 1950 йылға тиклем колхоздарҙа малдар һаны артҡан: эре мөгөҙлө мал (КРС) – 184,6 мең баштан 347,4 меңгә тиклем, аттар – 192,2 мең баштан 248,8 меңгә саҡлы, сусҡа башы 36,8 меңдән - 188,2 меңгә, һарыҡ һәм кәзә башы 412,1 меңдән - 882,4 меңгә.

1945 йылдан 1953 йылға дәүләт күмәртәләп һатып алыуҙары (госзакупки) һәм хужалыҡтың бөтөн категорияларының әҙерләүҙәре: ашлыҡтың – 467,1 меңдән 888,9 мең тоннаға, һөттөң – 65,9 меңдән 149,1 мең тоннаға, йомортҡаның – 21,4 миллиондан 47,3 млн. данаға үҫкән. Ләкин үҫеш планда ҡаралғандан күпкә ҡайтыш булған.

Мәҫәлән, 1949 йылда БАССР-ҙа икмәк әҙерләү планы тик 52,2%-ҡа, май бирә торған культуралар буйынса – тик 30%-ҡа, һөт әҙерләү – 81%-ҡа, йөн әҙерләү – 76 %-ҡа. 1950 йылдарҙа Башҡортостанға колхоздарҙы эреләтеү кеүек дөйөм союз коллективизацияһының икенсе тулҡыны ябырылған: 1953 йылға 4387 ауыл хужалығы артеле урынына 1593 колхоз барлыҡҡа килә[1].

Шулай уҡ, 1948 йылдың 2 июнендәге, 1951 йылдың 23 июлендәге «дөйөм йәмғиәткә хеҙмәт итеүҙән баш тартҡан һәм паразиттарса йәшәү рәүеше алып барған өсөн» енәйәт (уголовный) яуаплылығы индереү тураһындағы дөйөм союз Бойороҡтары (Указдары) БАССР-ҙы ла урап үтмәгән: 1950 йылда Башҡортостанда тейешле эш көнө (трудодень) минимумын үтәмәгән өсөн 2,5 меңдән артыҡ колхозсы язаға тарттырыла, ә 1952 йылдың 20 февраленә республиканан 425 кеше ҡыуып ебәрелә[1].

1952 йылдың майында Башҡорт АССР-ы Өфө һәм Стәрлетамаҡ өлкәләренә бүленә. 1953 йылдың апрелендә был ҡарар юҡҡа сығарыла һәм Башҡорт АССР-ын өлкәләргә бүлеү кире ҡағыла.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа республикала тиҙ темптар менән сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, медицина һ.б. өлкәләре үҫешә. (Салауат, Күмертау) ҡалалары - сәнәғәт үҙәктәре, Европалағы эре нефть химияһы предприятиеһы (Салауатнефтьоргсинтез), автомобиль заводтары, электростанциялары төҙөлә.

1957 йылда Башҡортостандың Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыуына 400 йыл тулыу айҡанлы, сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм мәҙәниәте үҫешендәге уңыштары өсөн Башҡорт АССР-ы икенсе Ленин ордены менән билдәләнә.

1969 йылда республика нефть табыу буйынса икенсе урынға сыға (1968 йылда 44 400 мең тонна), эре мөҙөҙлө малдар һаны 2035 мең башҡа етә (1969), бөртөклө культуралар 5,6 млн тонн йыйылған(1968)[2].

1969 йылда Башҡорт АССР-ы Октябрь Революцияһы ордены менән наградлана.

