Башҡортостан хөкүмәте рәйестәре исемлеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡортостан премьер-министры
Вазифала

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

Рәсми резиденцияһы

Республика йорто

Кандидатураны тәҡдим итеүсе

Башҡортостан Республикаһы Башлығы

Һайлана

Башҡортостан Республикаһы Башлығы (Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай менән килешкәндән һуң)

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры (рәйесе) (рус. Премьер-министр (Председатель) Правительства Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте башлығы.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан тәҡдим ителә, артабан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан хуплана һәм һуңынан республика башлығы тарафынан раҫлана.

Исемлеккә республиканың барлыҡ хөкүмәт башлыҡтары ингән: 1917 йылдан — Башҡортостан автономияһы хөкүмәте рәйестәре, 1919 йылдан — Башҡортостан хәрби-революцион комитеты рәйестәре, 1920 йылдан — Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы рәйестәре, 1946 йылдан — Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәйестәре, 1990 йылдан — Башҡорт ССР-ы—Башҡортостан Министрҙар советы рәйестәре, 1992 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы рәйестәре, 1993 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар кабинеты премьер-министрҙары, 2002 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрҙары.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан автономияһының юғары башҡарма органы — Башҡорт Хөкүмәте 1917 йылдаң 20 декабрендә Кесе Ҡоролтай предпарламенты тарафынан булдырыла. Хөкүмәт составына уның рәйесе һәм хәрби, эске эштәр, игенселек, халыҡ мәғарифы, бәйләнештәр, страховкалау, финанс, иҡтисади һәм юстиция бүлектәре мөдирҙәре керә[1].

1919 йылдың мартында, «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү»енә ҡул ҡуйылғандан һуң, республиканың Ваҡытлы революцион комитеты нигеҙендә Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты (Башревком) ойошторола. Башревком составына уның рәйесе, халыҡ комиссарҙары, халыҡ хужалығы Советы рәйесе, мәғлүмәти-ағартыу-ойоштороу һәм таратыу бүлектәре мөдирҙәре ингән[2].

1920 йылдың июлендә РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы һәм Бөтә Рәсәй үҙәк башҡарма комитетының «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» ҡарарына ярашлы Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы (Хөкүмәте) булдырыла. Хөкүмәт составы республиканың Советтар съездарында һайланған, ул ошо съездарға һәм Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитетына буйһонған[3].

1946 йылдың 26 мартында Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының «Башҡорт АССР-ының Халыҡ Комиссарҙары Советын үҙгәртеп ҡороу тураһында» указына ярашлы Халыҡ комиссарҙары советы Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы, ә халыҡ комиссариаттары — министрлыҡтар итеп үҙгәртелә. Министрҙар Советы Башҡорт АССР-ының Юғары Советы тарафынан ойошторола. 1990 йылда Башҡорт ССР-ының Министрҙар Советы тип үҙгәртелә. 1992 йылда — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы, 1993 йылда — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты, 2002 йылда — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тип үҙгәртелә[4][5].

Башҡортостан автономияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан автономияһы Башҡорт Хөкүмәте (Башҡортостан Хөкүмәте) рәйестәре
# Фотоһы Исем-шәрифе
(йәшәү йылдары)
Вәкәләттәре
Башланған ваҡыты Тамамланған ваҡыты
1 Юныс Бикбов Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы
(1883—1942)
декабрь 1917 ғинуар 1919
2 Мөхәмәтхан Ҡулаев Ҡулаев Мстислав Александрович (Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы)
(1873—1958)
ғинуар 1919 март 1919

Башҡорт АССР-ы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

# Фотоһы Исем-шәрифе
(йәшәү йылдары)
Вәкәләттәре
Башланған ваҡыты Тамамланған ваҡыты
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты (Башревком) рәйестәре
1 Харис Йомағолов Йомағолов Харис Йомағол улы
(1891—1937)
май 1919 ғинуар 1920
2 Әхмәтзәки Вәлидов Вәлидов Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы
(1890—1970)
февраль 1920 июнь 1920
3 Фәйзулла Мансырев Мансырев Фәйзулла Сәйет улы
(1882—?)
июнь 1920 июль 1920
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы (Хөкүмәте) рәйестәре
1 Ғәли Шәмиғолов Шәмиғолов Ғәли Камалетдин улы
(1890—1959)
июль 1920 октябрь 1920
в.б. Фәйзулла Мансырев Мансырев Фәйзулла Сәйет улы
(1882—?)
ноябрь 1920 июль 1921
2 Муллайән Халиҡов Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы
(1894—1937)
июль 1921 ноябрь 1925
3 Әҡсән Мөхәмәтҡолов Мөхәмәтҡолов Әҡсән Баймырҙа улы
(1895—1938)
ноябрь 1925 10 ғинуар 1930
4 Зиннәтулла Булашев Булашев Зиннәтулла Ғиззәт улы
(1894—1938)
10 ғинуар 1930 октябрь 1937
5 Фазыл Шаһимарҙанов Шаһимарҙанов Фазыл Вәлиәхмәт улы
(1906—1968)
октябрь 1937 февраль 1940
6 Сабир Ваһапов Ваһапов Сабир Әхмәтйән улы
(1904—1993)
февраль 1940 апрель 1946
Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәйестәре
1 Насир Ураҙбаев Ураҙбаев Насир Рафиҡ улы
(1902—1981)
апрель 1946 апрель 1951
2 Вәли Нәбиуллин Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы
(1914—1982)
апрель 1951 февраль 1962
3 Зәкәриә Аҡназаров Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы
(1924—2000)
февраль 1962 8 ғинуар 1986
4 Марат Мирғәзәмов Мирғәзәмов Марат Парис улы
(1942 йылда тыуған)
8 ғинуар 1986 1990