ХХ быуаттың 70-се йылдары урталарында СССР-ҙа һәм БАССР-ҙа үҫешкән социализм төҙөлгән. Республика халҡына түләүһеҙ урта һәм юғары белем, түләүһеҙ медицина хеҙмәтләндереүе, түләүһеҙ торлаҡ гарантиялана. Хеҙмәткә һәм ялға хоҡуҡ булдырыла. Киң мәғлүмәт саралары хужалары талаптары буйынса баҫма азатлығы сикләнмәгән (сөнки киң мәғлүмәт саралары (СМИ) дәүләттеке булған). Социаль тигеҙһеҙлек булмаған (предприятиеларҙың ябай хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәле етәкселәрҙең эш хаҡы кимәленә 1/5 нисбәтендә торған, идаралыҡтар зданиеларындағы арзан ашханалар булыуы социаль тигеҙһеҙлек, тип һаналған).

1978 йылда республика яңы — өсөнсө БАССР Конституцияһын ҡабул итә. Мәғариф өлкәһендә башҡорт мәктәптәре һаны кәмей: 1945/46 уҡыу йылында 1164 башҡорт мәктәбе булһа, 1976/77 уҡыу йылында тик 685 кенә башҡорт мәктәбе һаҡланып ҡала (яртылаш кәмей)[1]. Шуның менән бергә башҡорт телендәге журналдарҙың тиражы арта, русса-башҡортса һүҙлек баҫылып сыға. 1950 йылда башҡорт теленең яңы орфографияһы ҡабул ителә[1].

Башҡорт АССР-ында үҙгәртеп ҡороу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1969 йылдан башлап БАССР менән КПСС өлкә комитетының беренсе секретары М.З. Шакиров етәкселек иткән[64]. БАССР-ҙа үҙгәртеп ҡороуҙарҙың башын 1987 йылдың 6 майында «Правда» гәзите корреспонденты В. Прокушевтың «Эҙәрлекләүҙәрҙе туҡтатырға…» тигән мәҡәләһе менән бәйләргә мөмкин[64].

Был мәҡәләлә КПСС өлкә комитеты беренсе секретары М.З. Шакировтың фекере менән риза булмағаны өсөн КПСС-тың Өфө ҡала комитеты икенсе секретары Л. Сафронов партиянан сығарыла. Эштән китергә мәжбүр була, депутатлыҡ иммунитетынан мәхрүм ителә һәм, бер нигеҙһеҙ, енәйәт яуаплылығына тарттырыла[64].

Шулай уҡ, Башҡорт икмәк аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы И. Печников, 21-се Өфө ҡала дауаханаһының баш табипы Р. Богданов партиянан сығарыла, эшенән бушатыла һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыла[64].

Публикацияға яуап итеп, КПСС Үҙәк Комитеты тарафынан төҙөлгән Комиссия «республикала үҙгәртеп ҡороуҙарҙың төп тормозы булып КПСС өлкә комитетының хәҙерге етәкселеге тора» тигән һығымта яһай[64]. 1987 йылдың 9 июнендә КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының VI Пленумы М.З. Шакировтың, пенсияға китеү сәбәпле, вазифаһынан бушатыуҙы һораған ғаризаһын ҡәнәғәтләндерҙе[64].

1987 йылдың көҙөндә айырым уңыштарға өлгәшкән экологик хәрәкәт барлыҡҡа килә: БАССР Юғары Советының Иштуған һыуһаҡлағысын төҙөүҙе туҡтатыу тураһындағы Постановлениеһы (рәсми күрһәтмә) ҡабул ителде[64].

1990 йылдың 28 мартында Өфөнөң көньяҡ һыу үткәргес селтәрҙәрендә рөхсәт ителгән миҡдарҙан (концентрациянан) 26 тапҡыр артыҡ дәрәжәлә фенол булыуы билдәләнде[64].

Был күренеш Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа күмәк кеше ҡатнашҡан митингыларға килтерҙе[64]. Протест хәрәкәтенең икенсе формаһы - милли-мәҙәни хәрәкәттәрҙең барлыҡҡа килеүе: 1988 йылдың мартында Өфөлә Ғ. Ибраһимов ис. татар мәҙәниәте, теле һәм әҙәбиәте клубы эш башлай[64].

Бер аҙҙан «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге үҙ эшен йәйелдерә. Шулай уҡ К. Иванов ис. сыуаш, немецтәрҙең «Видергбурт»ы, еврейҙәрҙең «Штерн», марийҙарҙың «Мари», украиндарҙың «Кобзарь» клубтары булдырыла[64]. 1989 йылдың ғинуарында Татар йәмәғәт, ә 1989 йылдың авгусында «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәктәре барлыҡҡа килә[64].

1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы тарафынан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты Декларацияһы иғлан ителә[75][76].

ГКЧП барлыҡҡа килеүгә нейтраль мөнәсәбәт һаҡлана: тик 1991 йылдың 21 авгусында ғына республика гәзиттәре ГКЧП-ның «Совет халҡына мөрәжәғәт»ен һәм башҡа документтарын баҫтырып сығара[64]. «Ленинец» гәзите шулай уҡ Рәсәй Президенты Б. Н. Ельциндың халыҡты, демократияны яҡлап, митингыларға сығырға өндәгән материалдарын да баҫтыра[64].

ГКЧП көндәрендә Республикабыҙҙың Юғары Советы һәм Министрҙар Советы етәкселәре Мәскәүҙә була[64]. Халыҡ тыныс тормошон һәм хеҙмәтен дауам итә[64]. Тик 23 августа ғына демократия яҡлылар Өфөлә ГКЧП-ның эшен, Рәсәй етәкселеге ҡарарҙарын һәм эшен "һанға һуҡмаған" республика етәкселәрен һәм ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары етәкселәрен ғәйепләү митингыһы үткәрә[64].

Хәҙерге заман[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1992 йылдың 31 мартында Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы араһында килешеү нигеҙендәге мөнәсәбәттәрҙе дәлилләп, Рәсәй Федерацияһының дәүләт идараһы органдары һәм уның составындағы суверен республикаларҙың идаралыҡ органдары араһында вәкәләттәр бүлешеү һәм етәкселек итеү предметтары буйынса Федератив килешеүгә һәм уның Башҡортостан Республикаһы Ҡушымтаһына ҡул ҡуйҙы. Килешеүҙең Ҡушымтаһында Башҡортостан Республикаһы үҙ аллы закондар сығарыу системаһын, суд системаһын, прокуратураһын булдырырға хоҡуҡлы, тип нығытылып ҡуйылды. Шулай уҡ Башҡортостан территорияһындағы ер өҫтө, ер аҫты, тәбиғәт байлыҡтары Башҡортостандың күп милләтле халҡының милеге, һәм уға эйә булыу, файҙаланыу һәм улар менән эш итеү мәсьәләләре республика закондарына таянып көйләнергә тейеш, тип яҙылып ҡуйылды. "Урал" Башҡорт милли үҙәге активистары, Федератив килешеүгә ҡаршы булыуын күрһәтеп, 20 көн дауам иткән асығыу (голодовка) иғлан итте. Активистар Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов менән осрашып һөйләште һәм ул, Килешеү проекты Республика Советында ҡараласаҡ, тип аңлатып биргәс кенә, асығыу туҡтатылды[64].

1993 йылдың 25 апрелендә референдум уҙғарылды: «Башҡортостан Республикаһы, үҙенең халыҡтары мәнфәғәтен яҡларға, иҡтисади үҙаллылыҡҡа эйә булырға, Федератив Килешеү һәм уның Башҡортостан Республикаһы Ҡушымтаһы нигеҙендә йәшәргә тейеш, тип иҫәпләйһегеҙме?» тигән һорауға тауыш биреүселәрҙең 75,5 % ыңғай яуап бирҙе[77].

1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы ҡабул ителде.