Башҡортостан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

# Фотоһы Исем-шәрифе
(йәшәү йылдары)
Вәкәләттәре
Башланған ваҡыты Тамамланған ваҡыты
Башҡортостан Башҡорт ССР-ы — Башҡортостан Министрҙар Советы рәйестәре'
1 Марат Мирғәзәмов Мирғәзәмов Марат Парис улы
(1942 йылда тыуған)
1990 1992
Башҡортостан Башҡортостан Министрҙар Советы рәйестәре
2 Анатолий Копсов Копсов Анатолий Яковлевич
(1942 йылда тыуған)
1992 1993
Башҡортостан Башҡортостан Министрҙар Кабинеты рәйестәре
2 Анатолий Копсов Копсов Анатолий Яковлевич
(1942 йылда тыуған)
1993 1994
3 Рим Баҡыев Баҡыев Рим Сәғит улы
(1939 йылда тыуған)
октябрь 1994 ғинуар 1999
4 Рафаэль Байдәүләтов Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы
(1943 йылда тыуған)
12 ғинуар 1999 2002
Башҡортостан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте рәйестәре
4 Рафаэль Байдәүләтов Байдәүләтов Рафаэль Ибраһим улы
(1943 йылда тыуған)
2002 10 апрель 2008
5 Раил Сарбаев Сарбаев Раил Сәлих улы
(1962 йылда тыуған)
10 апрель 2008 23 июль 2010
в.б.[6] Рөстәм Хәмитов Хәмитов Рөстәм Зәки улы
(1954 йылда тыуған)
23 июль 2010 19 май 2011
6 Азамат Илембәтов Илембәтов Азамат Фәттәх улы
(1972 йылда тыуған)
19 май 2011 6 август 2012
в.б.[6] Рөстәм Хәмитов Хәмитов Рөстәм Зәки улы
(1954 йылда тыуған)
6 август 2012 26 ноябрь 2015
7 Мәрҙәнов Рөстәм Хәбиб улы
(1964 йылда тыуған)
26 ноябрь 2015 3 декабрь 2018
в.б.[7] Радий Хәбиров Хəбиров Радий Фəрит улы
(1964 йылда тыуған)
3 декабрь 2018 17 сентябрь 2020
8 Андрей Назаров Назаров Андрей Геннадьевич
(1970 йылда тыуған)
17 сентябрь 2020 х. в.

Графиклы исемлек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Андрей НазаровРадий ХәбировРөстәм МәрҙәновРөстәм ХәмитовАзамат ИлембәтовРөстәм ХәмитовРаил СарбаевРафаэль БайдәүләтовРим БаҡыевАнатолий КопсовМарат МирғәзәмовЗәкәриә АҡназаровВәли НәбиуллинНасир УраҙбаевСабир ВаһаповФазыл ШаһимарҙановЗинәтулла БулашевӘҡсән МөхәмәтҡоловМуллайән ХалиҡовФәйзулла МансыревҒәли ШәмиғоловФәйзулла МансыревӘхмәтзәки ВәлидовХарис ЙомағоловМөхәмәтхан ҠулаевЮныс БикбовБашҡортостанБашҡортостан АССР-ыБашҡортостан автономияһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ҡасимов С. Ф. Башҡорт Хөкүмәте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Ҡасимов С. Ф. Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Ҡасимов С. Ф. Халыҡ комиссарҙары советы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Сәмиғуллин В. К. Министрҙар советы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Йәнекәев З. И. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. 6,0 6,1 Башҡортостан Республикаһы Президенты булараҡ хөкүмәт менән етәкселек иткән.
  7. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булараҡ хөкүмәт менән етәкселек итә.