Суверенитеттың тәүге йылдарында Башҡортостан Республикаһы федераль бюджетҡа, ысынлап та, артыҡ күп түләмәй, ләкин 1995 йылдан уҡ бүленгән сумма күтәрелә башлай: йыйылған килемдең 1992 й. – 5%, 1993 й.– 10%, 1994 й. – 10%, 1995 й. – 27,6%, 1996 й.– 26%, 1997–1998 йй. – 17% үҙәккә оҙатыла[64]. 90-сы йылдарҙа республикала 13 кодекс: Ер кодексы (1991 йылдың 22 мартында), Урман кодексы (1991 йылдың 18 июнендә), Экология, Ер аҫты байлыҡтары тураһындағы кодекстар (икеһе лә – 1992 йылдың 28 октябрында), Киң мәғлүмәт саралары тураһындағы кодекс (1992 йылдың 5 ноябрында), Һыу кодексы (1993 йылдың 13 июлендә), Граждандарҙың һаулығын һаҡлау тураһындағы кодекс (1993 йылдың 7 ноябрында), Торлаҡ, Никах һәм ғаилә тураһында, Арбитраж-процессуаль кодекстары (өсөһө лә – 1994 йылдың 2 мартында), Ҡала төҙөлөшө кодексы, Халыҡтың санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлеге, Хеҙмәт кодекстары (1994 йылдың 20–21 декабрында) ҡабул ителә[64].

1993 йылдың 23 сентябрендә РФ Президентының халыҡ депутаттары Съезы эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһындағы 1400-сө һанлы Указы (Бойороғо) донъя күргәс, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы, Башҡортостанда 21 сентябрҙан һуң сыҡҡан Рәсәй Президенты Указдарын да, Рәсәй Юғары Советы Рәсми күрһәтмәләрен дә (Постановление) туҡтатып торорға ҡарар итеп, нейтраль позиция һайланы, Рәсәй халыҡ депутаттары Съезын саҡырыуҙы талап итте һәм халыҡты тыныслыҡҡа өндәне[64].

1993 йылдың 12 декабрендә, бөтөн халыҡтың берҙәм тауыш биреүе менән, Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты итеп һайланды, 1998 һәм 2003 йылдарҙа ул ҡабаттан ике тапҡыр был вазифаға һайланды.

1995 йылдың 17 декабрендә республикала "1) Башҡортостан Республикаһы ерҙәре сикләнмәгән һатыу-һатып алыу (алыш-биреш) объекты була аламы, 2) «Рәсәй Федерацияһы дәүләте идара органдары һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләте идара органдары араһында етәкселек итеү предметтарын айырыу һәм үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында» килешеүе нигеҙендә иҡтисади үҙаллылыҡты нығытыу сәйәсәтен дауам итеү кәрәкме" тигән ике һорау буйынса референдум уҙғарылды. Беренсе һорауға һайлаусыларҙың 84 % «юҡ», тип, ә икенсе һорауға 97 % «эйе» тип яуап бирҙе[78].

2000 йылдың февралендә үк республикала урындағы закондар сығарыу эшен федераль закондар менән тура килтереү буйынса Комиссия барлыҡҡа килде[64]. 2000 йылдың октябрендә Башҡортостан Республикаһы Конституция суды түбәндәгене иғлан итә: Башҡортостандың "дәүләт суверенитеты" тик "Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы сикләнмәләрҙән тыш һәм РФ Конституцияһының 5-се статьяһы (3-сө өлөш), 73-сө һәм 76-сы статьяларында (4-се өлөш) ҡаралған федерация субъекттары менән уртаҡ вәкәләттәр бүлешеү нигеҙендә генә, дәүләт идаралығы тулылығына эйә, тигән шартты ҡуйҙы"[64]. 2000 йылдың ноябрында уҡ Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы яңынан ҡаралды[64]. 2002 йылда Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы икенсе тапҡыр таҙартыуға дусар ителде: "суверенитет" төшөнсәһе алып ташланды[64].

2006 йылдың октябрында Рәсәй президенты Владимир Путин Рәхимов кандидатураһын Дәүләт Йыйылышы — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы тикшереүенә ҡуйҙы, һәм Ҡоролтай уның вәкәләттәрен 2011 йылға тиклем раҫланы.

2010 йылдың 15 июлендә Башҡортостан президенты Мортаза Рәхимов отставкаға китте[79].

2010 йылдың 19 июлендә Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы Рөстәм Зәки улы Хәмитовты Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына раҫлай[80].

2014 йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы президентын ваҡытынан алда һайлау уҙғарылды, уның йомғаҡтары буйынса Рөстәм Хәмитов күпселек тауыш йыйҙы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Хрестоматия по истории Башкортостана, 1996, с. 9
  2. Акманов И. Г., 1996, с. 5—6
  3. Акманов И. Г., 1996, с. 7
  4. Котов В. Г. Мезолит // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Неолит Урала — Уральская Историческая Энциклопедия
  6. Акманов И. Г., 1996, с. 8
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 Морозов Ю. А. Археологик мәҙәниәттәр // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Акманов И. Г., 1996, с. 9
  9. Мәҫәлән, Орск ҡалаһы янындағы б.э.т. V—IV быуаттарға ҡараған саҡ ҡурғанында «Бөйөк фараон Артаксеркс» яҙыуы менән мысыр һауыты табылған.
  10. Акманов И. Г., 1996, с. 13—14
  11. Акманов И. Г., 1996, с. 15—16
  12. Акманов И. Г., 1996, с. 20
  13. Мәжитов Н. А. Төрки ҡағанаты // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  14. Юнысова А. Б. Ислам // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  15. В Миякинском районе установили мемориал сподвижникам пророка Мухаммада. ИА «Башинформ» (2011-06-17). 14 август 2015 тикшерелгән.
  16. Хамидуллин С. И. Пути ислама на Южный Урал // Ватандаш. — 2013. — № 12. — ISSN 1683-3554.
  17. Акманов И. Г., 1996, с. 27
  18. Асфандияров А. З. Башкирия после вхождения в состав России (вторая половина XVI — первая половина XIX в.) — Уфа: Китап, 2006. — Б. 10. — 504 б. — ISBN 5-295-03861-0.
  19. Мәҫәлән, башҡа төрки телдәрҙә юғалған, әммә боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларында күрһәтелгән [-лт-], [-мт-], [-нт-], [-мк-], [-мҡ-], [-нҡ-] һәм [-нк-] өндәре хәҙерге башҡорт телендә һәм уның диалектарында ҡулланыла.
  20. Акманов И. Г., 1996, с. 28
  21. Акманов И. Г., 1996, с. 32
  22. Фазлаллах Рашид-ад-дин. Огуз-наме. — Баку, 1987. —С. 68—69.
  23. Антонов И. В. Башкиры и Башкирия по данным ал-Идриси // Ватандаш. — 2008. — № 4. — ISSN 1683-3554.
  24. Гумилёв Л. Н. «Древняя Русь и Великая степь». гл. 165. «То же на уровне массы»
  25. «Встречал сильное сопротивление со стороны тех народов и городов, завоевание которых ему (Субәҙәйгә) было поручено Чингисханом, а именно: Канлин (ҡаңлылар), Кибчаут (кыпсаҡтар), Бачжиат (башҡорттар), Орусут (урыҫтар), Асут (асс-осетиндар), а также и городов за многоводными реками Адиль (Волга) и Чжаях (Яйыҡ

    История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — Уфа: Гилем. — Т. II. — Б. 175. — 400 б. — ISBN 978-5-91608-100-8.

  26. Мажитов Н. А., Султанова А. Н., 1994
  27. Зарипов А. Б. Об истории башкирской государственности. 2007.
  28. Акманов И. Г., 1996, с. 35—36
  29. Акманов И. Г., 1996, с. 39—40
  30. Урта быуат тарихсыһы әл-Омар былай тип яҙған:
    «и земля одержала верх над природными и расовыми качествами их (татар) и все они стали точно кипчаки, как будто они одного (с ними) рода»

    История Башкортостана. Ч. 1. С древнейших времён до 1917 г. / Учебник для 8—9 кл. — Под ред. И. Г. Акманова — Уфа: Китап, 1996. — Б. 42. — 240 б. — ISBN 5-295-01918-7.

  31. Баимов Р. Н. Тайная история монголов и следы их завоеваний // Ватандаш. — 2010. — № 8. — С. 42. — ISSN 1683-3554.
  32. Аҡһаҡ Тимер // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  33. Хәҙерге Һамар өлкәһе территорияһында.
  34. Битва на реке Кондурче 1391 года
  35. Гарустович Г. Н. index.php/read/8-statya/7316-k-sh-n Кәшәнә // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  36. История Башкортостана с древнейших времен до конца XIX в. , 2004, с. 111
  37. Горохов А. В. Присоединение Урала и Западной Сибири к России в конце XVII — первой половине XVIII веков.
  38. "у башкир под страхом конфискации имущества и государевой опалы запрещалось «…бояром, околничим, и думным людям, и стольникам, и стряпчим и дворяном московским и из городов дворяном и детям боярским и всяких чинов русским людям поместным всяких земель не покупать и не менять и в заклад, и сдачею и в наём на многие годы не имать»
  39. 39,0 39,1 Акманов И. Г., 1996, с. 68—70
  40. Акманов И. Г., 1996, с. 71
  41. Акманов И. Г., 1996, с. 93—95
  42. Акманов И. Г., 1996, с. 74
  43. Акманов И. Г., 1996, с. 75—78
  44. Акманов И. Г., 1996, с. 78—81
  45. Акманов И. Г., 1996, с. 84—90
  46. Акманов И. Г., 1996, с. 94—102
  47. «…две опаснейшие — Казанская и Ногайская — дороги так разорены, что едва половина осталась, а протчия — Осинская и Сибирская дороги — хотя не столько людей пропало, однако у всех лошади и скот пропали, деревни пожжены, и, не имея пропитания, многие с голоду померли»

    История Башкортостана. Ч. 1. С древнейших времён до 1917 г. / Учебник для 8—9 кл. — Под ред. И. Г. Акманова — Уфа: Китап, 1996. — Б. 106. — 240 б. — ISBN 5-295-01918-7.

  48. «…впредь оному башкирскому народу отнюдь никому обид и разорений не чинить, и в угодьях их насильством не селиться, и от того всего их, башкирцев, не токмо защищать, но притом показывать им всякую благосклонность и надлежащее указом охранение.»

    История Башкортостана. Ч. 1. С древнейших времён до 1917 г. / Учебник для 8—9 кл. — Под ред. И. Г. Акманова — Уфа: Китап, 1996. — Б. 128—129. — 240 б. — ISBN 5-295-01918-7.

  49. Акманов И. Г., 1996, с. 128—129
  50. Статья «Салават Юлаев» в Башкортостан: краткая энциклопедия
  51. {{{заглавие}}}. — ISSN 1683-3554.
  52. Иоһанн Вольфганг Гёте был хаҡта шулай тигән: «... беҙҙә хәҙер шундай ваҡиғалар булғанын бер күрәҙәсе лә алдан әйтә алмаҫ ине. Бер нисә йыл элек кем генә протестант гимназияһы залында мосолман ғибәҙәте ҡылырҙар һәм унда Ҡөрьән сүрәләрен шыбырлап уҡып ултырырҙар, тип раҫлай алыр ине. Әммә был шулай булды, беҙ башҡорттарҙың ғибәҙәтендә ултырҙыҡ, муллаларын күрҙек һәм кенәзде театрҙа сәләмләнек»
  53. «Северные амуры»: взгляд очевидца
  54. 54,0 54,1 Рычков П. И. Топография Оренбургская. —СПб., 1762.
  55. «С того времени Уфимский уезд или паче вся Башкирь (Башкирия) разделена на четыре дороги, именованные по сему: к Сибири лежащая сторона названа Сибирская дорога, к Казани — Казанская, к пригороду Осе (кой построен на Каме реке) — Осинская, а к степным народам прозвана Ногайскою, которые наименования в рассуждении всей Башкирии и поныне наблюдаются"{{ цитатаның аҙағы|источникРычков П. И. Топография Оренбургская. —СПб., 1762..
  56. Ногайская дорога
  57. Витевский В. Н. «И. И. Неплюев и Оренбургскій край в прежнем его составе в 1758 г» — 1897: «Өфө воеводствоһы Ҡаҙан губернияһына ҡушылған»
  58. Хрестоматия по истории Башкортостана, 1996, с. 330
  59. 59,0 59,1 Акманов И. Г., 1996, с. 232
  60. Акманов И. Г., 1996, с. 233
  61. Фарман № 1 Центрального Башкирского Шуро
  62. Зулькарнаева Е. З., Кульшарипова Н. М. Фарман. // Башкортостан: краткая энциклопедия — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — Б. 603. — 672 б. — ISBN 5-88185-001-7.
  63. Сулейманова Л. Основы федерализма в период становления автономии Башкортостана // Ватандаш. — 2006. — № 3. — ISSN 1683-3554.
  64. 64,00 64,01 64,02 64,03 64,04 64,05 64,06 64,07 64,08 64,09 64,10 64,11 64,12 64,13 64,14 64,15 64,16 64,17 64,18 64,19 64,20 64,21 64,22 64,23 64,24 64,25 История башкирского народа. Том 7 » Институт истории, языка и литературы Уфимского научного центра РАН
  65. Ганин А. В. Оренбургское казачество и Церковь в годы Гражданской войны 1917—1922 гг. // «Белая Гвардия», 2008 № 10, с. 149.
  66. Акт об образовании всероссийской верховной власти
  67. Акдавлетов С. В преддверии 100-летия первой республики // Ватандаш. — 2013. — № 4. — ISSN 1683-3554.
  68. Зиннатуллин З. Караван-Сарай и 90-летие провозглашения Республики Башкортостан // Ватандаш. — 2008. — № 2. — ISSN 1683-3554.
  69. Постановление ВЦИК от 28 мая 1920 года
  70. Калашников Ю. В. Совет Социалистик Республикалар Союзы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  71. Бикмеев Михаил. Вклад Башкирской АССР в развитие военно-морского флота страны в годы великой отечественной войны//«Ватандаш», 2008. № 5
  72. Бикмеев М. А. История создания и развития военного комиссариата Республики Башкортостан // Ватандаш. — 2007. — № 12. — ISSN 1683-3554.
  73. Бикмеев М. А. Национальные воинские формирования башкирского народа периода Великой Отечественной войны 1941—1945 гг // Ватандаш. — 2010. — № 4. — ISSN 1683-3554.
  74. В годы Великой отечественной войны | XX век | История — 450 лет в составе России
  75. ПЯТЬ АРГУМЕНТОВ В ПОЛЬЗУ СУВЕРЕНИТЕТА
  76. Декларация о государственном суверенитете
  77. Самигуллин В. К. Референдум.// Башкортостан: краткая энциклопедия — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — Б. 499. — 672 б. — ISBN 5-88185-001-7.
  78. Кульшарипов М. М., 2005, с. 223
  79. Указ Президента Российской Федерации от 15 июля 2010 года № 913 «О досрочном прекращении полномочий Президентом Республики Башкортостан»
  80. Рустэм Хамитов наделен полномочиями Президента Башкортостана

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Видеояҙмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

style="background-color:#90ff90; color:black; vertical-align: middle; text-align: center;" | +